Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2020, 16:00

ҮҘЕБЕҘҘЕҢ КИРБЕС ЗАВОДЫ БУЛДЫ

Кирбес һарайының барлыҡҡа килеү тарихын һөйләгәндә уның башланғысында торған кешене лә иғтибарһыҙ ҡалдырып булмай.

Кирбес һарайының барлыҡҡа килеү тарихын һөйләгәндә уның башланғысында торған кешене лә иғтибарһыҙ ҡалдырып булмай.
Карелияла эшләп йөрөгән, милләте буйынса ябай төрөк эшсеһе Калайджи Билал Мимишович ул. Әсе яҙмыш елдәре уны 1940 йылда алыҫ Башҡорт АССР-ының Бөрйән районына килтереп ташлаған.
Йонсоған, ауырыу хәлендә килеп етә ул. Бәхеткә күрә, яҡшы кешеләр ҡулына эләгә. Шәмсиә апай Ҡолдәүләтованың ата-әсәләре уны һауыҡтырып, аяҡҡа баҫтыра.
Шул ваҡытта Бөрйәнгә тағы биш татар ғаиләһе килеп төшә. Улар хәҙерге Матросов һәм Октябрь урамдары киҫелешендә землянкала йәшәйҙәр. Тап шул кешеләр менән Билал бабай (халыҡ уны шулай тип атай башлай) үҙенең “ялланып” кирбес эшләү буйынса эшмәкәрлеген башлап ебәрә. “Марс” артеленең формулировкаһы шулай тип атала. “Усаҡта үртәп, ҡулдан кирбес етештереү процесы” хаҡында ентекләп яҙылған документ та һаҡланған.
Тәүҙә балсыҡ карьеры эшкәртәләр һәм балсыҡты барабанлы түңәрәк соҡорға илтәләр. Шунда ҡом һипкәндәр, һыу тултырғандар һәм тигеҙләгәндәр. Соҡорҙоң ситенән ат ҡыуыусы атын ҡыуа башлаған. Был балсыҡ иҙеү тип аталған. Әҙер балсыҡты һарайға ҡалыптарға һалыу өсөн алып китеп торғандар. Кирбестәргә форма биреү башҡа процестар кеүек үк ҡулдан 3 форманан торған станокта эшләнгән. Еүеш кирбестәр киптерә торған һарайҙа стеллаждарға теҙеп барылған. Билдәле бер ваҡыттан һуң кирбестәр урын бушатыу өсөн икенсе һарайға күсереп һалынған. Ә аҙаҡтан иң мөһим процедура - утта ҡыҙҙырыу булған.
Йылдар үтеү менән кирбес заводының эшмәкәрлеге киңәйгән. Эшселәр һаны артҡан, эшкәртеү технологиялары үҫешкән. Балсыҡ иҙеүҙә тотонолған ат урынына “Беларусь” тракторы ҡулланыла башлаған. Кирбесте штамплау өсөн таҫма конвейерлы агрегат барлыҡҡа килгән. Кирбескә ихтыяж артҡан, айырыуса йәй айҙарында заказ күп булған. Шуға күрә йәйге осорҙа хатта балаларҙы ла эшкә алғандар. Бигерәк тә Матросов урамы малайҙары: Яубаҫаровтар, Замановтар, Күлбаевтар, Ғәзизовтар, Солтанбаевтар эшкә атлығып торғандар. Уларҙың берәүһе - Рөстәм Яубаҫаров, эшләп алған аҡсаларыбыҙға мәктәп формаһы, аяҡ кейеме ала инек, тип һөйләй. Ә кемдер хатта велосипед һатып алған.
1956 йылдың апрелендә кирбес һарайы рай-промкомбинаттың кирбес цехы булып китә. Ә Калайджи Билал Мимишович кирбес етештереү мастеры тип рәсмиләштерелә. Уның ғаиләһендә 3 ҡыҙ үҫә. Ҡатыны менән бергә килгән 1939 йылғы Ноннанан тыш, бында Люся (1948 йылғы) һәм Аля (1950 йылғы) тыуа.
Тап беҙ, Аляның Матросов урамындағы әхирәттәре һәм йәштәштәре, кирбес заводында барған һәр хәлдең шаһиты булдыҡ. Беҙ форма яһаусы станок менән уйнаныҡ, һарайҙар эсендә кирбестәр ятҡан стеллаждар араһынан баҫтырыштыҡ, вагонеткаларҙа рельстар буйлап йөрөнөк. Айырыуса Билал бабай янында, янып ятҡан бүрәнәләрҙе ҡарап, мейес алдында ултырырға яраттыҡ. Мейестә кирбестәр ҡыҙа, уларҙың өҫтәрен балсыҡ менән буяйҙар ине. Нисек ҡайнар монар күтәрелгәнен күҙәтә инек. Беҙ – ул Йосопов, Симонов, Жданов, Заманов, Хоҙайғолов, Ҡолдәүләтовтарҙың һәм Калайджиның ҡыҙҙары. Билал бабай беҙҙе бер ҡасан ҡыуманы. Киреһенсә, беҙҙең менән төрлө темаларға әңгәмә ҡорҙо, булған һәм булмаған хәлдәр тураһында һөйләй ине. Беҙ барыбыҙ ҙа уны яраттыҡ.
Фотола (өҫтәге фото) ул үҙенең өйөнөң ихатаһында тора. Беренсе эшселәре – татарҙар йәшәгән землянка урынына ул өй төҙөнө. Алғы планда бал ҡорттары умарталары ултыра. Ул бал ҡорттары тотто һәм башҡаларҙы ла был кәсепкә өйрәтте. Артабан уртала – мейестәр бинаһы. Алыҫтараҡ – кирбес киптереү өсөн тәғәйен һарайҙарҙың береһе. Алыҫта һул яҡтан буласаҡ Кирбес тыҡрығының бер нисә рәт өйҙәре күренә.
Кирбес цехының мастеры Калайджи Билалдың етәкселегендә эшләнгән кирбестең сифаты хаҡында әлегәсә легендалар йөрөй. Алыҫтан килеүсе мейесселәр Соколов һәм Перчаткин халыҡ һәм ойошмалар өсөн ҙур ҡәнәғәтлек менән мейестәр эшләнеләр.
Архив эшсеһе Флүзә Ваһапова менән булған әңгәмәнән мин шуны белдем: уның атаһы Әмир Фәйзуллин (1939 йылғы) 18 йыл колхоз, аҙаҡ «Бөрйән» совхозының “Үрнәк” бүлегенең бригадиры була. Ул үҙенең ҡыҙына колхозсылар һәм бөтә хужалыҡ өсөн кәрәк булған кирбес артынан гел дә Бөрйәнгә йөрөүе хаҡында һөйләгән. Шулай уҡ кирбестәрҙең юғары сифатлы булыуы тураһында әйтергә онотмаған. Ҡайһы бер вайымһыҙ етәкселәр арҡаһында кирбес цехының юҡҡа сығарылыуына бик ҡайғырған.
Кирбестәрҙе башҡа ҡалаларҙан килтерә башлағас, уларҙың насар сифатлы булыуҙары асыҡлана. Мейессе Перчаткин менән Соколов Калайджиның кирбестәре ҡабатлап ҡулланыуға ла бара торғайны, тип һөйләгәндәр.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдулла Ваһапов һөйләүенсә, Билал бабай кирбестең әҙерлеген ябай ысул менән тикшергән: бөтә көс менән ергә бәргән - ярылмаһа, тимәк, кирбес әҙер тигәнде аңлатҡан.
Билал бабайҙың Бөрйәнгә һөргөнгә ебәрелеүе 1943 йылда тамамлана, әммә ул ғаиләһе менән 1961 йылдың йәйенә тиклем йәшәй. Халыҡ өсөн ул үҙ кешегә әйләнә. Кешеләр уны эшһөйәр, изге күңелле, ярҙамсыл булғаны өсөн ихтирам итә. Өс класс ҡына белеме булыуына ҡарамаҫтан, өй төҙөй, мейес сығара, йөн иләй, ойоҡ һәм бейәләйҙәр бәйләй белде. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнде, тәмәке үҫтерҙе.
Кәңәш һорап уға хатта күрше ауылдарҙан да килделәр. Ул бер ҡасан да бер кемгә лә «юҡ» тимәне.
Тағы ул Алағуян йылғаһы ярында усаҡта эзбиз яндырған. Халыҡ һөйләүе буйынса, эзбиз шул хәтлем һәйбәт сифатлы булған, хатта кешеләр артығы менән запасҡа ла алған.
1961 йылдың йәйендә Билал бабай ғаиләһе менән ҡатынының тыуған еренә - Рыбинск ҡалаһына күсеп китә. Әммә ул Бөрйәнде бик яратып өлгөрә, шуға ла һәр йәйҙә үҙенең дуҫы - РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Яубаҫаров Ғәни Сөләймән улына ҡунаҡҡа ҡайта.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кирбес һарайында эшләгән кешеләр был яҡты донъяларҙа юҡ инде. Билал бабай менән эшләгән эшселәрҙең тик ҡайһы берҙәрен генә беләбеҙ: Фәтхиә Чалабаева, Сәкинә Алсынбаева, Зәйтүнә Жданова, Билал бабайҙы алыштырыусы һәм усаҡ яғыусы Рәшит Әбдрәхимов һәм уның ҡатыны Зәлифә Әбдрәхимова.
Нәҙершиндар иҫке мейесте емергәндә Римма Жданованың ире Әҡсән яҙыулы кирбес табып ала. Унда “Йомағолова Фәһимә Фәттәх ҡыҙы, 9 июль, 58 йыл, сәғәт 4” тип яҙылған була. Күрәһең, ул эшселәрҙең берәүһе булғандыр. Ул кирбесте беҙ Калайджиның ҡыҙҙарына иҫтәлеккә бүләк иттек.
Үкенескә күрә, беҙгә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, Билал Мемишовичтың китеүенән һуң 3-4 йыл үткәс юҡҡа сығарылған кирбес һарайының барлыҡҡа килеү һәм эшмәкәрлеге хаҡындағы тарих шулай. Абдулла Ваһаповтың һүҙҙәренсә, кирбес цехы тәүҙә “Берлек” промартеленә, аҙаҡ «Местпром»ға бирелә. Һуңғыһы кирбес цехын юҡҡа сығара ла инде.
Читайте нас: