Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2020, 11:15

БЕҘҘЕҢ УҒАТАРҘАР – ИКЕНСЕ!

Иглин районында “Мәргән уҡсы – 2020” тип аталған традицион яндан уҡ атыу буйынса бишенсе регион-ара фестиваль үтте.

Иглин районында “Мәргән уҡсы – 2020” тип аталған традицион яндан уҡ атыу буйынса бишенсе регион-ара фестиваль үтте.
Быйылғы киң күләмле сараға Екатеринбургтан, Мәскәүҙән, Ярославлдән, Удмурт Республикаһынан, Силәбе, һамар өлкәләренән, Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан 53 уғатар йыйылған. Уларҙың 37-һе ир-ат, 16-һы гүзәл зат вәкилдәре.
Фестиваль сиктәрендә турнирҙар өс номинацияла үткән. “Мәргән уҡсы” турнирында Сибайҙан Хөрмәт Таһиров беренсе булһа, Бөрйәндән Дим Юлбирҙин икенсе урынға сыҡҡан. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла, Учалы ҡыҙы Динә Вәлиеванан саҡ ҡына ҡалышып, Бөрйәндән Әлиә Ишморатова икенсе урын яулаған.
«3D һунар» турнирында 1-2 урындар йәнә Сибай менән Бөрйәндә. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла шул уҡ хәл ҡабатлана. Шулай итеп, Дим менән Әлиә был ҙур ярышта үҙҙәренең йәнә иң-иңдәр рәтендә икәнлектәрен раҫлағандар.
Ә һыбай сабып барған килеш уҡ атыу турнирында Ярославль вәкиленә етеүсе булмаған. Өфө вәкиле – 2-се, Мәскәү вәкиле – 3-сө.
Фестиваль майҙансыҡ-тарында традицион яндан уҡ атыу, башҡорт милли аштарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. Бынан тыш, оҫталарҙың ҡул эштәренән күргәҙмә лә ҡуйылған.
Атанан күргән – уҡ юнған, тиҙәр бит. Димдең атаһы Салауат, атаһының ағаһы Сынбулат күптән атаҡлы уғатарҙар булараҡ дан алдылар. Уларҙың юлын дауам итеп, улдарының да был сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған спорт төрөнә ылығыуы ҡыуаныслы.
Әлиә лә бер турнирҙан да урынһыҙ ҡайтҡаны юҡ.
Афарин, йәштәр!
Читайте нас: