Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Август 2020, 11:00

«ЯҘМЫШЫМ БӨРЙӘНДӘН АЙЫРЫЛҒЫҺЫҘ...»

Тере энциклопедия, тип әйтергә була уны – район тарихын, ер-һыу атамаларын, кешеләрҙе биш бармағылай белә, әле булһа өҫтәленән гәзиттәр өҙөлмәй, телевизорҙан ил, донъя яңылыҡтарын тыңлап, бөтә яңылыҡтан хәбәрҙар булып, хатта Энгельстан цитаталар килтереп хәбәрен һөйләп ултыра әле ул шәп бабай!

Тере энциклопедия, тип әйтергә була уны – район тарихын, ер-һыу атамаларын, кешеләрҙе биш бармағылай белә, әле булһа өҫтәленән гәзиттәр өҙөлмәй, телевизорҙан ил, донъя яңылыҡтарын тыңлап, бөтә яңылыҡтан хәбәрҙар булып, хатта Энгельстан цитаталар килтереп хәбәрен һөйләп ултыра әле ул шәп бабай!
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Иҫке Собханғолдоң ғына түгел, тотош райондың абруйлы аҡһаҡалы, гәзитебеҙҙең оҙаҡ йылдар дауамында әүҙем хәбәрсеһе Ваһапов Абдулла Ноғоман улының районыбыҙға бирер баһаһы – шәхси күҙәтеүенән, күргән-кисергәненән, райондаштарына әйтер һүҙе – йөрәге түренән.
Тере энциклопедия, тип әйтергә була уны – район тарихын, ер-һыу атамаларын, кешеләрҙе биш бармағылай белә, әле булһа өҫтәленән гәзиттәр өҙөлмәй, телевизорҙан ил, донъя яңылыҡтарын тыңлап, бөтә яңылыҡтан хәбәрҙар булып, хатта Энгельстан цитаталар килтереп хәбәрен һөйләп ултыра әле ул шәп бабай!
Район ойошторолоу тарихынан
Элек район тарихын күп яҙҙым инде. Хәҙер ҡул эшкинмәй, юғиһә яҙыр инем. Боронғолар белмәй әйтмәгән инде, туҙған галуш – ишек төбөндә, яңыһы түрҙә, тип.
Тәүҙә район үҙәге Мәндәғолда булған, беҙ 3-сө Бөрйән волосына ҡарағанбыҙ. 1925-1926 йылдар тирәһе ул янған, шунан волость үҙәге Янһарыға күскән. Артабан – Иҫке Собханғолға, сөнки был ауыл урта тошта урынлашҡан. Элек бит райондарҙы ырыуға ҡарап ойошторғандар. Беҙ – Бөрйән ырыуы. Тимерҙән түбән ауылдар ошо ырыуға ҡарай. Иҫәнғазы, Йәрмөхәмәт ауылдары бөткән ауылдар исемлегендә. Тағы күп кенә ауылдарҙың ике исеме булған. Мәҫәлән, Йәрмөхәмәт (Маҙалы), Иҫәнғазы (Күскәрбәк), Кейекбай (Баштире). Баштиренең тарихы ла бар: бер һунарсы төлкөнө баҫтырып, ала алмай урманда йоҡлай. Өшөй был. Иртәгәһенә тотоп, төлкөнө һуя ла, тиреһен бүрек урынына башына кейеп ҡайта. Шунан Баштире килеп сыҡҡан.
Райондың үҫеше минең күҙ алдында үтте инде ул. Ҙурыраҡ ауылдарҙа колхоздарҙың идараһы, бәлкәйерәктәрендә бригадалары булды.
Райондың тәүге һабантуйын да хәтерләйем әле – ул әлеге Мәжит Ғафури урамындағы тигеҙ ерҙә үтте. Районда тәүгеләрҙән булып урта мәктәпте тамамлаусыларҙы шунда тәбрикләнеләр. Иҫәнғазынан (бөткән ауыл) Алғазин Зиннәткә шунда алтын миҙал тапшырылды. Айытбаев Мөҙәрис, Барыев Самат, Фәйзуллина Хәжирә, Хәлитов Кәлимулла, Байшөғөрова Зөлхизә, Назаров Мөҙәрис, Сәғитов Барыйҙар тәүге ҡарлуғастар булды.
Үҫеш баҫҡыстары
1942 йылда Ишкинина Асия йәшәгән ерҙән түбән яҡты һыу баҫты. Һыу диңгеҙ булды. Кешеләрҙең ҡайһылары балнис тауына малын мендереп ҡалды, бәғзеләр ҡыйыҡ башында тороп ҡалды. Ул йылды яҙ иртә килде. Алағуян тамағында йәшәй инем. Леспромхозға тип түбән төшһәм, ҡабаҡ аҫтынан һыу сыҡҡан. Аҙаҡтан белдек - Әүжәндең быуаһы йырып сыҡҡан булған. Бөтә документ, архив, китаптар юҡҡа сыҡты. Байназар, Монасип тирәләре лә һыу аҫтында ҡалды. Ул саҡта райсовет Әүжәндән ағыҙып алып киленгән байҙар йортоноң бинаһында ине. Ҡарағайҙары йыуан, матур йорт булып иҫтә ҡалған.
Ағас мәктәп бер ҡатлы булды, икенсе ҡатын төҙөгәйнеләр, янды. Мәсетте Матросов урамына төкөлгән ергә алып барып ултырттылар. Хәҙерге Ленин урамы барып боролған ерҙә леспромхоз булды, күпер төбөндә – дәүләт банкы. Райпо барлыҡҡа килде. Иҫке Собханғол ысын район үҙәгенә әйләнде. Типография, редакция хәҙерге полиция урынлашҡан ерҙән түбәнерәк ағас йортта ултырҙы, уның башы шифер менән ябылған ине.
Ул заманда Тимер ауылында таш сығарҙылар. Ул йоҡа ғына ине. Шуны ташып, редакция башын яптылар.
Раскулачивание башланғас бында килеп һыйынған урыҫтар Бөрйән кешеһе булып китте. Әүжәндән, Кананикольскиҙан килделәр. Хоҙайбирҙин Тимерйән ҡарт Әүжәндә Ермолин тигән байҙа эшләгән. Эҙәрлекләүҙән ҡасып, теге бай Бөрйәнгә Еремеев булып килгән. Дәүләт банкы башлығы, леспромхозда бухгалтер булды ул.
Ул саҡта белемле кадрҙар юҡ, булғандарына “кулак” мөһөрө баҫып, баштарын ашап бөтәләр.
Ағасты Күркәтауҙа ҡырҡалар ине, әммә контораһы бында булды.
Яйлап коммуналь хужалыҡ, “Стройучасток” тигән нәмә асылды. Молотилка юҡ, тәпәс менән тары һуғырҙар ине.
Уға бәйле таҡмаҡ та бар:
Ғәлләм мулла өмә иткән
Әтәс һуйып тәпәскә.
Тәпәс өмәһенә кемгә әйткән? –
Кәшәф менән Ғәббәскә.
Тарихы былай: Ғәббәс мулланың әбейе, өмәгә тәкә һуяйыҡ, тигән. Тегеһе, ҡыҙғанып, әтәс кенә һуйҙыртҡан.
Халыҡ бик фәҡир йәшәне: өҫтөндә – киндер ыштан-күлдәк. Һәр ауылда кешенең әлеге картуфы үҫкән баҡсаһында киндер үҫте. Шуны йолҡоп алып, эшкәртеп, станокҡа һалып киндер сүс һуғалар ине. Эсендәге орлоғон да алаһың.
Игенде ҡул менән сәсә торғайнылар. Муйындарына аҫып алып, һибеп сәсәләр ине. Ерҙе һуҡа менән һөргәндәр. Төп иген дә тары ине. Күп ауылдарҙа климат ныҡ ҡаты булды – сәскән нәмәһен ҡырау өтә лә ҡуя торғайны. Йылға башында ултырған ауылдар ыҙаланы ҡырауҙан. Иген, йәшелсә сәсә алманылар ошо сәбәпле.
Кеше ваҡ мал көттө. Тиреһен Әүжәнгә алып барып иләтеп, тиртун, толоп тектереп алырҙар ине.
Ашау яғы хөрт булды. Игенен һуғып алһа, бирешмәне. Ярманы килелә төйөп, игенен ҡул тирмәнендә тарттырып йәшәне халыҡ.
Әтектә быуа быуып, тирмән ҡуйҙылар.
Районға локомобиль килгәс, ул тирмәнде өйрөлттө, икенсе яғында ағас быстылар.
Тәүге локомобилде Афанасий Евдокимович Быков ҡорҙо. Бында уны утын яғып эшләттеләр.
Колхоздар ойошторолғас, улар иген сәсә башланы. Кешеләргә трудоденгә иген бирҙеләр. “Меспром” тигән предприятие таҡта яра башланы. Халыҡ ҡабыҡ башлы өйөн таҡта башлыға алмаштырҙы.
Халыҡ инде аҙыраҡ тын алып, рәхәтләнеп йәшәйем, тигәйне, бынау фашист ҡороғоро яу асты. Башҡортостан 15 йылға артҡа тәгәрәне.
Быйма баҫтыра алмаған кеше ойоҡ менән сабата кейҙе.
Район түрәләре гел ситтән килде. Райком, райсовет, милиция начальнигы – гел ситтән ине. 1937 йылда уларға “халыҡ дошманы” мөһөрө баҫып, алып китеп бөттөләр. Мин белгәндән иң йыртҡысы Фәйрүзов булды, Шишмәнеке ине. Тейешен дә, тейеш түгелен дә төрмәгә тыҡты.
Шул осорҙан бер тарих. Мәһәҙейҙә арҡала ер һөргәндәр. Шунда бер Хәсәнов тигән ҡарт иртән тороп төшөн һөйләгән: “Егеттәр, бөгөн төш күрҙем әле: колхозды тараталар ҙа, беҙгә бүлеп бирәләр икән, тейем”, - тигән. Арҡаға бер кем килмәгән, бер кем ҡайтмаған, әммә теге ҡартты 10 йылға ебәргәндәр ошо төшө өсөн.
Ошаҡсылар донос аҫтына үҙ фамилияларын яҙмаған – гел рус фамилияларын уйлап яҙғандар.
Тарыуалдан Ғәйзулла атлы берәү, мәрәкәләп: “Егеттәр китеп бөттө, беҙгә ҡатындар мул ҡалды”, - тигәне өсөн 10 йыл йөрөп килә.
Бойҙай икмәге ашай алманыҡ беҙ. Аҡ икмәкте 1939 йылда ғына күрҙек. Дөгө ярмаһының исемен дә белмәнек, булғаны тары булды. Килеп тороп өй башына ит, һөт, май, йомортҡа, йөн йөкләмәһе һалдылар. Уны, бар, үтәмәй ҡара! Майҙы иретеп кенә тапшырҙыҡ. Шәкәр менән тоҙ камауай – ҡул тирмәнендә тартып алаһың.
Нужа ҡаласын күп ашаныҡ инде... Һөйләһәң, китапҡа һыймаҫ.
Һе, хәҙерге тормош – үҙе ожмах. Элек бөтә нәмә ҡул менән эшләнһә, хәҙер кеше кнопкаға ғына баҫып донъя көтә. Тормоштоң ҡәҙерен генә белер кәрәк. Элек бер ҡат кейемгә зар-интизар булһаҡ, хәҙер шифоньер тулаһы кейем – ҡайһыһын кейергә белеп булмай. Ризыҡты инде әйтәһе түгел – өҫтәлдәр төрлө ниғмәт-һыйҙан һығылып тора. Рәхәт йәшәй кеше хәҙер, үтә рәхәт йәшәй. Ошо матур, тыныс тормоштан айырмаһын инде ил-көндө. Һуғыш сыҡмаһын, аслыҡ-яланғаслыҡ миктәтмәһен – ошо ғына теләк!
Эпилог урынына
Эйе, һуғыш дәһшәтен үҙ йөрәге аша үткәргән ветерандың ил-көнгә, райондаштарына әйтер һүҙе тос һәм һәлмәк. Бөгөн булһа гәзит уҡып, телевизорҙан донъя, ил-күс йәшәйеше хаҡында мәғлүмәттәр ҡарап, һәр нәмәгә үҙ баһаһын биреп ултырған аҡһаҡал ул Абдулла бабай. Күпте күргән, күпте кисергән. Тормош нужаһы, күргән-кисергәне уның күңелен ҡатырмаған, киреһенсә, ошо тормошҡа һөйөү уятҡан, ғүмерҙәрҙең ҡәҙерен белеп, һәр нәмәгә риза булып йәшәргә өйрәткән. Һаулыҡтан, күңел тыныслығынан, имен ҡартлыҡтан айырмаһын уны...
Читайте нас: