Бөрйән районы 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола. Йылайыр кантонының Бөрйән волосына ингән ауылдар яңы райондың нигеҙен тәшкил итә.
Районды ойоштороу
Бөрйән районы 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола. Йылайыр кантонының Бөрйән волосына ингән ауылдар яңы райондың нигеҙен тәшкил итә. Тамъян-Түңгәүер волосының Аҫҡар, Брәтәк, Мәһәҙей һәм Ҡолғана, Кананикольск волосының Ырғыҙлы ауылдары ла ҡушыла Бөрйәнгә. Барлығы шул осорҙа 7 ауыл Советына ҡараған 46 ауыл була (утарҙар ҙа иҫәпләнә). Халыҡ һаны - 7793 кеше.
1778 шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Район үҙәге итеп тәүҙә Яңы Собханғол ауылы, аҙаҡ Иҫке Собханғол билдәләнә.
Райондың
тәүге аҙымдары
1930 йылда 400 шәхси хужалыҡ 16 колхозға берләшә. 1936 йылдың яҙына колхоздарға райондағы 60 % шәхси хужалыҡ инә.
Ауыл хужалығы район иҡтисадында ярҙамсы ролдә йөрөй. Урындағы халыҡ иген сәсеү менән 1921 йылдағы аслыҡтан һуң ғына шөғөлләнә башлай.
1931 йылда Өфө менән телефон бәйләнеше булдырыла, почта, телеграф бүлексәләре эшләй башлай, 2 ауыл Советына телефон һуҙыла. Ҙур энергетика Бөрйәнгә 1975 йылда «Әүжән-Байназар» ВЛ-110кВ һәм «Байназар»подстанцияһы төҙөлгәс кенә инә. Быға тиклем өйҙәрҙә электр уты бары колхоздарҙың дизель станциялары менән киске ваҡытта ғына яндырыла. Иң аҙаҡҡыларҙан булып 1995 йылда Үрге Нөгөш, 2007 йылда Аҡбулат ауылдары өҙлөкһөҙ электр энергияһына тоташтырыла.
Районда ағас әҙерләү эшен 1928 йылда төҙөлгән Бөрйән леспромхозы башҡара. Ул Ырғыҙлы, Күркәтау, Ҡана, Әтек, Нөгөш участкаларын берләштереп, Бөрйән, Йылайыр, Мораҡ райондары биләмәләрендә ағас әҙерләй.
1932 йылдың майында районда тәүге баҙар асыла. Колхоз баҙары эшсе һәм крәҫтиәндәрҙе аҙыҡ-түлек, колхозсыларҙы аҡса менән тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай.
Промколхоздар үҙ иҫәптәренә клубтар, изба-читальнялар асып, унда эшләү өсөн иң актив космомолецтарҙы, колхозсыларҙы тәғәйенләйҙәр. Бөрйәндәр тормошона яңылыҡ - кино килә.
Иҫке Собханғолда кооператив магазин асыла. Артабан магазиндар Байназар, Әтек, Ғәлиәкбәр, Аҫҡар, Иҫке Монасип, Әбделмәмбәт, Ырғыҙлы һәм башҡа ауылдарҙа ла асыла. «Ҡыпсаҡ - Ағиҙел бурыс ширкәте» кооперативы ойошторола. Уның етәкселәре Мөхәмәтсәлих Асылбаев, һуңынан Ибраһим Ишкилдин ярлы крәҫтиәндәргә кредитҡа тауар, ат, һыйыр һатыуҙы ойоштора.
Район партия ойошмаһының беренсе секретары булып ул ваҡытта Вәлиев Ғәлим Ғәни улы эшләй. Район Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын Мәүлетбай Ғәбитов биләй.
Икенсе секретарь вазифаһында Сәлих Мөхәмәтйәнов була.
30-сы йылдар уртаһына райондың социаль-иҡтисади хәле бер аҙ яҡшыра. 1936 йылда леспромхозда айырым уңыштар күҙәтелә.
1936 йылда районда тирмән, ағас бысыу һәм ағас эшкәртеү цехтары төҙөлә башлай.
Ауыл хужалығында ла алға ынтылыш һиҙелә. Ләкин трактор һәм комбайндар булмауы сәбәпле, эштәр ауыр бара.
1939-1940 йылдарҙа Нәби ауылындағы «Партизан» колхозы һәм бер нисә колхозсы РСФСР-ҙың Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенең Почет китабына индерелә.
Бөйөк Ватан
һуғышы
Райондан фронтҡа 2227 кеше китә. Шуларҙың 1273-ө генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, 954 яугир яу яландарында ятып ҡала, хәбәрһеҙ юғала.
Һуғыштан һуң хужалыҡты тергеҙеү
1948 йылдың 9 мартында ВКП(б) райкомының VII конференцияһы үтә. Ул ауыл хужалығында үҫеш юлдарын билдәләй.
1949 йылдың беренсе кварталында май һәм ит тапшырыу пландары 107 һәм 111 процентҡа арттырып үтәлә. Айырыуса «Ворошилов», «Киров», «Алға», «Партизан» колхоздары яҡшы уңышҡа өлгәшә.
1950 йылда МТС - машина-трактор станцияһы төҙөлә. Баҫыу эштәрендә колхоздарҙа техника ҡулланыла башлай, колхоздар үҙҙәре лә техника һатып ала.
1955 йылда 17 колхоз эреләтеү һөҙөмтәһендә 13 колхозға берләшә.
Малсылыҡ тармағында уңыштар һиҙелә башлай, һыйыр малы һаны 1954 йылда 854 баш булһа, 1958 йылда 1003 башҡа етә. 1952 йылда һәр һыйырҙан 597 кг һөт һауылһа, 1960 йылда һауым күләме 2000 килограмдан арта.
1963 йылда райондарҙы эреләтеү һөҙөмтәһендә республикала 20 ауыл районы ойошторола. Бөрйән, Учалы, Белорет райондары Белорет районы итеп берләштерелә. Был сәйәсәт бик тиҙ кире һөҙөмтәләрен күрһәтә башлай һәм 1965 йылдың 4 ноябрендә Бөрйән районы ҡайтанан ойошторола.
1969 йылдың 12 майында РСФСР Министрҙар Советы «Бөрйән» совхозы төҙөү тураһында ҡарар сығара. Ул «Яңы юл», «Марс», «Алға», «Салауат» һәм «Үрнәк» колхоздарын берләштерә һәм ит етештереү өсөн мал аҫырау йүнәлешен ала.
Урман хужалығы һуғыштан һуңғы осорҙа сеймал етештереү менән шөғөлләнә. 1950 йылға тиклем тик ҡарағай ағасы ҡырҡылып, Ағиҙел буйлап яҙғы ҙур һыуҙа һаллап, ә һуңғараҡ тарҡау көйө ағыҙыла. 1950 йылдан ҡайын һәм уҫаҡ ағастары ла ҡырҡыла башлай. Йыл һайын 155 мең кубометрға тиклем ағас ағыҙыла, уртаса 300 тонна сайыр йыйып оҙатыла.
1950 йылдар аҙағына леспромхозға күпләп яңы техника килтерелә, ағас әҙерләү, ағыҙыу технологияһы камиллаша. Колхоздарҙан килгән миҙгелле эшселәрҙе даими эшселәр алыштырып, уларҙың һаны 630 кешегә етә. Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Ағиҙел эшселәр ҡасабалары үҫеп сыға.
Тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы 1930 йылдың 11 июнендә нигеҙләнә һәм тәбиғәтте һаҡлаусы фәнни учреждение булып таныла. 1951-1958 йылдарҙа ҡурсаулыҡ ябылып тора.
Ошо йылдарҙа уның биләмәһендә Әүжән леспромхозы ағас ҡырҡа һәм тәбиғәтенә ҙур зыян килтерә.Тәбиғәтте ваҡытында ҡурсалап ҡалыу маҡсатында, 1958 йылда ғына ҡурсаулыҡ кире тергеҙелә.
1959 йылда Ағиҙел буйы филиалы уға ҡушыла. Филиал хеҙмәткәрҙәренә ҡырағай башҡорт солоҡ ҡортон өйрәнеү һәм үрсетеү бурысы ҡуйыла.
1986 йылда Ағиҙел буйы филиалы Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы составынан сыға һәм айырым «Шүлгән-Таш» дәүләт ҡурсаулығы итеп ойошторола.
Бәйләнеш сараларын үҫтереү маҡсатында дөйөм көс менән райондың күп ауылына 40-сы йылдарҙа уҡ радио һәм телефон линиялары һуҙыла.
1997 йылда, район үҙәге Иҫке Собханғол ауылын баш ҡала менән тоташтырып, асфальт юл һалынды.
Мәғариф тарихынан
Районда беренсе ике класлыҡ мәктәп 1911 йылда Ырғыҙлы ауылында (уҡытыусыһы Илья Константинович Рассадников), ә беренсе мәҙрәсә-башҡорт мәктәбе Мөхәмәтшәриф хәҙрәт тарафынан 1913 йылда Әтек ауылында асыла. 1918 йылда Мәндәғолда ғәрәп телен, арифметиканы, яҙыуҙы өйрәткән беренсе баҫҡыслы мәктәп асыла.
1924 йылда Иҫке Монасип, Байғаҙы, Байназар, Әтек ауылдарында, 1925 йылда Иҫке Собханғолда, Ғәликбәр, Ғәҙелгәрәй, Тимер ауылдарында мәктәптәр була.
Башҡа ауылдарҙа ла мәктәптәр асыла бара. 1932 йылда районда 38 уҡытыусы 912 балаға белем һәм тәрбиә бирә. Наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса киске мәктәптәрҙә 940 кеше белем ала.
1941 йылда уҡ районда бер урта, 7 тулы булмаған урта һәм 31 башланғыс мәктәп була, 1600 бала дәрескә йөрөй.
Һаулыҡ һаҡлау
өлкәһе
Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһына тиклем Бөрйән районында бер генә медицина хеҙмәткәре лә булмай. Тәүге медицина учреждениеһы был ерлектә 1920 йылдың 17 июлендә Йылайыр кантоны Бөрйән волосы үҙәге Мәндәғол ауылында асыла. Фельдшерлыҡ пунктының етәксеһе булып Зәки Ғариф улы Аҙнабаев эшләй.
1927 йылда Иҫке Мөсәт фельдшерлыҡ пункты Иҫке Собханғолға күсерелә. 1928 йылда 7 койкалыҡ беренсе дауахана асыла, ә 1936 йылдың октябрендә стационарҙың 20 койкалыҡ бер өлөшө сафҡа инә. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем дауахананың ҡеүәте 40 койкаға еткерелә.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә һуғыштан һуңғы осорҙа ҡапыл ғына ыңғай үҫеш күҙәтелмәй. 1947 йылда Аҫҡарҙа табип амбулаторияһы, 1948 йылда Байназарҙа участка дауаханаһы асыла.
1950 йылда районда 3 табип участкаһы, 8 фельдшер-акушерлыҡ һәм 5 трахматоз пункт эшләй.
1960 йылға районда 55 койкалыҡ 3 дауахана була. Ошо йылдарҙа баш табип Исхаҡов Нәзиб Сәхибзада улы эшләгән ваҡытта һаулыҡ һаҡлау өлкәһе матди яҡтан да, кадрҙар менән дә тулылана.
Мәҙәниәт –
тормош көҙгөһө
Район мәҙәниәтендә төрлө йылдарҙа ҡурайсы Мөхәмәт Ҡәҙерғолов, Йәнғәле Вәхитов, Дәүләтбай Рәхмәтуллин, Ғилман Сәфәрғәлин, Иҙел Ниязғолов, Ғәле Дауытов, Рәил Ҡолдәүләтов, Фатима Ғәйнуллина, Рәйсә Дауытовалар сағыу эҙ ҡалдырҙы.
Мөхәмәт Ҡәҙерғолов башлап ебәргән «Мәсемташ» ҡурай ансамбле «Халыҡ ансамбле» исемен яулап, Рәсәй Федерацияһының, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» Йәмил Иҫәнғәлин етәкселегендә эшен уңышлы дауам итә.
Әле районда 27 мәҙәниәт усағы, Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең 22 филиалы, Камил Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе һәм Мөхтәр Сәғитов исемендәге музей бар.
Бөгөнгө көндә 23 коллектив «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемен йөрөтә.
Бөрйән —
ғалимдар төйәге
Бөрйәндең төпкөл район булып та, үҙ кешеләренә ижад ҡомары һалып үҫтереүе уны ғалимдар төйәге итеп әйтергә лә хоҡуҡ бирәлер. С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мөхтәр Сәғитов башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын, яҙма ҡомартҡыларын өйрәнеп, уларҙы халыҡҡа еткереү өҫтөндә ҙур эш башҡарҙы.
Әхмәт Сөләймәнов - районыбыҙҙың Почетлы гражданы, профессор, академик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Райондың Почетлы гражданы Исмәғил Ғәбитов төпкөл Ғәлиәкбәр ауылынан сығып, Бөтә Рәсәйгә билдәле дәүләт эшмәкәренә тиклем үҫте.
Таһир Ғәзизов химия фәндәре докторы, СССР Фәндәр академияһында, һуңынан Татарстан Фәндәр академияһында эшләй.
Фәнил Шәмиғолов медицина фәндәре докторы, Рәмил Маликов математика фәндәре докторы, Мәрйәм Маликова ауыл хужалығы фәндәре докторы, Зәйтүнә Шәрипова филология фәндәре докторы.
P.S. Районыбыҙ үҫә, сәскә ата. Бөгөн асфальт юлдар, ҙур һәм заманса мәҙәниәт йорттары, 4 ҡатлы дауахана, яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, туристик базалар һәм башҡалар районыбыҙ йөҙөн матурлап ҡына ҡалмай, халыҡҡа йәшәү һәм эшләү өсөн өр-яңы шарттар тыуҙыра. Тырыш халыҡ мул һәм иркен йәшәй. Ауылдарҙа халыҡта еңел машина, хужалыҡ итеү өсөн тракторҙар арта бара.
Ҡыҫҡаһы, Бөрйәнебеҙ үҙенең оло юбилейын лайыҡлы ҡаршылай.