Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2020, 14:00

МАҠСАТТАРЫ – ШӘХЕС ҮҪТЕРЕҮ

Мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына әҙерләү һөҙөмтәләре буйынса Иҫке Монасип мәктәбе дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында беренсе урынға лайыҡ булды. Уңыш сере нимәлә? Был һорауға яуап мәктәп менән танышыу барышында табылыр, моғайын.

Мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына әҙерләү һөҙөмтәләре буйынса Иҫке Монасип мәктәбе дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында беренсе урынға лайыҡ булды. Уңыш сере нимәлә? Был һорауға яуап мәктәп менән танышыу барышында табылыр, моғайын.
- Иҫке Монасип мәктәбендә былтырғы уҡыу йылында 113 бала уҡыһа, быйылғы йылда 110 бала белем аласаҡ. 11-се класты 7 уҡыусы тамамлап, шуларҙың дүртәүһе юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләк белдереп, берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырҙы. Мәктәп буйынса уртаса балл математиканан 47, урыҫ теленән 75, йәмғиәт ғилеменән 66, инглиз теленән 72. Был уҡытыусыларыбыҙҙың тырыш хеҙмәт емеше. Инглиз теле уҡытыусыһы Розалия Айытбаева, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Көнәфина, математика уҡытыусыһы Римма Мирасова, йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Зөлфиә Бурановаларҙың балаларға төплө белем биреү һөҙөмтәһе ул күрһәткестәр. Йәнә мәктәптең завучы Альмира Абдуллинаның эште дөрөҫ һәм оҫта ойоштороуы ла ошо һөҙөмтәләр эсендә сағылыш таба.
Коллективта 21 кеше, уҡытыусылар һаны - 19. Шулар араһынан 12 уҡытыусы - юғары, 7 уҡытыусы беренсе категориялы. Үткән уҡыу йылында мәктәптән 65 уҡыусы олимпиадаларҙа ҡатнашып, 23 призлы урын яулап, район кимәлендә мәктәпте беренсе урынға сығарыуға өлгәштеләр.
Алған урындарҙың 4-еһе еңеүселәр, 19-ы призерҙар. Республика кимәлендәге конкурстарҙа 1 еңеүсе, 4 призер булды.
Мәктәп быйылғы уҡыу йылына тулыһынса әҙер. Байтаҡ ремонт, әҙерлек эштәре мәктәптең үҙ көсө менән эшләнде.
Ҡыш көнө ҡыйыҡтарҙан ҡар шыуыу хәүефен күҙ уңында тотоп, мәктәпкә ингән ҡапҡалар һәм тротуар ситкә күсерелеп, яңыртылды. Мәктәп алдындағы майҙансыҡҡа асфальт һалдыртыуға һәм мәктәп алдындағы бағаналарға яңы лампалар ҡуйып яҡтыртыуға, мәктәпте яңы электр трансформаторына тоташтырыуға өлгәштек.
Уҡыусыларҙың сәнғәт өлкәһендәге һәләттәрен үҫтереү маҡсатында, мәктәп алдына ҙур сәхнә эшләнде. Спорт өлкәһендәге уңыштарға бағышлап, фойеға «Беҙҙең ҡаҙаныштар» тигән стенд эшләп ҡуйҙыҡ.
“Һанлы мәғариф мөхите” төбәк проектын бойомға ашырыу сиктәрендә мәктәп өр-яңы йыһаздар менән тәьмин ителде. Уҡыусылар өсөн - 30, уҡытыусылар өсөн 15 ноутбук, шулай уҡ 2 интеллектуаль шыйыҡ кристалл экранлы интерактив таҡта һәм 2 универсаль принтер алынды.
Дәрестәр компьютер ярҙамында ойошторола. Дәфтәр менән ҡәләм, таҡта менән аҡбур яйлап тарихҡа күсә. Тәжрибәләр өсөн махсус ҡоролма-йыһаздар тураһында һүҙ ҙә юҡ. Лаборатория һанлы, уҡытыусы тейешле күрһәткестәрҙе интерактив таҡтала теркәй, уҡыусылар иҫәпләүҙәрҙе планшетта башҡара, - тине мәктәп етәксеһе Д. Ҡотлобаев.
Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында мәктәп янына яңы гидрант эшләнгән. Бынан тыш, киләсәк көндәрҙә мәктәп биләмәһенә 2 һәйкәл ҡуйырға йыйыналар. Әлеге ваҡытта улар эшләнеп бөтөү өҫтөндәләр: береһе ГАЗ-63 маркалы йөк машинаһына булһа, икенсеһе - уҡытыусы һөнәренә һәйкәл.
Бына шулай һәр йәһәттән яңылыҡтарға ынтылып, балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙә яңы ысулдар, алымдар эҙләп, киләсәк шәхесен һәр яҡтан үҫешкән һәм эҙләнеүсән итеп үҫтереү маҡсатын алға ҡуйып йәшәй һәм эшләй монасиптар.
Читайте нас: