Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Август 2020, 20:00

МӨҺИМ МӘСЬӘЛӘЛӘР ҠАРАЛДЫ

Бөрйән районы хакимиәтенең ултырыштар залында дүртенсе саҡырылыш район Советының сираттағы утыҙ һигеҙенсе ултырышы үтте.

Бөрйән районы хакимиәтенең ултырыштар залында дүртенсе саҡырылыш район Советының сираттағы утыҙ һигеҙенсе ултырышы үтте.
Ултырышта депутаттар корпусы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты И. Бейембәтов, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары һәм бүлек етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошма, предприятие һәм учреждение етәкселәре ҡатнашты.
Көн тәртибендә Бөрйән районы муниципаль район уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү, район Советының «Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районының 2020 йылға һәм 2021, 2022 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһындағы» (13.12.2019 й. №4-31/233) ҡарарына үҙгәрештәр индереү, Бөрйән районы муниципаль районының муниципаль мөлкәтен формалаштырыу тәртибен раҫлау, район Советының муниципаль милкенә ҡараған ҡайһы бер ҡарарҙарының үҙ көсөн юғалтыуын таныу, Бөрйән районы муниципаль районының муниципаль милкендә булған, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары тарафынан ҡуртымға алынған күсемһеҙ мөлкәтте һатыу-һатып алыу килешеүҙәре буйынса түләүҙәрҙе кисектереү, районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре Т.И. Әлибаков, Ш.З. Бикмөхәмәтов һәм Н.С. Ирбулатов хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереү маҡсатында мемориаль таҡтаташ ҡуйыу тураһында мәсьәләләр ҡаралды.
Район Советының дүртенсе саҡырылышының һуңғы утыҙ һигеҙенсе ултырышында депутаттарға район хакимиәте һәм Советының рәхмәт хаттары тапшырылды.
Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов актив һәм ойошҡан команда булып эшләгәндәре өсөн депутаттар корпусына, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм райондың социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси өлкәһендәге үҫешенә шәхси өлөш индергәне өсөн Совет рәйесе Т. Кинйәбаевҡа рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Читайте нас: