Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2020, 11:00

ШҮЛГӘН ЯҒЫНА ЮЛ ШӘБӘЙӘ

Эйе, юл шәбәйә, тигән һүҙ үҙен ике мәғәнәлә лә аҡламаҡсы: әлегә ахырғы нөктәгә тиклем үк булмаһа ла, тош-тош еренә асфальт һалынғас, асфальттан “тимер ат”та тоҡойтоп ултыраһың, икенсенән, соҡор-саҡырлы, саң-туҙанлы юлдың ҡара йыландай борғаланып ятҡан асфальт юлға әйләнеүе үҙе шәп түгелме һуң?!

Әле үҙебеҙҙең юл ремонтлау-төҙөү идаралығы егеттәре Көнлөғояш тауын барып сыҡҡансы һыу ағырға лотоктар һалып, рәтләп йөрөй.
Юл мастеры Айгиз Ибраһимов етәкселегендә Вафир Ғәлиев, Раян Фәттәхов, Илфат Рамазанов, экскаватор машинисы Александр Студеникиндар ҡурып алып барған ҡояш аҫтында ла үҙ эштәре менән мәшғүл.
-Иҫке Собханғол-Мораҡ автомобиль юлының 19-сы саҡырымынан 31-енсе саҡырымынаса эш гөрләй, - ти А. Ибраһимов.
Көнлөғояшты ауышҡас, тағы бер төркөм юлсыларға тәл булабыҙ. Рәмил Көмөшбаев, Илдар Мөфтәхетдинов, Илдус Йәғәфәров, КА-700 тракторында Фәнил Мырҙабаевтар үҙҙәренә тәғәйен эште еренә еткереү менән мәшғүл. Мастер Фәнис Исмәғилев етәкселегендәге егеттәр юл ситенә рәтләп, тигеҙләп ҡырсынташ һала.
Эйе, Шүлгән мәмерйәһе йүнәлешендәге юл йылдың-йылы матурая, заманса төҫ ала. Бөрйән юлсыларының маҡсаты ла - ошо.
Читайте нас: