Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2020, 12:00

«ҒӘЗИЗ БӨРЙӘНЕБЕҘ КҮКРӘП СӘСКӘ АТҺЫН!»

Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов, Бөрйән районының Почетлы гражданины, ябай ауыл малайынан Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәте етәксеһе дәрәжәһенә тиклем үрләгән арҙаҡлы шәхесебеҙ, дәүләт органдарында оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Почет билдәһе” һәм Салауат Юлаев ордендарына лайыҡ ил аҡһаҡалы:

Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов, Бөрйән районының Почетлы гражданины, ябай ауыл малайынан Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәте етәксеһе дәрәжәһенә тиклем үрләгән арҙаҡлы шәхесебеҙ, дәүләт органдарында оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Почет билдәһе” һәм Салауат Юлаев ордендарына лайыҡ ил аҡһаҡалы:
- Бөгөн үҙемдең һәм тыуған районымдың, республикабыҙҙың үткән ғүмер юлына байҡау яһайым да, Ватаным өсөн эшләгән эштәр бихисап һәм шөкөр итерлек, тип ҡуям.
Минең өсөн иң ҙур ҡыуаныс, хатта ғорурлыҡ – ваҡытында эшем һәм һүҙем менән республика етәкселеген тыуған районыма йөҙ менән боролорға мәжбүр итә, иғтибарын район үҫешенә йүнәлтә алдым.
Ике тапҡыр республика-ның төрлө кимәлдәге етәкселәре-нең күсмә кәңәшмәһе – заманына күрә иң оло һәм мәртәбәле ҡор Бөрйәндә үтте. Юлһыҙ-ниһеҙ Бөрйәнгә мин ныҡышып етәкселәрҙе хатта “Урал” машиналарына тейәп Морат туғайы яғына – цивилизациянан алыҫ төпкөлгә алып барыуға ирештем. Етәкселәр ыҙалы-маҙалы юл аша килде, халыҡтың ниндәй шарттарҙа йәшәгәнен үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Һуңынан, әйҙә, Бөрйәнгә аҡса менән ярҙам итәйек, был төбәк тураһында фекеребеҙ төптө дөрөҫ булмаған икән, тиеүселәр табылды.
Эшләгән эштәр, һөйләһәң, күп инде ул: район мәҙәниәт һарайын төҙөтәйек, ағас мәктәптәрҙе типовой замансаһына әйләндерәйек, тип күп йөрөнөм.
Әле районда эшләгән осорҙа юлдар төҙөүгә дәррәү тотондоҡ. Электр үткәреү – үҙе бер тарих. Көн-төн эшләнек. Бер йылда халыҡ электрлы булды.
Телевидение буйынса Өфөнө күп тапаным. З. Аҡназаров идеямды йөпләп сыҡты әлдә. Ленинградтан ҡорамалдар алдырттыҡ. Әйткәндәй, Бөрйәндәге тәүге телевизор минең өйҙә күрһәтте. Ул саҡта райсоветта эшләй инем әле. Шунан районға 12 телевизор ҡайтарттыҡ.
Баймаҡ яғына юл эшләтеүҙе үҙемә бурыс итеп алып, был эште лә атҡарып сығылды.
Бөрйәндән республикаға файҙа юҡ, сәнәғәт юҡ унда, ти ҙә торорҙар ине – шуларҙың ауыҙын ябып, күп тапҡыр үҙемдекен иҫбат итергә лә тура килде.
Бер заман Бөрйәндән дүрт кеше төрлө министрлыҡтарҙы етәкләне. Мине “үҙенекеләрҙе тартыусы, һөйрәүсе” теҙмәһенә индереп ҡуйҙылар – үкенмәйем, эшләнек, маҡсаттарға ирештек.
Районға дауахана кәрәк, тип яр һала торғас, М. Рәхимов ике ҡатлыһына фатиха бирҙе. Наил улым, өс ҡатлы кәрәк, тип давайланы, аҙаҡ, мин әйтеп, әлеге 4 ҡатлыһы төҙөлдө.
Бөрйәндең һәр үҫеш баҫҡысында үҙемдең эҙҙәрҙе, эште күрәм – ошонан да ҙур ризалыҡ, ҡәнәғәтлектең булыуы мөмкинме!?
Минең ғүмерем тыуған районым, республикам хаҡына эш өҫтөндә үтте . Бәләкәйерәк саҡта балаларым: ”Атай, һин айҙың 20-21 көнөндә өйҙә йоҡламайһың”, - тиҙәр ине. Шулай булғандыр ҙа – гел кеше араһында, объекттарҙа булынды, шуға халыҡтың тын алышын, йәшәйешен яҡындан белдек.
Тыуған районымда йыл һайын Ватанды һаҡлаусылар көнөндә үткәрелә килгән саналы аттар ярышы минән баш алып, хәҙер тотош халыҡ байрамына әйләнеүе һөйөндөрә. Хәҙер бит был ярыш төрөн башҡалар ҙа “йоҡтороп” алды. Бөрйән аттары быйыл хатта “Аҡбуҙат” ипподромында ярышып, беренселек яулап ҡайтты бит – ошоға шатланмай ни эшләйһең!?
Районымдан талантлы кешеләр – артистар, журналистар, яҙыусылар, башҡа тармаҡта эшләүселәр сығыуына ҡыуанам. Республиканың ҡайһы баҫмаһын ғына алып ҡарама – унда бөрйәндәр эшләй.Яҡташтарҙың һәр уңышын, еңеүен үҙемдеке кеүек ҡыуанып ҡабул итәм. Бөрйән маркаһын киләсәктә лә юғары тотоу кәрәк!
Ғәзиз Бөрйәнебеҙ киләсәктә лә күкрәп сәскә атһын, халҡыбыҙ әлегеләй ныҡлы рухлы, егәрле, матур итеп йәшәүгә ынтылып торған, маҡсатлы булһын!
Читайте нас: