Зөлхизә Зиннәт ҡыҙы
Ғәлиуллина,
Исламбай ауылы, 90 йәш.
- Сығышым буйынса ла Исламбай ауылынанмын. Бала ваҡыттан эшләгәнгә күрә бер эштән дә ҡурҡмайым. Ике йыл сплавта йөрөнөм, ағас та ҡырҡтыҡ, сайыр ҙа һыҙырҙыҡ. Колхозда ниндәй эштәр бар, шунда эшләргә тура килде. Һәр эштә лә алдынғы булдым.
Беҙҙең осорҙа эшләй алмайым тигән нәмә булманы. Һәйбәт эшләгәнгә күрә хөкүмәт миҙалдарын да бирҙе. Бына яңыраҡ ҡына ла миҙал тапшырҙылар.
Ун бала көтөп үҫтерҙем, ҡартым иртәрәк үлеп китһә лә, бирешмәнем.
Элекке эшләгән мәлдәрҙе иҫләп алам: көлтә бәйләгән мәлдәр, бесән сапҡан саҡтар бөгөнгөләй хәтерҙә.
Балалар, алып ҡайтабыҙ, тиһәләр ҙә, шөкөр, үҙем донъя көтөргә тырышам. Йәйгеһен еләк утайым, үҫкән үләндәрҙе сабам. Хәрәкәт итергә тырышам. Мал тотмайым, ваҡ малды ла яңыраҡ ҡына ташланым. Шөкөр итеп кенә йәшәйем. Хәҙер тормош матур, рәхәтләнеп йәшә генә.