Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2020, 17:00

«БӨРЙӘН - МИҢӘ ИҢ ӘҮӘЛЕ ТЕЛ БИРГӘН ТӨЙӘК»

Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Р. Ғарипов исемендәге премия лауреаты:

Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Р. Ғарипов исемендәге премия лауреаты:
- Кендек ҡаным тамған Бөрйән миңә иң әүәле тел биргән төйәк. Бала саҡтан ишетеп, уҡып үҫкән телем арҡылы мин донъяға башҡорт күҙлеге аша бағырға, уның образдары менән фекерләргә, милләтемсә уйларға, халҡымса ишетергә, йөрәгемде уның моңдарына көйләргә, уныңса тойорға, кисерергә өйрәндем.
Бөрйән минең кескәй йөрәгемә оло рух өрҙө - холҡома яугирлек сифаттары бирҙе, ҡыйыу булырға өйрәтте. Бөрйәнемә мин ғүмерем буйы бик-бик рәхмәтлемен. Нәҫелем юрматы, ораным аҡтайлаҡ, әммә мин тыуып һәм тәрбиәләнеп үҫкән еремдең дә ҡыҙымын.
Читайте нас: