Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2020, 19:00

«БӨРЙӘНЕМ МИҢӘ ИЛҺАМ, КӨС, ДӘРТ БИРӘ»

Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:

Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
- Бөрйән минең өсөн донъялағы иң ғәзиз, иң ҡәҙерле төйәк. Бөрйәнем миңә илһам, көс, дәрт бирә. Хәлдән килгәнсә йышыраҡ ҡайтырға тырышам. Студент саҡта ҡайтып, тау артылһам, тындарым иркенәйеп, һаулығым нығынып, көсөм артып киткәнен тоя торғайным. Әле лә шулай. Бөрйәндә иң матур, иң алсаҡ, иң ихлас, нурлы йөҙлө кешеләр йәшәй.
Шүлгәнташта быйыл йәй ике тапҡыр булдым. Барған һайын уны үҙемә икенсе яҡлап асам. Затлы алмас кеүек төрлө ваҡытта төрлөсә балҡый ул.
Иҫке Монасип - минең ҡәҙерле төйәгем. Атайым, әсәйем, Ғәзиз ағайым шунда ерләнгән. Ҡайтҡан һайын улар риза булып, фатиха биреп ҡалғандай. Ата йортонда үҙемде бәхетле тоям. Нурға ҡойонам.
Бөрйәнемдең үҙенсәлекле, һоҡланғыс тәбиғәте һаҡланыуын, йөҙйәшәр ағастарҙың аяуһыҙ ҡырылмауын теләйем. Бөрйән һомғол ҡарағайҙары менән дан алған ер. Ағастар ҡырылһа, йылғалар ҡороясаҡ, тыуған еремдең ҡото китәсәк.
Читайте нас: