Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2020, 12:00

ӘҮҘЕМ БУЛҺАҠ, ЗАМАН АРБАҺЫНАН ТӨШӨП ҠАЛМАҪБЫҘ

Районыбыҙҙың барлыҡҡа килеүенә 90 йыл тулды. Ошо уңайҙан муниципаль район хакимиәте башлығы Манапов Ғәзиз Миңлеәхмәт улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Районыбыҙҙың барлыҡҡа килеүенә 90 йыл тулды. Ошо уңайҙан муниципаль район хакимиәте башлығы Манапов Ғәзиз Миңлеәхмәт улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Бөрйәндең үткәне тураһында халыҡ хәбәрҙар. Райондың бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында ни әйтерһегеҙ?
- Беренсенән, бөтә райондаштарыбыҙҙы, шул иҫәптән гәзит уҡыусыларҙы, районға битараф булмағандарҙы, үҙен Бөрйән кешеһе тип һанағандарҙы районыбыҙҙың юбилейы менән тағы бер тапҡыр ҡотлайым.
Бөрйән беренсе булып ойошторолған райондарҙың береһе тип иҫәпләнә. Әлбиттә, район үҙ тарихында төрлө мәлдәрҙе кисерә, шул иҫәптән ваҡытлыса икенсе райондарға ҡушылып тороу осорон да.
Беҙҙең район тәбиғәт ресурстарына бай. Ләкин финанс яҡтан бай тип әйтеп булмай, әлбиттә. Күрше райондар менән сағыштырғанда, беҙҙең мөмкинлектәр сиклерәк. Ҡайһы саҡта үҙебеҙҙең булған мөмкинлектәр менән дә тулыһынса файҙаланып бөтә алмайбыҙ.
Беренсенән, беҙ үҙебеҙҙең рекреацияла булған ресурстарҙы ҡулланып бөтмәйбеҙ һәм киләсәктә был өлкәлә эшләргә мөмкинлектәр бар әле. Туристик йүнәлеште әүҙемләштереү, инфраструктураны үҫтереү, ҡунаҡсыллыҡ инфраструктураһы йәһәтенән халыҡты аҡса эшләргә өйрәтеү төп маҡсаттар иҫәбендә. Район биләмәһенең яртыһы тиерлек айырыуса һаҡланған биләмәләр, ҡурсаулыҡтар, матур тәбиғәт мөйөштәре. Шунан файҙаланып, беҙ киләсәктә райондың килемен арттырыуҙы рекреацияның бер өлөшө булараҡ ҡабул итергә тейешбеҙ. Шул уҡ рекреацияның бер өлөшө - ауыл хужалығы. Был осраҡта бәләкәйерәк формалағы хужалыҡтарҙы күҙ уңында тоторға кәрәк. Киләсәктә ул туризмға ярҙамсы булып торорға тейеш. Халыҡҡа ҡортсолоҡ тауарҙарын, бәләкәй ферма хужалыҡтарында, үҙ хужалығында етештергән продукцияны сығарып һатыу мөмкинлеген арттырыу фарыз.
Өсөнсөнән, үҙебеҙҙең урман байлыҡтарын дөрөҫ һәм эффектлыраҡ файҙаланырға өйрәнергә кәрәк. Беҙҙең район ылыҫлы урмандарға бай. Төп маҡсаттарҙың береһе – ошо урмандағы ағас үҙебеҙҙең халыҡ тарафынан эшкәртелеп, сит райондарға, сит өлкәләргә матур тауар булып һатыуға сығарылырға тейеш. Был осраҡта бура, таҡта менән генә туҡталып ҡалырға түгел, ә оҫталарҙы йәлеп итеп, үҙебеҙҙең үҙенсәлекте арттырырға тейешбеҙ. Сифатлы йыһаз һәм, ғөмүмән, сит төбәктәрҙә ҙур ихтыяж менән ҡулланған тауарҙар етештереүҙе яйға һалырға кәрәк.
Иҡтисади йүнәлештән тыш, беҙҙең районды социаль райондар рәтенә лә индерергә була. Сөнки халыҡтың бер өлөшө үҙ районында йүнен тапһа, күпмелер өлөшө сит ҡалаларға, сит төбәктәргә сығып аҡса эшләй. Әлбиттә, быны насар яҡтан ғына ҡарарға ярамай, сөнки беҙҙең район республикабыҙ өсөн кадрҙар доноры булып тора. Тимәк, социаль йүнәлеште лә инҡар итергә ярамай. Шул иҫәптән мәктәптә кадрҙар тәрбиәләү, балалар уҡытыу, белем сифатын күтәреү, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәрҙең һанын арттырыу, технологик һәм техник белем алырға теләүселәргә күберәк иғтибар бүлеү мөһим. Сөнки уҡытыусы һәм табип һөнәрен һайлаусылар сағыштырмаса күп булһа, техник белемгә ынтылыусылар күпкә кәмерәк. Шул уҡ ваҡытта техник йүнәлештә ҡаҙаныштар ҙа юҡ түгел. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә балалар робот техникаһы менән шөғөлләнә. Был киләсәктә техник йүнәлештәге һөнәр эйәләрен тәрбиәләргә булышлыҡ итәсәк.
-Һеҙҙең күҙлектән Бөрйәнде Бөрйән иткән өс нәмә нимәләр һәм ни өсөн?
-Бөрйәнде Бөрйән иткән өс нәмәнең береһе - беренсе сиратта, уның халҡы. Бөрйән, ҡыпсаҡ, түңгәүер һәм башҡа ырыуҙар вәкилдәре бергә Бөрйән районы халҡын тәшкил итә. Районда башҡорттарҙан тыш, башҡа милләт вәкилдәре лә йәшәй. Бер яҡтан ҡарағанда, беҙҙең Бөрйән халҡы тыныс, тыйнаҡ, ипле, конфликтһыҙ, тиһәк, икенсе яҡтан, улар шул уҡ мәлдә тура, ғәҙел һәм эскерһеҙ ҙә.
Бөрйәнде Бөрйән иткән икенсе сығанаҡ - ул тәбиғәте: ғорурланырлыҡ урыны булған Шүлгәнташ, Мәсем тауы, Ағиҙел йылғаһы, тауҙары, йылғалары, Инсебикә, Антон ҡаяһы, Сейәлетау һәм башҡа билдәле урындары тип уйлайым.
Өсөнсө нәмә – ул ошоларҙы бөтәһен бергә берләштереүсе исемебеҙ, минеңсә. Сөнки ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, Бөрйән тигән исем күҙ уңында: Бөрйән балы, Бөрйән айыуы, Бөрйән Шүлгәнташы, Бөрйәндәге туризм... Бер яҡтан, ул иҡтисади күренеш. Сөнки шул бренд аҫтында беҙ Бөрйәндә етештерелгән продукцияны, тауарҙарҙы Бөрйән исеменән һатырға өйрәнергә тейешбеҙ.
-Эпостар төйәге, милләтебеҙ сәңгелдәге булған сал тарихлы Бөрйәндең яҙмышын үҙ ҡулығыҙға алғас, ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ?
-Әлбиттә, районға етәксе итеп ҡуйылғас, үҙем ошо район кешеһе булараҡ, районым өсөн бик ҙур яуаплылыҡ тойғоһо кисерҙем. Бөрйән тел, милли үҙенсәлек йәһәтенән башҡаларға үрнәк булып торорға тейеш бит инде. Бөрйән ерендә телгә, тарихҡа иғтибарҙың айырыуса ҙур булыуы сер түгел. Башҡортостандың этник торошо беҙҙең районға бәйле.
Беҙҙең маҡсатыбыҙ – халҡыбыҙҙың яҙмышын, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу һәм киләсәккә ошо байлыҡ менән бергә атлау. Балалар әсә телендә һөйләшергә, халыҡ эпостарын белергә, тыуған яғын яратып үҫергә тейеш. Бөгөнгө технология һәм мәғлүмәт быуаты ваҡытында кешегә үҙбулмышын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек булдырыу шарт. Һәр кешенең үҙенең бәләкәй Тыуған иле, бәләкәй Бөрйәне булырға тейеш, тип уйлайым.
-Бөгөнгө көндә тотош район буйынса иң “башты ауырттырған” мәсьәлә ниндәй?
-Бөгөнгө көндә иң башты ауырттырған социаль мәсьәлә - эш урындары булдырыу. Эшһеҙлек мәсьәләһенең киҫкен тороуы бер кемгә лә сер түгел. Беҙ һәр ваҡыт шәхси эшҡыуарҙарҙан минималь кимәлдә булһа ла эш урындарын арттырыуҙы һорап киләбеҙ. Яңы ойошма асыла икән, уның рәсми теркәлеүе Бөрйәндә булыуын талап итәбеҙ. Бер яҡтан, район бюджетына өҫтәлмә килем булһа, икенсе яҡтан, иң мөһиме, ул халыҡҡа йәшәү сығанағы, килем бирә. Заманында бер ауылда ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән ағай һәр ваҡыт: «Кешене эшкә алған ваҡытта ул ғаиләлә эшләгән кеше бармы икәнен ҡараным. Әгәр ул ғаиләлә бер эшләгән кеше булһа, мин эште бер ағзаһы ла эшләмәгән ғаиләгә бирергә тырыштым. Был ғаиләгә лә йәшәү сығанағы булырға тейеш бит», - тей торғайны. Миңә шул фекер нишләптер ныҡ тәьҫир итте. Ысынлап та шулай, әгәр ғаиләлә бер кеше булһа ла эшләй икән, тимәк, был ғаиләлә ниндәйҙер кимәлдә йәшәү сығанағы бар тигән һүҙ. Әлбиттә, ике кеше эшләһә, был бигерәк тә яҡшы. Ауыл ерендә беҙ был мәсьәләне хәл итергә тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта кеше үҙе лә тормошта үҙ урынын табырға, үҙ йүнен үҙе күрергә ынтылып торорға тейеш. Сөнки хәҙерге ваҡытта кемдәндер өмөт итеп ятырға ярамай. Үҙ эшеңде башлап ебәрһәң, хөкүмәт тарафынан ярҙам сараларына өмөт итергә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ әлеге ваҡытта шул яҡтан ғына булышлыҡ итә алабыҙ.
Отчет йыйылыштарында ҡайһы ваҡыт ҙур колхоз-совхоздар булдырыу тураһында һорауҙар ҙа килеп сыға. Колхоз-совхоздар этабы тарихта ҡалды. Беҙҙең район, таулы булараҡ, ҙур колхоз-совхоз булдыра торған урын түгел. Фермер хужалығы булһынмы, туризм булһынмы, башҡа төрлө эшмәкәрлектәр булһынмы, халыҡҡа яйлап үҙенең йүнен үҙе күрергә өйрәнергә ваҡыт. Бындай йүнәлештәрҙәге башланғыстарҙа район, хөкүмәт финанс яғынан ярҙам итәсәк.
Эшһеҙлек менән бер рәттән эскелек мәсьәләһе лә киҫкен генә тора. Беҙ уға ҡаршы бергәләп көрәшергә тейешбеҙ. Беренсе сиратта йәш быуын менән эшләүҙе көсәйтергә кәрәк. Мәктәптәрҙә эскелектең зыяны хаҡында тәрбиәүи эштәр алып барырға, уға ҡаршы профилактик саралар уҙғарырға, дини тәрбиәне көсәйтергә кәрәк, тип уйлайым.
Законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәр менән көрәш алымдарын да үҙгәртеү мөһим. Беҙ был йәһәттән һәр ваҡыт инициатива менән сығып килдек. Бөгөнгө көндә лә Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт ителде. Беренсенән, законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә штрафты 30 меңдән 100 меңгә тиклем арттырыуҙы тәҡдим итәбеҙ. Икенсенән, икенсе тапҡыр тотолғандан һуң, енәйәт эше асыу процесын ябайлаштырырға кәрәктер, тибеҙ. Сөнки әлеге ваҡытта енәйәт эше асыр өсөн полиция хеҙмәткәрҙәренә бихисап процедура аша үтергә тура килә. Шул иҫәптән спиртлы эсемлекте, экспертиза һығымтаһы алыу өсөн, күрше райондарға ебәреп, уның кеше организмына зыян икәнлеген иҫбатлау шарт. Ҡайһы бер осраҡта ағыу һатыусы яуаплылыҡтан тайпылып ҡалырға ла мөмкин. Ғәйепле тип табылған кеше тиҙ арала язаһын алырға тейеш, тип иҫәпләйем.
Өсөнсө “башты ауырттырған” мәсьәлә тип үҙебеҙҙе инертлы булыуыбыҙҙы әйтер инем. Был термин, бәлки, кемдәргәлер оҡшап етмәҫ. Әммә халыҡ яйыраҡ һәм әүҙемлек етмәй. Иҡтисадҡа килгәндә, беҙ әлеге көндә халыҡты эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә, миҫал өсөн, йылға буйындағы буш ятҡан ерҙәрҙе алып, туристар менән ниндәйҙер эшмәкәрлек алып барырға өндәйбеҙ. Эшҡыуарлыҡты асып, төрлө программаларҙа ҡатнашып, Гранттар алырға, конкурстарҙа ҡатнашырға әйҙәйбеҙ. Ләкин йөрьәт итеүселәр әҙ. Шуға күрә халыҡты сосораҡ, әүҙемерәк булырға саҡырам.
-Бөрйәндең киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?
-Беренсенән, ҡапыл ғына ниндәйҙер ҙур бер предприятие барлыҡҡа килеп, халыҡты эш менән тәьмин итәсәк, тигәнгә өмөт итеп булмай. Районға ҡарата айырым ҡараш та талап ителә.
Ҡайһы ваҡытта Бөрйән телде һаҡлап ҡалыусы берҙән-бер бөртөк район булып ҡалмаҫ микән, тигән ҡурҡыу хистәре лә барлыҡҡа килә. Сөнки тел мәсьәләһе минең өсөн көнүҙәк булып ҡала килә.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, баяғы һанап киткән мөмкинлектәрҙе файҙаланһаҡ, үҙебеҙҙең киләсәкте туризмда, рекреацияла, ағас эшкәртеүҙә, етештереүҙә күрә алһаҡ, тимәк, районыбыҙҙың киләсәге лә матур буласаҡ.
-Бөрйән, тигәс, һеҙҙең күңел түрендә ниндәй әҫәр йәки образ күҙ алдына баҫа?
-Бөрйән, тигәс, күҙ алдыма иң тәүҙә бала саҡтан килгән образ - ҡыпсаҡ ырыуы менән бөрйән ырыуының үҙ-ара көрәше, ыҙғышы килеп баҫа. Ҡайһы ваҡыт кемдәрҙер ырыу эсендәге кешеләрҙе бүлергә тырыша. Был дөрөҫ йүнәлеш түгел, тип уйлайым. Сөнки беҙ бөтәбеҙ ҙә башҡорттар һәм ырыу-ара бүлеүҙәр халыҡтың тарҡалыуына килтерергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ырыуҙарыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, ағасын, ҡошон, тамғаларын, оранын иҫтә тотоу ҡанбабалар иҫтәлегенә ихтирам менән ҡарау тигән һүҙ.
Бөрйән - эпос-легендалар төбәге. Үҙебеҙҙең эпос-легендаларға, ғөмүмән, тарихыбыҙға хөрмәт менән ҡарау, үҙ төйәгебеҙҙең тарихын белеү бик мөһим.
-Районыбыҙҙың йылъ-яҙмаһы булған “Таң” гәзите өсөн дә быйыл юбилей йылы (1935-2020 йй). Уның тормошо район тормошо менән айырылғыһыҙ. Шуға күрә гәзит, гәзиттең киләсәге тураһында фекерегеҙҙе ишетке килә.
-Беҙҙең район гәзите коллективы гәзиткә күңелен һалып эшләргә тырыша. Гәзит халыҡсан. Мин үҙем дә редакцияла булғаным, эштәрен күргәнем бар. Коллектив һәр ваҡыт ойошҡан, берҙәм команда булып эшләй. Ҡасан барһаң да, ишектәре асыҡ, йөҙҙәре яҡты. Үҙҙәре оптимистик рухта.
Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер гәзиттәрҙең яҙмышы һорау аҫтында тора. Сөнки матбуғат баҫмаларын финанслау кәмене. Гәзиттәр тулыһынса үҙҙәрен-үҙҙәре финанслауға күсте, йәғни бөтә сығымдарҙы ла үҙҙәренең килеме менән ҡаплауға өлгәшергә тейештәр. Ә редакцияның килеме тик тираждан, рекламалар, ҡотлауҙар һәм урындағы үҙидара органдарының норматив-хоҡуҡи документтарын урынлаштырыуҙан йыйылыуы барыһына ла билдәле. Районда реклама биреүсе ҙур предприятие, ойошмалар ҙа юҡ.
Ни булһа ла, беҙ районыбыҙҙың берҙән-бер башҡорт телендә сыҡҡан гәзитен һаҡлап ҡалырға бурыслыбыҙ. Шул уҡ ваҡытта, гәзиттең дә заман талаптарынан сығып, форматын әҙерәк үҙгәртеү, халыҡты ҡыҙыҡһындырған темаларға өҫтөнлөк биреү йүнәлешен уйларға кәрәктер, тип уйлайым.
Бөрйән районы сәскә атһын, халыҡ бөгөнгөләй бер-береһенә яҡшы мөнәсәбәттә булһын, ихлас, әүҙем һәм эскерһеҙ булып ҡалһын. Әүҙем булһаҡ, заман арбаһынан төшөп ҡалмаҫбыҙ!
Уңыштар бөтәгеҙгә лә!

Читайте нас: