Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Сентябрь 2020, 16:00

ТУҠЛАНЫУҒА ҺӘМ МӘКТӘП ФОРМАҺЫНА СПРАВКАЛАР ЙЫЙЫУ КӘРӘКМӘЙ

Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы буйынса филиалы, бушлай туҡланыуға һәм мәктәп формаһына компенсация алыуға хоҡуҡты раҫлау Тәртибе үҙгәреү менән бәйле, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙән булған уҡыусыларға халыҡты социаль яҡлау филиалдары тарафынан бирелеүсе белешмәләрҙе (справка) күрһәтеү кәрәкмәйәсәк, тип белдерә.

Балаларға тәғәйен пособиены алыусылар булып торған ата-әсәләргә был справкаларҙы алыуҙы мәктәптәр ведомство-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә ойоштора.
Ошоға бәйле, ата-әсәләргә ғаиләнең аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ҡарағанлығын раҫлаған справка юллап, уларҙың түбәндәгеләргә хоҡуғын бойомға ашырыу өсөн Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарына шәхсән мөрәжәғәт итеүҙәренең кәрәге ҡалмай:
-күп балалы ғаиләләрҙән булған дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү ойошмалары, дәүләт һөнәри белем биреү ойошмалары уҡыусыларын бушлай туҡланыу менән тәьмин итеүгә;
-дәрестәргә йөрөү өсөн һатып алынған мәктәп формаһына йәки уны алыштырыусы балалар кейеме комплектына аҡсалата компенсация алыуға;
-күп балалы ғаиләләрҙән булған беренсе класс уҡыусыларына мәктәп кәрәк-ярағы йыйылмаһы өсөн;
-йән башына килемдәре Башҡортостан Республикаһында уртаса йән башына тура килгән минимумдан артмаған ғаиләләрҙән булған квалификациялы эшселәр, хеҙмәткәрҙәр әҙерләү буйынса урта һөнәри белем программаһын үҙләштереүсе һөнәри белем биреү ойошмалары уҡыусыларын Башҡортостан Республикаһы бюджеты иҫәбенә бушлай туҡланыу менән тәьмин итеүгә.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8(347 92) 4-15-44, 3-34-47.
Читайте нас: