Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2020, 11:00

ХЕҘМӘТТӘРЕ - ХАЛЫҠ ӨСӨН

Сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһе – нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө. Шул уңайҙан «Газпром газ тәғәйенләү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Белорет ҡалаһындағы филиалының Бөрйән комплекслы хеҙмәте начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фазыл Фаил улы Бикбулатов менән әңгәмәләштек.

Сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһе – нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө. Шул уңайҙан «Газпром газ тәғәйенләү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Белорет ҡалаһындағы филиалының Бөрйән комплекслы хеҙмәте начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фазыл Фаил улы Бикбулатов менән әңгәмәләштек.
- Фазыл Фаил улы, һөнәри байрамығыҙҙы ниндәй күрһәткестәр менән ҡаршылайһығыҙ?
- 2020 йыл беҙҙең өсөн бик көсөргәнешле булыуға ҡарамаҫтан, эксплуатацион планға ярашлы, барлыҡ эштәрҙе тамамлау өҫтөндәбеҙ. Ҡышҡа әҙерлекте тулы кимәлдә башҡарып сығырға бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Әлеге көндә подрядсы ойошма Кейекбай, Ғәҙелгәрәй ауылдарында газ үткәргес торбалар һала башланы. Иҫке Собханғолда Шишмә, Ерекле, Совхоз, Ҡояшлы урамдарына 4,7 саҡырым оҙонлоғонда газ үткәргестәр төҙөлдө. Ошо урамдарҙа йәшәүселәрҙән йорттарына тәбиғи газ үткәреүгә заявкалар килә.
Ағиҙел ҡасабаһында Йәштәр, Тау урамдарына торбалар һалынған, газ ебәреү өсөн документтарҙың теүәлләнгәнен көтәбеҙ. Шулай уҡ Иҫке Монасиптың Кепес яғында газ торбалары һалынды. Әммә әлегә торбаларҙы Ағиҙел йылғаһы аша сығарыу эше тотҡарланып тора. Байназарҙа Туғай микрорайонында газ үтеп, Ағиҙел, Туғай, Урал урамдары халҡы июль айында зәңгәр яғыулыҡ менән файҙалана башланылар.
Һуңғы йылдарҙа район халҡы яғынан техник хеҙмәтләндереү һәм газ ҡорамалдарын ремонтлау буйынса ризаһыҙлыҡ белдереүселәр юҡ кимәлдә.Сөнки килгән һәр мөрәжәғәтте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сифатлы итеп башҡарырға тырышабыҙ.
- Предприятиеның матди-техник базаһы хаҡында ла әйтеп үтергә кәрәктер...
- Беҙҙең газ хеҙмәте УАЗ, МАВР, ГАЗ-3309, ВАЗ-2141 автомашиналары менән тәьмин ителгән. Бар техника, ҡорамалдар даими яңыртылып торола. Йәнә, беҙҙең ойошманан газ үткәреү һәм ремонт эштәрен башҡарыу өсөн газ ҡорамалдары: счетчиктар, газ плиталары, ҡаҙанлыҡтар һәм уларға запас өлөштәр һатып алыу мөмкинлеге бар.
- Район ауылдарында газ үткәргестәрҙе хеҙмәтләндереү нисек ҡуйылған?
- Районда 9 ауылдың халҡы тәбиғи газ менән ҡуллана. Газ менән файҙаланған 1540 абонентты хеҙмәтләндерәбеҙ. Слесарҙар газ үткәргестәрҙе тикшереү-күҙәтеү, газ бүлеү пункттарын ҡарау, газ ҡорамалдары боҙолған һәм башҡа осраҡтарҙа абоненттарҙан заявкалар алыу, йорттарҙағы газ ҡорамалдарының торошона
тикшереү кеүек эштәрҙе ҙур яуаплылыҡ менән үтәй.
Әйткәндәй, 23 кешенән торған коллективта ҡуйылған бурыстарына яуаплы ҡараусы, үҙ эшенең оҫталары булған хеҙмәткәрҙәр эшләй.
Оҙаҡ йылдар бик яҡшы эшләгән хеҙмәткәребеҙ, слесарь Наил Мырҙабаевтың юлын улы Аслан Мырҙабаев дауам итә. Уның эше айырыуса маҡтауға лайыҡ. Шулай уҡ тырыш егеттәребеҙҙең береһе водитель, монтажлаусы Фәнүр Муллағолов та ветерандарыбыҙға лайыҡлы алмашсы.
Эшебеҙ хәүеф менән бәйле булыу сәбәпле, хеҙмәткәрҙәр белемдәрен даими камиллаштырып тора. Һәр эшсе 2-3 өҫтәмә һөнәргә эйә.
- Киләсәккә ниндәй пландар ҡуйылған?
- Һуңғы арала газ үткәреүгә сертификаттар алыусыларҙың һаны артыу сәбәпле, тәбиғи газ үткәреүгә заявкалар күп килә. Әлеге ваҡытта сертификат алыусы бер нисә ғаиләнең йорттарына зәңгәр яғыулыҡ тоташтырыу менән мәшғүлбеҙ.
Районды газификациялау программаһына ярашлы, Иҫке Собханғол – Ырғыҙлы ауылы араһына газ үткәреү проекты башланған. Киләсәктә тағы 7 ауыл (Мәндәғол, Әтек, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй, Ҡотан, Ырғыҙлы, Мәҡсүт) һәм “Шүлгән-Таш” мәмерйәһе янындағы Морат туғай ял зонаһы тәбиғи газ менән файҙалана башлаясаҡ.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һөнәри байрамығыҙ уңайынан коллективығыҙға һаулыҡ, ғаиләләренә именлек һәм эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: