Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2020, 13:00

«ТӨШТӘ ЛӘ, ӨНДӘ ЛӘ БӨРЙӘН МИНЕҢ МЕНӘН...»

Муллайән Зыяитдин улы Сөйәрғолов, БАССР-ҙың халыҡ артисы

Муллайән Зыяитдин улы Сөйәрғолов, БАССР-ҙың халыҡ артисы:
- Ғүмерем буйы тигәндәй ситтә йәшәһәм дә, Бөрйәнем минең өсөн һәр ваҡыт беренсе урында, күңелемдең иң түрендә булды. Тыуған яҡтар йыш төшкә инә. Төшәнеп уянып китеп, күңелем менән бала саҡ һуҡмаҡтарынан үтәм. Төштә лә, өндә лә Бөрйәнем минең менән.
Ҡайтҡанда, танып, урамда һаулыҡ һорашып үтеүҙәре ҡыуандыра. Туғандарҙың яҡты йөҙ менән ҡаршы алыуы шатландыра.
Райондаштарымды яратам, ихтирам итәм. Еребеҙҙе, телебеҙҙе хөрмәт итегеҙ. Хоҙай беҙҙе юҡҡа ғына теге йәки был милләт вәкиле итмәгән – ата-бабаларыбыҙ ошо көнгә алып килтереп еткергән телде беҙҙән башҡа бер кем дә артабан тапшырмаясаҡ. Тел, ер – ул бик ҙур хазина.
Читайте нас: