Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2020, 11:00

УРМАН - ТӨП БАЙЛЫҒЫБЫҘ

20-һендә, йәғни сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

20-һендә, йәғни сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһының “Урмансылыҡтар идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы “Бөрйән урмансылығы” бүлеге етәксеһе Илшат Ғәлимйән улы Ишбулатовҡа мөрәжәғәт иттек.
- Бөрйән урмансылығы 320 мең гектар майҙанды биләй, 7 участка урмансылығына бүленә.
Төп эшебеҙ – урмандарҙы һаҡлау, тергеҙеү, файҙаланыу, янғындан ҡурсалау, рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау.
Халыҡҡа, эшҡыуарҙарға диләнкә бирелә икән, улар ағасты ҡырҡҡандан һуң уны таҙартырға бурыслы. Быны контролдә тотоу беҙгә йөкмәтелгән. Урман хужалығына ингән ерҙәрҙән халыҡҡа бесәнлек, умарталыҡтар урынлаштырыу өсөн урындарҙы ҡуртымға бирәбеҙ.
Әлеге ваҡытҡа ағас алыуға электрон сиратта 2807 кеше тора, йәмғеһе 237400 кубометр ағасҡа ғариза яҙылған.
Быйыл УАЗ, «Нива» машиналары бирелде. Был техникалар эшебеҙҙе күпкә еңеләйтте. Космик мониторинг аша закон боҙоуҙар хаҡында хәбәр килһә, беҙ шул урынға сығырға тейешбеҙ. Шулай ҙа закон боҙоуҙар сағыштырмаса кәмей төштө. Урман ҡағиҙәләрен үтәүселәр күп, ләкин закондарҙы һанға һуҡмаҫҡа маташыусылар ҙа юҡ түгел. Ағымдағы йылда Бөрйән урмансылығында законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыуҙың 23 осрағы теркәлгән.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, урмансы Шаһыбал Нурғәлин иҫтәлегенә 2 гектар ерҙә ағас ултыртылды. Арендаторҙар тарафынан урман тергеҙеү 88 процентҡа үтәлде. Урмандарҙа санитар ҡырҡыу 125 гектар майҙанда планлаштырылған.
Быйыл 16 урман янғыны теркәлде, дөйөм күләме – 152 гектар. Урман янғындарын иҫкәртеү өсөн төрлө саралар күрелә. Урман – ул беҙҙең тормошобоҙ, дөйөм байлығыбыҙ. Уны бергәләп һаҡларға, ҡурсаларға бурыслыбыҙ.
Уңайҙан файҙаланып, урмансылыҡ ветерандарын һәм коллективты байрам менән ҡотлайым, һаулыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйем, – тине Илшат Ғәлимйән улы.
И. Әхмәтйәнов етәкләгән “Бөрйән урман хужалығы” дәүләт автономлы учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән быйыл 140 гектар майҙанға ҡарағай үҫентеләре ултыртылған. Киләһе йыл сәсеү осорона 120 гектар майҙанда тупраҡ әҙерләнгән. Агротехник тәрбиәләү 990 гектар ерҙә ҡулланылған.
26 сентябрҙә үтәсәк “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Бетерә урмансылығындағы биш гектар майҙанда 20 мең төп ҡарағай үҫентеһе ултыртыласаҡ.
Бынан тыш, урмандарҙың санитар торошон яҡшыртыуға, урман культураларын ултыртыуға, үҫентеләрҙе тәрбиәләүгә һәм башҡа эштәргә ҙур иғтибар бирелә.
Читайте нас: