Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2020, 13:00

ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА ИҢ ЯҠШЫ ӘҘЕРЛӘНГӘН МӘҒАРИФ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ БИЛДӘЛӘНДЕ

Район хакимиәте башлығы бойороғо нигеҙендә 10 августан 12 авгусҡа тиклем мәктәптәр һәм балалар баҡсаларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген район хакимиәте, район мəғариф бүлеге, Белорет район-ара күҙәтеү эшмəкəрлеге бүлеге, ЮХХДИ, райондың полиция бүлексәһе хеҙмəткəрҙəренəн торған 2 комиссия асыҡланы.

Янғын хәүефһеҙлеген тикшереүгә, тирә-яҡ биләмәләрҙең төҙөклән-дерелеүенә һәм техник торошон баһалауға айырыуса ҙур иғтибар йүнәлтелде. Шулай уҡ коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, яңы уҡыу йылында балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн шарттар булдырылыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Комиссияның һығымтаһы буйынса барлыҡ мәктәптәр һәм балалар баҡсалары яңы уҡыу йылына әҙер тигән баһа алды һәм түбәндәге мәктәптәр, балалар баҡсалары айырым урындарға лайыҡлы тип табылды.
Урта мәктәптәр араһында:
1-се урында - Иҫке Монасип урта мәктәбе;
2-се урында - Байназар һәм Иҫке Собханғол урта мәктәптәре;
3-сө урында – Аҫҡар урта мәктәбе.
Төп мәктәптәр араһында:
1-се урында – Ағиҙел төп мәктәбе;
2-се урында – Яңы Усман һәм Ҡолғана төп мәктәптәре;
3-сө урында – Әтек һәм Ғәлиәкбәр төп мәктәптәре.
Дәртләндереү бүләгенә лайыҡ булдылар:
- Тимер һәм Яңы Собханғол төп мәктәптәре.
Башланғыс мәктәптәр һәм балалар баҡсалары араһында:
1-се урында - Килдеғол балалар баҡсаһы;
2-се урында – Иҫке Собханғол башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы һәм Кейекбай башланғыс мәктәбе;
3-сө урында – Байназар һәм Иҫке Монасип балалар баҡсалары.
Дәртләндереү бүләгенә лайыҡ булдылар:
- Иҫке Собханғол 2-се һанлы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы һәм Ҡотан башланғыс мәктәбе.
Читайте нас: