Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2020, 12:00

«112» ҺӘМ “101” ҺАНДАРЫН БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?

Улар ярҙамында ашығыс медицина хеҙмәте, янғын һағы, полиция, газ селтәренең авария хеҙмәте, һыу менән тәьмин итеү хеҙмәте, электр селтәрҙәре хеҙмәте кеүек ҡабул итеүсе хеҙмәттәргә хәбәр итeргә мөмкин.

Был халыҡ өсөн бөгөн генә барлыҡҡа килгән яңылыҡ түгел. Ләкин, бәлә килгән осраҡта, кеҫә телефонынан дежур-диспетчер хеҙмәте һандарына (112), йә булмаһа янғын һағы хеҙмәте һандарына (101) шылтыратып та бәйләнешкә инә алмаған осраҡтар бар.
Ошо һандарҙы йыйғас, башта робот-автомат яуап бирә башлай. Шул ваҡытта уның һөйләгәнен сабыр ғына тыңлап бөтөргә кәңәш ителә. Ә ысынбарлыҡта киреһенсә килеп сыға, йәғни бәлә тураһында хәбәр итеүсе, сабырлығы бөтөп, бәйләнеште өҙә. Шул арҡала тейешле ярҙам хеҙмәттәре лә ваҡытында килеп етеп өлгөрә алмаҫҡа мөмкин.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
“112” - дежур-диспетчер хеҙмәте номеры;
“101” - янғын һағы хеҙмәте номеры.
Һаҡ булайыҡ, уяу булайыҡ!
Читайте нас: