Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2020, 20:00

ҠОРТСОЛОҠ СЕРҘӘРЕНӘ ӨЙРӘНӘЛӘР

Ҡортсолоҡ - башҡортҡа, айырыуса Бөрйән башҡортона хас булған кәсеп. Килем, табыш алыуҙан бигерәк, ҡанына һеңгән шөғөл, күңел йыуанысы, тәбиғәт менән бер бөтөнлөктө хасил итеүсе бер илаһи күренеш был.

Ҡортсолоҡ - башҡортҡа, айырыуса Бөрйән башҡортона хас булған кәсеп. Килем, табыш алыуҙан бигерәк, ҡанына һеңгән шөғөл, күңел йыуанысы, тәбиғәт менән бер бөтөнлөктө хасил итеүсе бер илаһи күренеш был.
Әбделмәмбәт мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары ла «Ҡортсолоҡ нигеҙҙәре»н уҡыу программаһына ингән курс булған өсөн генә түгел, ә үҙҙәренә өҫтәмә һөнәр, бәлки, киләһе тормоштарында кәрәге тейер шөғөл булараҡ өйрәнә.
10 сентябрь көнө бер төркөм уҡыусылар уҡытыусылары Ринат Яхин етәкселегендә Аҡбулатта урынлашҡан мәктәп умарталығына практик дәрескә барҙы. Умартасы ағайҙарҙың бар нәмәне төшөндөрөп, ентекле аңлатып һөйләүе, умартасы кейемен кейеп, егәрле нәҙекәйбилдәрҙең йәшәйешен үҙ күҙҙәрең менән күҙәтеү, хозурлығы менән һушты алған тәбиғәт һәм аҙаҡтан әле генә умартанан алынған хуш еҫле бал ҡушып эселгән тәмле урман сәйе - былар барыһы ла йәш ҡортсолар күңеленә хуш килде.
Тап тәбиғәт менән бер бөтөнгә әйләнеп, боронғо ата-олатайҙарыбыҙ кеүек, үҙ яҙмышыңа үҙең хужа булып йәшәгәндә генә, аяғында ныҡлы баҫып торған, замандың елбәгәй елдәренә бирешмәҫлек көслө егеттәр, ҡыҙҙар үҫеренә ышаныс ҙур.
Читайте нас: