Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Август 2020, 19:00

СИБАЙҘА ИНВЕСТҺАБАНТУЙ

19-20 августа Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы – 2020” тип исемләнгән Бөтә Рәсәй Инвестиция Һабантуйы үтте. Унда “Ҡалалар: үҫеш биләмәләре”, “Эске туризм. Төбәк стратегияһында бәләкәй ҡалаларҙың роле”, «Made in Bashkortostan: экспортты үҫтереүҙә яңы форматтар”тигән һ.б. темаларға “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо.

Бер “түңәрәк өҫтәл” артында беҙҙең район вәкилдәре “Бөрйән районында туристик база” тигән проектты бойомға ашырыу өсөн “Ямар” ЯСЙ-һы менән инвестицион килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уның етәксеһе беҙҙең яҡташ – Яманғолов Руслан Вәкил улы.
-Был проектты өҫтөнлөклө инвестицион проекттар иҫәбенә индереүҙе күҙаллайбыҙ, - тине район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов.
Һабантуй сиктәрендә “Шифа” МДУ-һы биләмәһендә “Ҡаҙ һәм бал” тип исемләнгән милли аш-һыу фестивале лә ойошторолдо. Унда беҙҙең район вәкилдәре бал продукциялары күргәҙмәһе ойошторҙо.
Читайте нас: