Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2020, 10:00

ХӨРМӘТЛЕ ГАЗ СӘНӘҒӘТЕ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ҺӘМ ТАРМАҠ ВЕТЕРАНДАРЫ!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Бөгөнгө көндә районыбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешендә газ сәнәғәте мөһим роль уйнай. Шәхси йорттар менән бер рәттән социаль объекттарҙың, предприятие һәм ойошмаларҙың өҙлөкһөҙ зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин ителеүе был өлкә хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт емеше булып тора.
Беҙҙең районда «Газпром газ тәғәйенләү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Белорет ҡалаһындағы филиалының Бөрйән комплекслы хеҙмәте 156 километрҙан ашыу газ үткәргестәрҙе һәм унда урынлашҡан ҡоролмаларҙы хеҙмәтләндерә. Тәбиғи газ менән файҙаланыусы 1540 абонент иҫәпләнә. Уларҙың тотороҡло һәм, иң мөһиме, аварияһыҙ эшләүен тәьмин итеү – хеҙмәткәрҙәрҙең төп бурысы. Киләсәктә лә был йәһәттән улар һынатмаҫтар тип ышанам. Ауылдарҙы тәбиғи газға тоташтырыу буйынса эштәр дауам итәсәк.
Байрам көнөндә айырым рәхмәт һүҙҙәрен күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәттәре булған, бөгөнгө көндә бай эш тәжрибәһен йәштәр менән ихлас уртаҡлашҡан тармаҡ ветерандарына еткерәм.
Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек, ғаилә бәхете һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем!
Читайте нас: