Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Август 2020, 12:00

БЫНА ТИГӘН БАҺАДИРҘАР ҮҪЕР ӘЛЕ!

Һәр яҡлап яңылыҡҡа ынтылған Байназар урта мәктәбе Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә уҡыусыларға физик тәрбиә һәм спорт менән даими шөғөлләнеү буйынса өҫтәлмә мөмкинлектәрҙе үҫтереү маҡсатында ойошторолған “Мәктәптәргә спорт көрәше” проектында ҡатнашып, еңеп сыҡты һәм көрәш залын йыһазландырыуға хоҡуҡ яуланы.

Әлегә бындай көрәш залы райондың башҡа мәктәптәрендә юҡ, районда “тәүге ҡарлуғас”.
Байназар урта мәктәбенең маҡсатлы проектта еңеп сығыуы тотош район өсөн мәртәбә һәм ҡыуаныс. Былар, әлбиттә, яңылыҡҡа ынтылыусан мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаевтың, физик тәрбиә уҡытыусыһы Флүр Хәлил улы Дәүләтшиндың ныҡышмалы эш һөҙөмтәһе емеше.
Спорт залы швед стеналары, көрәш балаҫтары менән йыһазландырылған һәм уҡыусыларға спорт менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
Байназар урта мәктәбе уҡыусылары милли көрәш һәм спорт буйынса йыл һайын район, зона, республика кимәлендә ҙур еңеүҙәр яулап килә. Шулай уҡ йыл һайын мәктәптә көрәшсе-уҡытыусы Ғазин Йәҙгәр Нәҙир улы иҫтәлегенә милли көрәш буйынса район-ара ярыштар үткәрелә. Спорт, айырыуса милли көрәш менән шөғөлләнеүсе уҡыусыларыбыҙ киләсәктә тағы ла арта төшһөн, сәләмәт тормош алып барыусы йәштәребеҙ күберәк булһын, яңынан-яңы еңеүҙәр яуларға яҙһын!
Байназарҙарҙың оло шатлыҡтарын ихлас уртаҡлашабыҙ һәм киләсәктә лә уларға бары тик ошондай ҡыуаныслы яңылыҡтар шаһиты булыуҙарын теләйбеҙ.
Читайте нас: