Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2020, 14:00

ЮБИЛЕЙ МИҘАЛДАРЫ ТАПШЫРЫЛДЫ

Иҫке Собханғол ауылында, Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөн булдырыуға 75 йыл тулыу айҡанлы, Нәҙир Йомағужа улы Хисаметдинов менән Рафиҡ Әйүп улы Хәкимовҡа “Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө ветерандары союзы” ойошмаһының иҫтәлекле миҙалдары тапшырылды.

Иҫке Собханғол ауылында, Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөн булдырыуға 75 йыл тулыу айҡанлы, Нәҙир Йомағужа улы Хисаметдинов менән Рафиҡ Әйүп улы Хәкимовҡа “Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө ветерандары союзы” ойошмаһының иҫтәлекле миҙалдары тапшырылды.
Тантанала Германияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан әүҙем йәмәғәтселәр Х. Ҡыуандыҡов, Ф. Үтәбаев, А. Әмирханов ҡатнашты. Быйыл юбилей миҙалдары тағы 24 ир-егеткә тапшырыласаҡ.
- Беҙҙең маҡсат - йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү. Улар илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың тарихына битараф булмаҫҡа, лайыҡлы ир-егеттәребеҙ менән ғорурланырға тейештәр, - тине Х. Ҡыуандыҡов.
Нәҙир Хисаметдинов 1965 йылда армияға алына. Украинала хәрби уҡыуҙар үткәндән һуң, уларҙың төркөмөн поезға ултыртып Венгрияға ебәрәләр. Нәҙир Йомағужа улы Хаймашкер ҡасабаһында пехотала хеҙмәт итә. Тыуған яҡтарына 1967 йылда ҡайта. Төрлө урындарҙа: райпола, халыҡты социаль яҡлау бүлегендә, Пенсия фондында, район хакимиәтендә эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡатыны Ғәлиә Нуретдин ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Рафиҡ Хәкимов шулай уҡ 1965 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Көнбайыш Украиналағы хәрби уҡыуҙарҙан һуң, ул да Венгрияға оҙатыла. Австрия сигендәге Комаром ҡалаһында Родимцев исемендәге 13-сө танк дивизияһының 25-се танк полкында хәрби бурысын үтәй. Сержанттар әҙерләү мәктәбендә уҡый. Хеҙмәтенең 3-сө йылында взвод командиры итеп тәғәйенләнә. 1968 йылда совет ғәскәрҙәре Чехословакияға индерелә. Рафиҡ Әйүп улы хеҙмәт иткән ғәскәр тәүгеләр рәтендә була. Ул Брно ҡалаһында радиостанцияны һаҡлай. “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалына тәҡдим ителә. 1968 йыл аҙағында тыуған яғына ҡайтып төшә. Ҡатыны Раиса Афанасьевна менән 2 балаға ғүмер бирәләр.
Иҫтәлекле миҙалдар районда барлығы 103 кешегә бирелгән, ойошма шуларҙың 64-енә форма тектергән. Яҡын арала йәнә 12 кешегә хәрби кейем бүләк итергә әҙерләнәләр. Формаларҙы заказ буйынса Мәскәүҙән тектереп алғандар. Райондағы берләшмә ир-егеттәре “Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө ветерандары союзы” төбәк-ара йәмғиәт ойошмаһының президенты, генерал-полковник А. Терентьев менән дә яҡшы мөнәсәбәт булдырған. Ул иһә киләсәктә Бөрйән районын килеп күрергә теләк белдергән.
Әлеге ваҡытта ойошма ҙур маҡсаттар менән янып йәшәй. Киләсәктә Германияла төрлө йылдарҙа хеҙмәт иткән район ир-егеттәренең фотоларынан альбом эшләтеп, флаг алдырып, штаб-музей булдырырға уйлайҙар.
Яҡын-тирәләге райондар менән ҙур ойошмаға берләшеү маҡсатынан ошо араларҙа Ейәнсура районына барып, йыйылыш үткәрергә ниәтләйҙәр.
Читайте нас: