Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2020, 12:00

ХӨРМӘТЛЕ ФИНАНС ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Йыл һайын 8 сентябрь көнө илебеҙҙә финанс хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Был һөнәр эйәләренең төп бурыстарының береһе – финанстар менән грамоталы эш итеү.
Ашаған белмәй, тураған белә, тип халыҡта бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Был йәһәттән район хакимиәтенең финанс идаралығында 13 хеҙмәткәр һәм был өлкәлә башҡа ойошмаларҙа эшләүселәр район бюджетының килемдәрен һәм сығымдарын тәғәйенләү, уларҙың маҡсатлы ҡулланылыуын контролдә тотоу буйынса яуаплы эш башҡара. Артабан да үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтарына таянып, үҙ бурыстарын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарырҙар тип ышанам.
Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, рух күтәренкелеге һәм яуаплы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!
Читайте нас: