Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2020, 18:00

2021 ЙЫЛДА ӘСӘЛЕК КАПИТАЛЫ АРТА

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығында 2021 йылда әсәлек капиталын индексациялау тураһында белдерҙеләр. Әйтәйек, беренсе балаға түләү 483 882 һум була. Әгәр ғаилә беренсе балаға әсәлек капиталы алмаған икән, икенсеһенә түләү 639 432 һум тәшкил итә. Кире осраҡта, икенсе бала тыуған өсөн 155 550 һум бирелергә тейеш.

2021 йылда әсәлек капиталын түләүгә бөтәһе 443,3 миллиард һум планлаштырылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 1 мартында Рәсәй президенты Владимир Путин әсәлек капиталы программаһын киңәйтте. Ул 2026 йылдың аҙағына тиклем оҙайтылды. Бынан тыш, 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе балаһы донъяға килгән йәки тәрбиәгә алған ғаиләләргә аҡса түләй башланылар.
Беренсе баланы берҙән-бер тәрбиәгә алыусы тип иҫәпләнгән ир-егеттәр әсәлек капиталына хоҡуҡлы (әгәр тәрбиәгә алыу хаҡында суд ҡарары 2020 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инһә).
Читайте нас: