Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2020, 16:00

«БӨРЙӘН - МИНЕҢ ӨСӨН АЛТЫН БИШЕК»

Айбулат Дәүләтбай улы Рәхмәтуллин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы:

Айбулат Дәүләтбай улы Рәхмәтуллин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы:
- Бөрйән - минең өсөн алтын бишек. Иң элек донъяға тәүгә ауаз һалған ожмахтай изге ерем. Ошо матурлығын күреп, тыуған тупраҡтан көс, һут алып буй еткереп, ҙур тормош һуҡмағына аяҡ баҫҡанмын. Яҙмыш ҡушыуы буйынса гел ситтә йәшәһәм дә, күңелем менән һәр саҡ Бөрйәнемдәмен. Изге күңелле, ябай, сабыр райондаштарыма һоҡланам, улар һәр саҡ йөрәк түрендә. Йылдар үтеү менән тыуған тупраҡ үҙенә нығыраҡ тарта икән, ни тиһәң дә, тамырҙарым ошо ерлектән бит.
Шуға ла район тормошон һәр саҡ «Таң» гәзите, интернет селтәрҙәре аша ҡыҙыҡһынып, күҙәтеп барам. Һүҙ аҙағында районыбыҙҙың 90 йыллығы айҡанлы яҡташтарымды тәбрикләйем, ғаилә именлеге, тыныс тормош, сәләмәтлек теләп ҡалам.
Читайте нас: