Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2020, 14:00

УЛДАРЫНЫҢ КӨСӨН КҮРӘЛӘР

Беләк һәм йөрәк көсөн түгеп үҫтергән балаларыңдың көсөн күреп ултырыу бәхет инде ул. Исламбайҙа йәшәүсе Фаил Әшрәф улы менән Рәүфә Шәрәфетдин ҡыҙы Әхмәтйәновтарға ҡағыла был.

Беләк һәм йөрәк көсөн түгеп үҫтергән балаларыңдың көсөн күреп ултырыу бәхет инде ул.
Исламбайҙа йәшәүсе Фаил Әшрәф улы менән Рәүфә Шәрәфетдин ҡыҙы Әхмәтйәновтарға ҡағыла был.
Бик уңған баҡсасы, тинеләр Рәүфә апай хаҡында. Баҡсаң, тәҙрә төбөң шыр гөл булып та, өйөң терәлеп, донъяңдың аламаһы ҡуптарылып торһа, ул сәскә-гөлдән дә, улар тыуҙырған зауыҡтан да ни фәтеүә?
Әхмәтйәновтарҙың ҡыйып баҡҡыһыҙ өйө лә, кәртә-ҡураһы ла йорт хужаһының тернәкселлеген, уңғанлығын өнһөҙ-һүҙһеҙ бәйән итә.
Өс бала тәрбиәләп үҫтергән Исламбай уңғандары. Динистәре Белоретта йәшәй, өс бала атаһы. Контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәттә булған Вилнурҙары ике ҡыҙға атай. Данилдарына ла күптән “ҡамыт” кейергә ваҡыт – Өфөлә ике бүлмәле фатиры, эше лә бар.
Хәрби хеҙмәттәге улдары отпуск ваҡытында, ата-әсәһен һөйөндөрөп, гәпнамә һәм уға усаҡ эшләп биреп киткән – күмәк йыйылғанда гәпләшеп сәй эсерлек, сәскә-гөлдәр араһында рәхәтләнеп ял итерлек урын. Уландары өйҙәренә төкәтмә, мунса эшләшкән, өйгә һыу индереп тә биргәндәр. Ул ғына ла түгел, ата-әсәһен “тимер ат”лы иткәндәр.
Әхмәтйәновтар бесәнде бөтөп, күңелдәрен тынысландырып ултыра. Техника булғас, бесән әҙерләп алыу ҙа ҡыйын түгел шул.
Рәүфә апай үҙен уратып алған егәрле, тырыш, заманса йәшәргә ынтылған ир-ат солғанышында ирәбе йәшәп ята. Шуға ергә тыҡҡан һәр орлоғо күкрәп сәскә ата, емеш бирә. Мәктәптә ғүмере буйы ашнаҡсы булып эшләгән Ғәлиәкбәр һылыуын хеҙмәттәштәре ҙурлап, хөрмәтләп хаҡлы ялға оҙатҡан.
Хаҡлы ялында терәк-таянысы булған иренән, күҙ терәп торған уландарынан хаҡлы иғтибар күреп, ихтирамға төрөнөп йәшәй Рәүфә апай. Туғандарын тартып, уларына әсәй урынына матур кәңәштәрен биреп, ата-әсәһенең рухтарын шатландырып аяттар уҡытып, емеш-еләктең һәр төрө үҫкән ожмахтай баҡсаһынан табынын тултырыр ниғмәттәр йыйып, бынамын итеп донъя көтөүе. Ҡатын-ҡыҙ, әсә, өләсәй өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы һуң тағын!?
Читайте нас: