“Бөрйән урман хужалығы” дәүләт автономлы учреждениеһы хеҙмәткәре Рәмил Зәйнәғәле улы Ишдәүләтов ғүмерен урман хужалығына бағышлаған.
“Миңә аш түгел, эш бирегеҙ”, - тип килеп инде ул, беҙҙең көтөп ултырғанды күргәс.
-Тәүге тапҡыр урман хужалығына эшкә 8 йәшемдә барҙым. Еләккә тип барған ерҙән, ағас боташып, өйөшөп йөрөнөм. Шунда миңә 17 һум да күпмелер тин аҡса бирҙеләр.
Әсәйем Асия Миңлеғәле ҡыҙы ла ғүмерен урман хужалығына бағышланы: келәт мөдире, яғыулыҡ ҡойоусы, хаҡлы ялға сыҡҡас, ашнаҡсы булып эшләне.
Ике йыл армияны, бер йыл көнкүреш йортонда эшләгәнде һанамағанда, 33 йыл эшләп ташлағанмын икән. Армияға киткәнсе шофер булып урынлашҡайным, ҡайтҡас та кире килдем. Механик булып 1999 йылда эш башланым, - ти Рәмил Зәйнәғәле улы.
Ул яғыулыҡ ҡойоусы ла, диспетчер ҙа, запчасын да эҙләй, газ, электр энергияһы, экология, янғын хәүефһеҙлеге өсөн дә яуап бирә.
Тәжрибәле хеҙмәткәр элекке урман эше системаһының яҡшыраҡ булыуын да йәшермәй. Әммә, ни хәл итмәк кәрәк, замана менән закондар ҙа, талаптар ҙа үҙгәрә шул.
Рәмил Зәйнәғәле улы ҡатыны Рәхимә апай менән 3 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары – Өфөлә, улдары Красноусол шифаханаһында эшләй.
Ишдәүләтовтар мал тоталар, баҡса үҫтерәләр. Рәхимә апай сәскән сәскә-гөлдәрҙең иҫәбе лә юҡ. Уңған хужабикә турама, компоттар менән баҙын тултырып ҡуйған.
- Элек көнөн-төнөн урмандан ҡайтышмай эшләнек. Шофер ғына булһам да, бүтән эштәрҙе лә башҡарырға тура килә ине. Нишләп урмансыға уҡыманым инде, тип уйлай торғайным, - ти ул.
Рәмил Ишдәүләтов тәүҙә, өй һалам, тип уҡырға ингән еренән тороп ҡала, аҙағыраҡ урман хужалығы техникумында механик һөнәрен алып сыға.
- Элек йөк машинаһы менән Өфөгә аҙнаһына 3 рейс яһай торғайныҡ. Йүнләп ял да алғаным юҡ ине, быйыл беренсегә тулы отпуск алдым, - ти ал-ял белмәй, ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләүсе механик.
Бына шундай урман, тыуған ер тип янып-көйгән ирҙәргә йәшел ҡалҡаныбыҙ яҙмышы ышанып тапшырылған.
Рәмил ағай кеүек сос, тырыш, эшем эш булһын тип йөрөгән кешеләр барҙа, Бөрйән урмандарының яҙмышы ышаныслы ҡулдарҙа, тиергә тулы нигеҙ бар.
Егәрленең ҡулы етәү, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер.