Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Сентябрь 2020, 10:00

ҺӘР КӨНӨНӘ ШӨКӨР ИТЕП ЙӘШӘЙ

Рәйлә Исламғолова 1978 йылда Байназар урта мәктәбен тамамлағас, һис тә икеләнеп тормайынса, эргәләге фермаға һауынсы булып эшкә бара.

Рәйлә Исламғолова 1978 йылда Байназар урта мәктәбен тамамлағас, һис тә икеләнеп тормайынса, эргәләге фермаға һауынсы булып эшкә бара.
Рәйлә Сәхиулла ҡыҙы Сәлихова 1950 йылдың 3 сентябрендә Байназар ауылында донъяға килә.
Һуғыш йылдарында һәм унан һуңғы йылдарҙа тыуған балаларҙыҡы кеүек, Рәйләнең дә бала сағы ҡыуанып һөйләрлек хәтирәләр ҡалдырмай. Әммә бала саҡ бала саҡ инде ул.
Мәктәп йылдары, комсомол тормошо онотолорлоҡмо һуң?
Ғаиләлә дүрт ҡыҙ тәрбиәләнә. Барыһы ла эшһөйәр, теремек булып үҫә. Әсәйҙәре Шәрифә апай балаларына хеҙмәткә һөйөү аша матур тәрбиә бирергә тырыша. Ҡыҙҙар үҙҙәре лә һынатмай. Барыһы ла белем алыуға ынтылып тора. Икәүһе медицина юлын һайлай һәм оҙаҡ йылдар ошо йүнәлештә хеҙмәт итә.
Рәйлә Исламғолова 1978 йылда Байназар урта мәктәбен тамамлағас, һис тә икеләнеп тормайынса, эргәләге фермаға һауынсы булып эшкә бара. Унда бер йыл эшләгәндән һуң, ул саҡтағы колхоздың баш бухгалтеры Зәйнәғәбдин Дәүләтшиндең тәҡдиме менән Ҡырмыҫҡалылағы бухгалтерҙар әҙерләү курсын бөтөп ҡайта. Унан һуң “Ағиҙел” колхозында бухгалтер булып эшкә тотона. Был һөнәр йәш белгестең ғүмерлек шөғөлө булып ҡала.
Тап ошо йылдарҙа төҫкә һылыу, эшкә сая ҡыҙға егеттәр ҙә күҙ ата башлай. Әммә Рәйлә Яуымбай егете Рауил Сәлиховты оҡшата. Йәштәр яҡындан танышҡандан һуң, күп тә дуҫлашып йөрөмәй, никахлашып та ҡуя. Рауилдың был ваҡытта “Ағиҙел” колхозының баш зоотехнигы булып эшләгән сағы була.
Ауыл хужалығы институтын тамамлап ҡайтҡан йәштәр күбәйә барһа ла, колхоз-совхоздарҙа белгестәр етешмәй ине әле. Шул арҡала уларҙы бер урындан икенсе урынға күсереп йөрөтә башлайҙар. Рауил Салиховты башта “Ҡыҙыл таң” колхозына баш зоотехник итеп күсерәләр. Йәш ғаилә Яңы Монасип ауылына күсеп бара. Рәйлә колхоз бухгалтерияһында эш башлай. Оҙаҡламай Р. Сәлиховты ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы итеп үрләтәләр.
Колхоздың Тимер бригадаһы айырым колхоз булып айырылып сыҡҡас, “Маяҡ” колхозы рәйесе йөгөн байтаҡ кеше тартып ҡараны. Әммә был вазифаны берәү ҙә оҡшатманы, шикелле. Сират Рауил Сәлиховҡа етә. Был ваҡытта коммунистар партияһы ағзаһы булып өлгөргән Р. Сәлихов партия ҡушҡан эштән баш тарта алмай. Йәш ғаилә ҡыҙҙары Рәсимәне алып Тимер ауылына күсә. Унда ике йыл йәшәп алалар. Атай - колхоз рәйесе, әсәй кеше - колхозда бухгалтер.
Сәлиховтар ауылдан-ауылға күсенеп йөрөһә лә йәшәү урыны итеп Рәйләнең тыуған ауылы Байназарҙы һайлай. Ғаилә яңы өй һалып сыға.
Сәлиховтар ҡайһы ауылда йәшәмәһен, Рәйлә һәр кем менән уртаҡ тел таба белә. Коллективтың тиҙ генә үҙ кешеһенә әүерелә. Ҡыҫҡаһы, йәшлек дәрте менән янып йәшәй. “Ағиҙел” колхозында өҙлөкһөҙ стажы 17 йыл булып китә. Ауылдаштары уны өс саҡырылыш ауыл советы депутаты итеп һайлай. Йәмәғәт тормошонда актив ҡатнаша. Ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән серҙәштәр клубы ағзаһы була. Ҡатын-ҡыҙҙар советында янып эшләй.
Байназарға ҡайтып йәшәй башлағас, Сәлиховтар бер гектар ер алып, фермер хужалығы асып ебәрә. Унда төрлө йәшелсә-емеш үҫентеләре үрсетеп, халыҡҡа һаталар.
Фермер хужалығын үҫтереү буйынса Өфөгә семинарға барып ҡайта, фермерҙарҙың съезында делегат булып ҡатнаша ул. Әбйәлил районына ла семинарға бара. Унда ете райондың фермерҙары йыйылған була. Бөрйән делегацияһын ул саҡтағы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәсимә Вәлиуллина етәкләй.
Рәйлә Сәлихова актив тормош алып барған ваҡытында “Таң” гәзитенең хәбәрсеһе лә булды. Уның көнүҙәк темаларға яҙған мәҡәләләрен халыҡ яратып уҡыр ине.
Ләкин ҡаза аяҡ аҫтында, тиҙәр бит. Сәлиховтар ғаиләһе 2011 йылдың 7 сентябрендә юл-транспорт фажиғәһенә юлығып ҡуя. “Урал” мотоциклы менән ҡайтып килгәндәрендә үҙҙәренең өйө тапҡырында Олоғужанда ял итеп ятыусы туристар еңел автомашина менән быларҙы төкөп китә. Ире Рауил Сәлиховтың мейеһе һелкенә. Ул дауаханала оҙаҡ ятмай. Ә Рәйләгә ныҡ эләгә. Әлеге көндә лә таяҡҡа таянып йөрөй.
Аварияла ғәйеплеләр яуап бирергә тейеш бит. Теге иҫерек егеттәргә (руль артында ҡатын-ҡыҙ) йөҙ мең һум штраф һалынған була, әммә уныһы ла килеп етмәй, түләнмәй.
Рауил көслө инсульттан быйыл март айында үлеп ҡалды. Рәйлә донъя ауырлыҡтарына бирешмәй, һаман да йәш ваҡыттарындағы кеүек күңеле көр, барыһын да шартлатып һөйләп тора.
Ҡыҙҙары Рәсимәгә лә матур тәрбиә биргән был ғаилә. Рәсимә районда ғына түгел, республика күләмендә танылған башҡорт теле уҡытыусыһы. Ә ейәндәре Айнур Өфө нефть-техник университетында уңышлы уҡып йөрөй.
Рәйлә Сәлиховаға 3 сентябрҙә 70 йәш тулды. Артабан да күңел көрлөгө ташламаһын уны.
Читайте нас: