Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2020, 13:00

РАЙОН МЕНӘН ЙӘШТӘШ УЛ ЙӘКИ 90 ЙЫЛЛЫҠ ТАРИХЫ БАР

Бөгөн Рәсәй финанс хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй

Бөгөн Рәсәй финанс хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең
һөнәри байрамын билдәләй
1930 йылда Бөрйән районы барлыҡҡа килеү менән райондың финанс бүлеге ойошторола. Финанс ойошмаһының 1941 йылдың ғинуарына тиклемге материалдары һаҡланмаған. Ул осорҙа һәм 1945 йылдың 10 авгусына тиклем был тармаҡ менән Заһир Латыпов етәкселек иткән. Артабан был вазифала Ҡәүи Мозафаров, Хәбиб Мәрҙәнов, Сирай Иҫәнгилдин эшләгән.
Райондар эреләтелеү менән бәйле, 1963 йылда район Белорет, Учалы, Әбйәлил райондары менән берләшә һәм районда финанс бүлеге бөтөрөлә.
1965 йылда район кире айырылып сыға һәм шул йылда район финанс бүлеге булдырылып, уға етәксе итеп Әйүп Күжәбаев тәғәйенләнә.
Ул был вазифала 1972 йылдың 31 мартына тиклем эшләй. Унан һуң Кинйәбулат Йомағужин, Әбделмән Изгин, Әхәт Юлдашев, Алһыу Ҡолдәүләтовалар райондың финанс бүлеген етәкләй.
1997 йылда бүлек район хакимиәтенең финанс идаралығы итеп үҙгәртелә. Ә 2006 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының Бөрйән районы биләмәһендәге Территориаль финанс идаралығы тигән исем аҫтында эшләй башлай. Үҙгәрештәр бының менән генә бөтмәй әле, 2011 йылдың декабрь аҙағынан был идаралыҡ бөтөрөлөп, Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәтенең Финанс идаралығы төҙөлә.
2017 йылдың сентябренән идаралыҡты Хәсәнова Гөлшат Салауат ҡыҙы етәкләй. Коллективта 13 кеше эшләй.
Әлеге ваҡытта райондың финанс идаралығында бюджет средстволарын алыусы 51 ойошма хеҙмәтләндерелә:
-18 ҡаҙна учреждениеһы (шул иҫәптән 12 ауыл биләмәһе);
-24 бюджет учреждениеһы;
-9 автономлы учреждение.
2020 йылдың 1 авгусына алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, муниципаль райондың тупланма бюджетының планлы күләме килемдәр буйынса 872,2 миллион һум. Шул иҫәптән һалым һәм һалым булмаған килемдәр 133,2 миллион һум (15,3 процент).
Бюджет сығымдары күләме 890,1 миллион һум. Шул иҫәптән тармаҡтарҙы финанслау өсөн сығымдар күләме:
-мәғариф тармағына – 434,3 миллион һум (йәки дөйөм сығымдарҙың 48,8 проценты);
-милли иҡтисадҡа – 221,1 миллион һум (24,8);
-дөйөм дәүләт мәсьәләләренә – 80,0 миллион һум (9);
-мәҙәниәткә – 62,8 миллион һум (7,1);
-торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа – 48,8 миллион һум (5,5).
- Муниципаль район бюджетын төҙөү һәм уны бойомға ашырыу, финанс средстволарын туплау, уларҙы муниципаль район бюджеты тарафынан ҡаралған сараларға йүнәлтеү, бюджет средстволарының маҡсатлы ҡулланылыуына контролде ғәмәлгә ашырыу һәр заманда ла финанс тармағының төп маҡсаттары булып ҡала килә.
Бына ошондай яуаплы һәм ҡатмарлы бурыстар һалынған беҙҙең иңгә. Әлбиттә, беҙ уларҙы намыҫ менән үтәргә тырышабыҙ. Коллективта барыһы ла эшенә яуаплы ҡарай.
Форсаттан файҙаланып, хеҙмәттәштәремде һәм хаҡлы ялда булғандарҙы байрамыбыҙ менән ҡотлайым һәм артабан да районыбыҙ хаҡына тырышып эшләүҙәрен, иҫәнлек-именлек теләйем, - ти идаралыҡ етәксеһе Гөлшат Салауат ҡыҙы.
Читайте нас: