Июнь айында «Башҡортостан сибәре»конкурсында «Грация сибәре» титулын алһа, яңыраҡ «Башҡортостан ынйыһы» конкурсында «1-се вице «Башҡортостан ынйыһы-2020» исеменә лайыҡ булды.
Гөлиә Мәсәғүтова - Байназар ауылы ҡыҙы. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эколог-тәбиғәттән файҙаланыусы һөнәрен алып, Өфөләге бер яғыулыҡ станцияһында оператор булып эшләй. Былтыр моделдәр мәктәбен тамамлаған, әле Л. Зәкирйәнова етәкләгән «Мисс Башҡортостан» моделдәр агентлығында шөғөлләнә. Даими камиллашыу юлында булған ҡыҙ төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып тора.
Июнь айында «Башҡортостан сибәре»конкурсында «Грация сибәре» титулын алһа, яңыраҡ «Башҡортостан ынйыһы» конкурсында «1-се вице «Башҡортостан ынйыһы-2020» исеменә лайыҡ булды.
- Бәләкәй саҡта телевизорҙан подиумдарҙа сығыш яһаған ҡыҙҙарға ҡарап, үҫкәс мин дә шулай йөрөйәсәкмен, тип хыяллана торғайным. Шөкөр, фәрештәләрҙең “Амин” тигән сағына тура килгәндер. Әлбиттә, тырышлыҡ, үҙеңдең өҫтөңдә даими эшләү кәрәк.
Хыялыма юл 2010 йылда башланды, тиһәм дә яңылышмаҫмын. Районда үткән матурлыҡ бәйгеһендә “Бөрйән һылыуы – 2010” титулына лайыҡ булдым. Аҙаҡ республика кимәлендә ойошторолған конкурстың финалына үтеү бәхете насип булды.
“Мисс Башҡортостан” моделдәр агентлығында шөғөлләнеү, төрлө конкурстарҙа үҙемде һынап ҡарау, ҡырҙан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙарға бәйле төрлө сараларҙа йөрөү миңә бик оҡшай.
“Һомай” театр-дефиле студияһында шөғөлләнеү ҙә камиллашыу юлындағы бер аҙымым. Ғөмүмән, әүҙем тормош алып барам, - тине Гөлиә.
Әлеге ваҡытта Гөлиә йыл аҙағында үтәсәк “Мисс Өфө” конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә. Әйткәндәй, бер нисә көн элек кенә уға Мәскәү ҡалаһында үтәсәк “Мисс Гранд Топ Мира” тигән конкурсҡа Башҡортостан исеменән сығыш яһарға тәҡдим менән саҡырыу килеп төшкән.
Уңыштар һиңә, Бөрйән ҡыҙы, тиергә генә ҡала Гөлиәгә!