Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2020, 14:00

«БӨРЙӘН ҠЫҘЫ БУЛЫУ - ОЛО ЯУАПЛЫЛЫҠ»

Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:

Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
-Халыҡ ижадындағы миҫалдарға оҡшатып, Бөрйәнем тураһында шулай әйтергә була: кендегемде йыуған Ағиҙелдең шифалы һыуы, аяҡтарым тәпәй баҫҡан Монасип тупрағы, баласағым йүгергән Брәтәк урамдары, белем алған Аҫҡар мәктәбе...
Беҙҙең быуындың йәшлек йылдары илебеҙ үҫешенең матур осорона, шул иҫәптән Бөрйәндең гөрләп торған сағына тура килде. Белорет педучилищеһен тамамлағас, ауылымдың өр-яңы мәктәбендә эш башлау, колхоздың һәм район йәштәренең комсомол лидерҙарының береһе булараҡ, барлыҡ ижтимағи-мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнау, район тарихында лайыҡлы урын алған бик күп ғәжәйеп шәхестәргә бәйле яҡты хәтирәләрҙең барыһы ла минең өсөн Бөрйән төшөнсәһенә инә.
Әйтергә кәрәк, йәмәғәтселектә Бөрйән районының үҙенә генә хас матур образы формалашҡан. Шуның яҡтыһы, башҡалар рәтендә башҡортлоҡ сифатын арттырып ебәргән һымаҡ, һәр берәүгә Бөрйән сығышлы булғаны өсөн генә бүтәндәр араһында айырым ҡараш тыуҙыра, үҙенән-үҙе мәртәбә өҫтәй. Ғорурлыҡ та уята, яуаплылыҡ та өҫтәй ул
Бөрйән ҡыҙы булыу. Яҡты донъяға тыуған урын булараҡ мәңгелеккә шәхесем танытмаһына беркетелгән ул Бөрйән атамаһы.
Читайте нас: