Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Сентябрь 2020, 13:00

ЯҠТАШЫБЫҘ БЫЛ ПРЕМИЯҒА ЛАЙЫҠ ШӘХЕС

Райондашыбыҙ, Иҫке Монасип ауылы ҡыҙы, шағирә, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Сәлихйән ҡыҙы Дәүләтбирҙинаның “Көҙгө алмалар” исемле китабы Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителде.

Райондашыбыҙ, Иҫке Монасип ауылы ҡыҙы, шағирә, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Сәлихйән ҡыҙы Дәүләтбирҙинаның “Көҙгө алмалар” исемле китабы Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителде.
Был китапҡа Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Аманат” поэмаһы, шиғырҙар, “Минең ғаиләм” исемле поэма һәм хикәйәләр ингән.
Тәнзилә Сәлихйән ҡыҙын быға тиклем, нигеҙҙә, шағирә, драматург итеп белһәк, һуңғы йылдарҙа ул үҙен өлгөрөп еткән оҫта телле прозаик итеп тә танытты. Уның “Зөһрәкәй”, “Ҡайтыу”, “Вазифа” тигән хикәйәләрендә заманыбыҙҙың мөһим һәм көнүҙәк проблемалары күтәрелә.
“Зөһрәкәй” хикәйәһе үҙәгендә эскелек кеүек заман сиренең аяныслы хәлдәргә килтереү ихтималлығы һүрәтләнһә, “Вазифа” хикәйәһендә тереклекте һаҡлау мәсьәләһе күңелгә үтерлек итеп асыла. “Ҡайтыу” хикәйәһендә автор Чечен һуғышы, чечен синдромы мәсьәләләрен күтәреп, уның эҙемтәләре хаҡында бәйән итә.
“Аманат” поэмаһы халыҡтар дуҫлығын данлай. Берҙәмлеккә саҡыра. Ата-бабаларҙың аманатын беҙгә еткереүсе булып торған Ҡая образы бик уңышлы алынған.
Тәнзилә Дәүләтбирҙина – илһөйәр, телһөйәр шағирә. Уның әҫәрҙәрендә тәбиғәтте һаҡлау кеүек изге бурысҡа ла иғтибар мул бүленә. Тәбиғәт күренештәре аша фәлсәфәүи уйҙарға бирелә. Тәү ҡарашҡа ябай ғына тел менән яҙылған шиғырҙары тәрән уйҙарға һала, тормош фәлсәфәһен асып бирә.
Тәнзилә Дәүләтбирҙина – талантлы шағирә лә, драматург та, яҙыусы ла, тәржемәсе лә. Төрки халыҡтары әҙәбиәтен дә байыта уның әҫәрҙәре. Үткән йыл Төркиәлә Ҡайғысуз Абдал исемендәге Халыҡ-ара әҙәби конкурс лауреаты булды. М. Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсында Башҡортостан буйынса лауреат исемен алды.
Шиғырҙары татар, сыуаш, балҡар, яҡут һ.б. телдәрҙә донъя күрҙе. Төрөк телендә “Ҡәрҙәш ҡәләмдәштәр”, “Gunsel Sanat” (“Хәҙерге сәнғәт”) журналдарында әленән әле баҫылып тора. Сит илдәрҙә төрки телле яҙыусылар йыйындарында ҡатнаша, Башҡортостанды лайыҡлы күрһәтә.
Кеше булараҡ та алсаҡ, башҡаларға иғтибарлы, ихтирамлы ул Тәнзилә Сәлихйән ҡыҙы. Бына тигән өс ул үҫтереп, уларҙы оло тормош юлына сығарған фиҙакәр әсәй ҙә.
Яҡташыбыҙ юғары премияға бик тә лайыҡ, тип иҫәпләйбеҙ.
Читайте нас: