Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Сентябрь 2020, 11:00

ЭШ БАШЫ - КӘҢӘШ

28 августа Иҫке Собханғол мәктәбенең тамаша залында район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте.

28 августа Иҫке Собханғол мәктәбенең тамаша залында район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте.
Унда район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли бүлек идаралығы начальнигы Б. Зиннуров, район мәғариф бүлеге начальнигы И. Хисмәтуллин, башҡа рәсми ҡунаҡтар, һәр мәктәп-баҡсанан делегаттар, мәктәп, баҡса етәкселәре ҡатнашты.
Йылдағынан айырмалы рәүештә, быйыл уҡыу йылы алдынан оло ҡорға йыйылған педагогтарҙы уҡыусылар йыр-моң һәм шиғырҙар аша онлайн форматта ҡотланы.
Артабан райондағы мәғариф торошо хаҡында доклад менән район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов сығыш яһаны.
Мәғариф министрлығынан вәкил Б. Зиннуров: “Беҙҙең идаралыҡҡа бер йыл, әммә ошо ҡыҫҡа осорҙа байтаҡ эштәр эшләнде. Башҡорт теленән төбәк-ара олимпиада федераль исемлеккә инде – хәҙер олимпиадала урын алыусыларға вузға ингәндә өҫтәмә мәрәйҙәр була. Мәҫәлән, ӨДНТУ-ға ингәндә, 10 мәрәй. Был үҙенә күрә туған телде өйрәнеүгә мотивация”, - тине.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Илназ Хисмәтуллин үткән уҡыу йылына ентекле анализ яһап, киләһе уҡыу йылында район мәғарифы алдында ниндәй бурыстар тороуын тәфсилләп бәйән итте.
Байназар урта мәктәбе директоры Й. Ҡотлобаев «Үҫеш нөктәһе» милли проекты сиктәрендә мәктәптәрендә нимәгә өлгәшкәндәр – асыҡ һәм ябай миҫалдарҙа һөйләп бирҙе. Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрендә уҡыусыларҙың манекендарҙа тәжрибә үткәреүе, квадрокоптерҙар менән эш итеүе ауыл мәктәбен ҡаланыҡынан айырмауға дәлил, тине.
Иҫке Собханғол мәктәбе директор урынбаҫары Л. Черкасова, Баҙал биҫтәһе мәктәп-баҡсаһы етәксеһе З. Фәйзуллиналарҙың үҙ белем усаҡтарының эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыуы ла мауыҡтырғыс булды.
Артабан сараның иң күңелле өлөшө – ҡотлауҙарға мөҙҙәт етте.
С. Ананьева (Иҫке Собханғол төп белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, 1-се биттәге һүрәттә), В. Йәмилева (Байназар урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы), В. Усманова (оҙаҡ йылдар Иҫке Собханғолда тәрбиәсе булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан педагог) Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнделәр.
Иҫке Собханғол мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы А. Вәлиәхмәтова менән Ырғыҙлы мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы А. Самохиналарҙың хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре” билдәһе менән баһаланды.
5 бала тәрбиәләп үҫтереүсе Яңы Усман мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Э. Мәжитова район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов ҡулынан “Әсәлек даны “ миҙалы алып ҡыуанды.
Уҡытыу-тәрбиә эшендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән бер төркөм уҡытыусыларға район Советы һәм хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Дәүләт имтихандарын ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн Иҫке Монасип мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Л. Сафина менән Иҫке Собханғол урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы А. Фәйзуллина Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Фәндәрҙең кесе академияһы сиктәрендә ойошторолған Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының тикшеренеү эштәре конкурсына призерҙар әҙерләгән уҡытыусылар Н. Бәшәрова (Иҫке Собханғол мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы), Р. Бикмөхәмәтова (Яңы Мөсәт филиалының математика уҡытыусыһы), Г. Ғәлина (Ырғыҙлы мәктәбенең биология уҡытыусыһы) Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
2019/2020 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса юғары һәм сифатлы белем биреүгә өлгәшкән, БДИ һөҙөмтәләре буйынса 80 һәм унан да күберәк мәрәй йыйған уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусылар – Иҫке Собханғол урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Ф. Садиҡова, ошо уҡ мәктәптең информатика уҡытыусыһы Р. Вәлиуллин, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л. Абдрахманова, Иҫке Монасип мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З.Ҡунафина, ошо уҡ мәктәптең йәмғиәтте өйрәнеү нигеҙҙәре фәне уҡытыусыһы З.Бурановаларға – 10 мең һумлыҡ, Әбделмәмбәт мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.Ғәбиҙуллина 90-дан күп мәрәй йыйған уҡыусы әҙерләгән өсөн 15 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.
Бер төркөм уҡытыусылар район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Шулай уҡ юбиляр-педагогтар сәхнә түренә сығып, үҙҙәренә тәғәйен бүләген алды, рәхмәт һүҙҙәрен ишетте.
Яңы уҡыу йылына яңы бурыстар билдәләп, кәңәшмә эшен йомғаҡланы.
Читайте нас: