Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2020, 11:00

ҠУРСАУЛЫҠҠА ЛА ТУҠҺАН ЙӘШ

90 йыл элек барлыҡҡа килгән Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы оло юбилейын билдәләне.

90 йыл элек барлыҡҡа килгән Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы оло юбилейын билдәләне.
Башҡортостанда ул иң олоһо һәм иң тәүгеһе булһа, Рәсәй кимәлендә барлыҡҡа килеүе буйынса тәүге етәү иҫәбендә.
Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы үҙенең уникаллеге менән айырылып тора. Бында Көньяҡ Уралдың тәбиғәт үҫеше тураһында ҡиммәтле материалдар тупланған.
Ҡурсаулыҡтағы ланд-шафттар нисәмә йылдар буйы климат үҙгәреүе, геологик-геоморфологик процестар эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бөгөнгө хәлгә килеп еткән.
Бында тау араларында бик күп шишмәләр һәм йылғалар ағып сыға. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһының ҡушылдыҡтары - Көньяҡ Үҙән һәм Ҡағы йылғалары.
Ҡурсаулыҡтың күп өлөшөн ҡаплап алған ҡарағай һәм ҡайын ағастарының мүкле урмандары унда йәшәгән хайуандарға һәм үләндәргә йәшәү урыны. Улар һаҡ аҫтында.
90 йыл дауамында күп кенә хайуандар ҡурсаулыҡта үҙҙәренә урын тапҡандар. Мәҫәлән, ҡыш мышы һәм боландар ҡурсаулыҡҡа күпләп күсенәләр, айыуҙар ҡышҡылыҡҡа йоҡлау урынын табалар.
Ҡурсаулыҡтың экологик әһәмиәте район кимәлендә генә түгел, Рәсәй кимәлендә лә ҙур. Һирәк осраған хайуандарҙың, айырыуса һаҡлауға мохтаж булған үҫемлектәрҙең күп булыуы быға асыҡ миҫал.
Юбилей сараһында ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре, район хакимиәте башлығының иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары Артур Ғәлин ҡатнашты.
Артур Азамат улы ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә район хакимиәте башлығы исеменән ҡотлау һүҙҙәрен еткереп:
- Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы иң боронғо ҡурсаулыҡтарҙың береһе. Үҙенсәлекле лә, матур ҙа. Әлбиттә, быйылғы йыл ауырыраҡ булды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ ул ҡыйынлыҡтарҙы бергәләп йырып сыға алдыҡ. Алдағы эшмәкәрлегегеҙҙә ҙур уңыштар, түҙемлек һәм һаулыҡ, киләсәктә лә берҙәм булып, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүегеҙҙе теләйем, - тине.
Ҡурсаулыҡ етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов та коллективты байрам менән ҡотлап:
- Тәбиғәт – ул беҙҙең киләсәгебеҙ. Бөгөн бында тәбиғәтте һаҡлау, яҡлау өсөн бөтә ғүмерен бағышлаған ағайҙар, апайҙар ултыра. Ошо уңайҙан һеҙгә ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тине. Шулай уҡ ул туризмды яйға һалыу өсөн тырышып эшләйәсәктәре һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырыласағы хаҡында белдерҙе.
Айнур Илгиз улы ҡурсаулыҡтың яңы етәкселек составы - урынбаҫарҙары менән дә таныштырҙы. Бына улар: дөйөм мәсьәләләр буйынса – Р. Шәрәфетдинов, фән буйынса – М. Нәбиуллин, һаҡлау буйынса урынбаҫар вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы – Ф. Мортазин, экологик-ағартыу эшмәкәрлеге буйынса – И. Ишкинин һәм бухгалтер иҫәп-хисабы буйынса – И. Мырҙағолов.
Рөстәм Шәрәфетдинов бүлектәр араһында килешеп, аңлашып, кәңәшләшеп эшләүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләне, уртаҡ эштәрендә уңыштар теләне.
Марс Нәбиуллин фәнни йүнәлеш өлкәһендә күҙалланған үҙгәрештәр, яңы маҡсаттар тураһында бәйән итте. Киләсәктә ғилми хеҙмәткәрҙәр менән айырым йыйылып һөйләшеп, ғилми мәҡәләләрен туплап, халыҡҡа еткереү эшенә тотонасаҡтары хаҡында ла белдерҙе.
Фирзәр Мортазин хеҙмәттәштәрен байрам менән ҡотлап, киләсәктә ең һыҙғанып эшләргә, тигән теләктәр теләне.
Урынбаҫар вазифаһында яңы ғына эшләй башлаған Илһам Ишкинин коллегаларын ҡуйылған маҡсаттарға ынтылып эшләргә саҡырҙы.
Ильяс Мырҙағолов финанс-хужалыҡ эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса байҡау яһап үтте. Бер ай эсендә бик күп эштәр эшләнеүе, ыңғай үҙгәрештәр күренеүе һәм килеп сыҡҡан етешһеҙлектәрҙең хәл ителә барыуы хаҡында белдерҙе.
-Ҡурсаулыҡта киләсәктә туристик йүнәлештәге үҙәк барлыҡҡа киләсәк, был өлкәлә лә беҙгә бергәләп эшләйһе эштәр күп әле, - тине.
Артабан сарала оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәт күрһәтеп, ҡурсаулыҡ мәнфәғәте өсөн бар көсөн һалып эшләгән хеҙмәткәрҙәргә район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Һуңынан сарала ҡатнашыусылар «Ҡурсаулыҡ эше династияһы аллеяһы»на юлланды. Унда ҡурсаулыҡтың 90 йыллығы хөрмәтенә ағастар ултыртылды.
Районыбыҙ менән тиңдәш булған Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына 90 йыл арауығында күп ауырлыҡтар, мәсьәләләр, бурыстар осрап тора, әммә тәбиғәт яратыусы һәм һәр ваҡыт үҙ эшенә тоғро ҡалған хеҙмәткәрҙәр, бер команда булып тупланып, бөтә ауырлыҡтарҙы йырып сыға килә.
Артабан да шулай булһын.

Читайте нас: