Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2020, 12:00

МОҢЛО ЯҘМЫШ

Яҙмыш тигәнең магазин прилавкаһындағы затлы тауар түгел – йәнең теләгәнде һайлап алып булмай. Раббың һиңә тәғәйенләгәненә күнәһең, ҡабул итәһең, кисерәһең.Тормоштоң бар матурлығы, ысын асылы ла шундалыр, юғиһә, яҙмышты һайлау мөмкинселеге әҙәм балаһына бирелһә, состар, өлгөрҙәр, аҡсалылар бында ла етеҙлек күрһәтер, отор ине...

Яҙмыш тигәнең магазин прилавкаһындағы затлы тауар түгел – йәнең теләгәнде һайлап алып булмай. Раббың һиңә тәғәйенләгәненә күнәһең, ҡабул итәһең, кисерәһең.
Тормоштоң бар матурлығы, ысын асылы ла шундалыр, юғиһә, яҙмышты һайлау мөмкинселеге әҙәм балаһына бирелһә, состар, өлгөрҙәр, аҡсалылар бында ла етеҙлек күрһәтер, отор ине...
Нәби ауылы аҡһаҡалы, йырлы-моңло ир-уҙаман, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, атаҡлы ҡурайсы, ғөмүмән, бер һүҙ менән әйткәндә, шәп кеше Дәүләтбай Абдрахман улы Рәхмәтуллин үҙенә тәғәйен яҙмыш ни тиклем нурлы-моңло, тоҙло-боросло булмаһын, Хоҙайына рәхмәтле.
Рәхмәт әйтә, шөкөрана итә белгәндәргә Аллаһ Үҙе өҫтәп биреүсән. Бәхетен дә, өлөшөн дә, башҡаһын да.
Хәйер, һөйләгәс, һөйләйем баштан...
Ыҙалы бала саҡ
Ул осорҙа кем генә аслыҡ-яланғаслыҡтан, нужа ҡаласы ашауҙан имен булды икән? Юҡтыр, булһа ла, бик һирәктер ундайҙар.
Дәүләтбай Рәхмәтуллин 1937 йылдың 15 сентябрендә Нәби ауылында тыуған. Тыуған ауылындағы башланғыс мәктәптә 4 йыл уҡығас, Байназар мәктәбенә барған.
- Атайым бик йәшләй үлеп киткән. Әсәйем, Байназарҙың Алтынбаевтар араһы ҡыҙы Ғиззәтъямал эшкә шул тиклем шәп ине – йәне Йәннәттә булһын, беҙгә ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙе. Мулла затынан булды ул – ниндәй ауыр йылдарҙа ла биш ваҡыт намаҙын ҡалдырманы – тәҙрәне кейеҙ менән ныҡ итеп ҡаплай ҙа, ғибәҙәтен үтәй ине. Атайымдың ағайының улы мулла булған, мәсет һалдырған. Совет ваҡытында халыҡты аҙҙырып дин таратаһың, тип, мәсет алдында атып киткәндәр үҙен. Уны бер туған ҡоҙаһы ошаҡлаған була. Уны ла аталар, ошаҡлашҡан өсөн, тип.
Беҙ күргәнде яҡшы кешенең эте лә күрмәй инде ул...
Уҡырға ебәрһәгеҙ,
аҫылынып үләм
Тәүбә, ошолай тип әйтергә лә тура килде, башҡа гонаһ алып.
Тамаҡҡа таҡа-тоҡа, өҫкә кейер кейем юҡ. Әсәйем киндерҙән күлдәк-ыштан тегеп биргән була. Көҙгө-ҡышҡы осор һыуыҡ өтөп алып бара. Ҡайҙа ул саҡта хәҙергеләй кейем? Киндерҙең сүбәген араһына һалып фуфайка эшләп бирә торғайны әсәй. Былай, исмаһам, ел үтә һуҡмай.
Ауыл балаһы шул ҡара таңдан эшкә егелә инде: йәй етһә, кәртүген утайһың, күмәһең, көҙ булһа, ҡаҙаһың. Утын-бесәне лә беҙҙең елкәлә, тигәндәй.
Йәйгеһен әсәй картуф ерен беҙгә бүлеп биреп китә – бар һин ул ерҙе күммәй ҡара!
Байназарҙа саҡ 6-сы класты бөттөм дә, уҡыуҙы ташлап эшкә сығырға булдым. Башҡаса әмәл юҡ – тамаҡ ас, өҫкә кейем юҡ. Мәктәп директоры Исаев тигән кеше ине. Өйгә уҡытыусылар килде, кире уҡыуыңды дауам ит, тип әжеүәләйҙәр. Сәбәбен аңлаттым инде, юҡ, барыбер ныҡышалар. Бер мәл милиция, ауыл советынан вәкил килде, давай, уҡырға сыҡ, сыҡмаһаң, төрмәгә ултыртабыҙ, тип янайҙар. Уларға ла яуап әҙер: “Төрмәлә лә кешеләр бит. Моғайын, кеше кешене ашамайҙыр әле”, - тип яуапланым. Хатта көсләйҙәр, төрлөсә ҡурҡытып ҡарайҙар.
Хәҙер быларҙы ҡапаҡларға булдым: юҡ, мәйтәм, әгәр көсләп уҡырға сығарһағыҙ, аҫылынам да үләм. Быны көсләп рәт сыҡмаҫ, тинеләрме – ҡул һелтәнеләр.
Ағас күрке – япраҡ,
кеше күрке – сепрәк
Ниһайәт, мин эшсе, дөрөҫөрәге, колхозсы! Келәт мөдире Мөҙәрис ағай: ”Ошо собака малайға кейем бирегеҙ!” - тип бойорҙо. Һуғыштан килгән кейемдәрмелер, әсирҙәрҙекеме (трофей кейемдәр) – нимә тигәндә лә бөтә кейемдәр ҙә миңә ярты метр оҙон. Бәләкәйен һорап ҡарайым, юҡ, ти ҙә ҡырт киҫәләр. Көпө салбарҙы кейеп самалап ҡарағайным – елле тоҡҡа төшөп ултырғандай эсенә башкөллө сумдым да ҡуйҙым. Бынан баш тартып, шыпа кейемһеҙ ҙә ҡалғы килмәй бит әле. Алып ҡайттым тегеләрҙе ҡосаҡлап. Әсәйемә кейеп күрһәткәйнем, тегенең көлөүҙән һыны ҡатты. Аҙаҡ: ”Ярай, берәй нәмә әтмәләрбеҙ”, - тип күңелде тынысландырҙы. Әсәй мәрхүмә тегенгә оҫта булды – үҙемдең кәүҙәмә килешкәндәй итеп кесерәйтеп, матур итеп тегеп бирҙе тегеләрҙе. Тик бынау 34-се размер быйманың башын кесерәйтеп ҡырҡып булмай шул. Тегене силғау урап кейһәм дә, анау балаларҙың ҡыҫҡа саңғы ише коротышка тигән нәмәһендәй оҙон шул, ҡалайтаң. Кеймәй әмәлең юҡ – башҡа аяҡ кейеме юҡ. Йылылыҡҡа йылы, тик аҙым атлаған һайын абынып йығылырыңды көт тә тор инде.
Бесән
ташығанда
Миңә фермаға бесән ташырға ҡушып ҡуйҙылар. Биргән аттың арыҡлығын әйт – ҡабырғалары үтә күренеп тора. Туғыҙ саҡырымлыҡ ерҙән бесән ташыр кәрәк. Атым Еләктүбәгә лә менә алмай арый. Бараһы ергә атай-ботай саҡ барып етеп, бесән тейәп бик һуңға ҡалып ҡайттым. Ҡайтҡас, атыма үҙе тейәп ҡайтҡан бесәнде һалһам, ферма мөдире Ғәлин Ғәлимйән ағай борҡота ғына: “Кире ал бесәнен, башҡа аттар менән бергә ашарға тейеш”, - ти.
Иң әсендергәне шул – тамаҡбауға буй етмәй, өлкәнерәк ағайҙар тартып бирә. Атым арыҡ булғас, иң арттан барам. Ағайҙар ултырып тәмәке борхолдата. Миңә лә: “Ултыр, көйрәтеп ал”, - тиҙәр. “Әсәйем туҡмай”, - тип тәҡдимдәренән баш тартам. Ағайҙар ултыра, мин тейәйем. Бер заман шайтан ҡотҡо һала бит күңелгә: ”Ҡайҙа, бирегеҙ, мин дә тартам”, - тейем. Тәмәкене төрә лә белмәйем бит әле ул. Бер-ике һөйрәгәйнем, киттем сәсәп. Ашаған ғына ризығымды аҡтара ҡоҫтом. Ошо ваҡиғанан һуң бүтән тәмәке тартманым мин. Әсәй һыҙырҙы инде.
1955 йыл ҡоролоҡ булды. Хәҙер мине Урал йәйләүҙәренә ҡышлауға ебәрҙеләр. 13-14 йәшлек малаймын. Шунда мал ҡарап ятабыҙ. Ҡайтам, тиһәң, йәйәү ҡайт, тиҙәр. Әсәйемдән хәбәр килде: ”Улым, бесән бөттө, берәй генә күбә булһа ла бесән алып ҡайт”, - тигән.
Бер күбә бесән тейәп юлға сыҡтым. Килдеғолға еткәйнем, буран башланды. Күҙ асҡыһыҙ. Әбделмәмбәтте үтеп барышлай Маһикамал апайҙарға индем. “Йоҡлап сыҡ, таң менән ҡуҙғалырһың”, - ти. “Юҡ, әсәй бер һәнәк тә бесән юҡ , тип әйтте”, - тейем.
Ат арыны. Хәҙер көрттө алдан үҙем йырам. Һыу утынға ут төртөп, урманда йоҡланым. Бесәнемдең яртыһын атым ашап бөтә яҙҙы. Ауылға бер саҡырым ер ҡалғас, юҡ, атым китмәй ҙә ҡуя. Өс көндә саҡ ҡайтып йығылдым.
Бала, үҫмер, йәшлек сағың нисек үтте, тип һорайҙар. Булманы минең ул саҡтар. Нужа йотто.
Аҙыраҡ ат өҫтөндә йөрөрлөк булғас, мине һәм бер нисә малайҙы тағы Уралға ҡыуалар. Тана-торпо көтөргә. Ҡыуандыҡов Ғәзизйән, Язағолов Саҙретдин, мин киттек Уралға. Өсөбөҙгә 150-ләп баш мал. Тәп-ләп эшләнгән аласыҡта ятабыҙ. Бала бала инде – ҡояш ауалағансы ятабыҙ, малдар ас тора. Һайғау-майғау ташып, малдар торорлоҡ итеп кәртә әтмәләп алдыҡ. Ашарға арыш икмәге бар. Тана-торпо араһында ике һыйыр бар. Иртәле-кисле алмашлап һауып, һөт эсәбеҙ. Боланут һалып, өйрә бешерәбеҙ. Кис аласыҡ башына менеп малдарҙы һанайбыҙ. Беҙҙе малды йүнләп көтмәйҙәр, тип ошаҡлағандар. Төнгө ҡарауылға бер ҡыҙ, ферма мөдире булып Нурғәле ағай килде. Беҙҙән ни фәтеүә инде, малдар ябығып бөттө. Аҙаҡ уларҙы Мәһәҙей эргәһендәге әҙерләүҙәр контораһына “тощак”ҡа тапшырып ҡуйҙылар.
Йылҡы
яратам мин
Икенсе йылына йылҡы көт, тиҙәр. Ат яратҡас, риза булдым. 60-70 саҡырым алыҫта ятабыҙ. Гел ат араһындамын. Яңғыҙ ҡалһам, шаңғырата йырлап ебәрәм. Фәрғәп ағай менән көтәбеҙ. Бер мәл битләүҙә ятам, ҡараһам, ҡаршы яҡтан бер башмаҡ төшөп килә. Ни эшләп яңғыҙ башы айырылып йөрөй икән тиһәм, айыу булып сыҡты. Беҙгә, көтөүселәргә, әүәле мылтыҡ бирә торғайнылар. Илле метр ғына был айыу минән. Сәптәп ҡараным. Тайҙар, ҡолондар тегене еҫкәй. Бер тайҙың яурын башына һуғып, йыға тартты. Шул арала мин атып ебәрҙем. Теге тәгәрәп китте. Ҡалҡып торғайны, өсөнсөгә аттым. Бауһыҙ ятты ла ҡуйҙы. Ҡурайсы булғас, гел бәкем кеҫәлә. Теге йәрәхәтләнгән атты сала һалдым. Фәрғәп ағай килде: “Нимә эшләнең?” - ти. “Тайҙы айыу һуҡты, шуға салдым”, - тейем. Эй, маладисһың да инде”, - тип маҡтаны. Ҡайтып арба егеп килде. Ветврач әйтә: “Был эште әйтмәгеҙ, көтөүҙә 3 баш мал артыҡ”, - ти. Айыуҙы ла һуйҙыҡ. Таң атҡанса ит бешереп, туйып яттыҡ. 18 йәшемдә генә шулай айыу алдым мин.
Иртә менән Фәрғәп ағай тоҙға китте. Мал ялай торған ата тоҙҙо алып килеп, һуйылған аттың тиреһен йәйеп һалып, өҫтөнә итен тоҙлап һалып, күмеп ҡуйҙыҡ. Айыуҙы ла ашаныҡ – ите тәмле булды. Ҡоро боланут өйрәһе эсеп йөрөү ише түгел инде ит ашап һурпа эсеү!
Ҡурай һәр саҡ
янда!
Беҙҙең эргәлә Нурғәле ағай Ҡарабулатов йәшәне. Ныҡ оҫта ҡурайсы булмаһа ла, уйнарға өйрәтерлек рәте бар. Эргәһендә уранғылай торғас, “Ҡарабай”ҙы өйрәтте. Көй-моң тиһәң, иҫе киткән кеше мин булдым инде. Әсәй мәрхүмә лә оҫта йырсы ине. Киндер иләп ултырыр ине, йырлап ултырыр ине, илап ултырыр ине... Ауыр йылдарҙа дүрт баланы үҫтереүе еңелдән булмағандыр. “Атайың ҡурайҙа матур уйнаны”, - тиер ине гел. Хәҙер икәү генә ҡалдыҡ: Силәбе өлкәһендә Мәүлитбай ағайым (1933 йылғы) йәшәй.
Ғаиләм –
бәхет сығанағым
Нәби ауылы һылыуы Клара апайың менән бынамын итеп йәшәнек. Тик ғүмергенәһе ҡыҫҡа булды уның. Алты балаға ғүмер һәм тәрбиә бирҙек: Иршат, Гөлшиҙә (мәрхүмә), Шәһиҙә, Айбулат, Мәғәфүр, Сынбулат.
Әле Байғаҙы Гөлсирә апайың менән һәүетемсә донъя көтөп ятҡан булабыҙ. Ана бит, уның яғынан ейәнем Айгиз (Гөлгөнәнең әрменән ҡайтҡан улы) мине дауаханала ҡарап ята, рәхмәт төшкөрө! 28 йыл йәшәйбеҙ – үҙе бер ғүмер инде!
Балалар, шөкөр, килеп тора. Килмәйерәк китһәләр, үҙем бер һарыҡты һуя һалып саҡырып алам. Әле 30-ға яҡын ваҡ мал бар. Эшһеҙ түҙә алмайым мин.
Дин эше – көн эше
80-се йылдарҙа дин, ғәрәпсә яҙма менән ҡыҙыҡһынып алып киттем. “Ағиҙел” журналында Ғ. Ишбулатов өйрәтте. Ныҡыша торғас, һәүетемсә ғәрәпсә уҡып алып киттем. Ҡөрьән уҡыу күңел тыныслығы бирә бит, насар уйҙар осоп юҡҡа сыға.
Ауылда мәсет төҙөү эше менән янып киттем бер мәл. Халыҡты йыйып йыйылыш үткәрҙек. Балалар баҡсаһын яраҡһыҙ тип баһалатып, изге йорт итмәксе булып киттек. Эргәһенә ҡырсынташ түктереп, һәптеюҡ эшен ыратҡайныҡ. Дин тоторға әҙер ҡатын-ҡыҙҙы йыйып, уларҙы мәктәптә уҡыта ла башлағайным әле. Уҡытып йөрөй торғас, һалҡын тейҙереп, йөрәккә приступ булып, Белоретта дауаханала ятып сығырға тура килде. Шунан был эшемде Наил Туҡтамышевҡа тапшырып ҡуйҙым. Ул да йәшләй баҡыйлыҡҡа күсеп ҡуйҙы, ҡалайтаң... Әле эштәр туҡтап ҡалғандай.
Моңом мине
илдәр гиҙҙерҙе
Клубта күп эшләнем мин. Районда мин сығыш яһамаған ауыл сәхнәһе юҡ һандалыр. Башҡортостан буйлап та күп йөрөлдө – элек бит район-ара конкурстар, алмаш концерттар йыш булды. Улай ғынамы: ошо ҡурай һәм оҙон көй арҡаһында тотош донъя илдәрен урап сығырға, мәртәбәле сәхнәләрҙә Башҡортостан, Рәсәй вәкиле булараҡ сығыш яһарға тура килде. Ошо моң мине сит илдәргә бушлай йөрөттө, ҙур сәхнәләргә күтәрҙе. Башҡалар сит илгә аҡса түләп йөрөй бит (көлә). Франция, Люксембург, Швейцария, Голландия, Вьетнамға барып сығыш яһау бәхете лә тейҙе, шөкөр. Кешене эсәһе һыу, бәхет алып йөрөй. Мин ошоға ышанам.
Заһир Исмәғилев баһаһы
Элек Байназарҙа, Нәбиҙә район сәнғәт мәктәбенең филиалдары эшләне. Мин шул мәктәптәрҙә ҡурай класында уҡытып йөрөйөм.Тәүге йылда Һатыбалов Хәмит – 1-се, Теләүбаев Илгиз 2-се урын яуланы бит республика күләмендәге ҡурайсылар конкурсында. Өсөнсө йыл эшләгәндә Айбулат улым “Ҡолой кантон” менән “Ҡаһым түрә”не уйнап Гран-при алып, “Артек”ҡа юллама менән бүләкләнде. Тағы ике йылдан Өфөләге ҙур конкурсҡа Байназар мәктәбенән 3 егетте алып барҙым. Дамир Баймырҙин – 1-се, Илһам Аҙанғолов – 2-се, Ғәйсәр Тажитов 3-сө урынды яуланылар. Конкурс бөткәс, Заһир Исмәғилев минең уҡыусылар эргәһенә килде лә: “Һеҙҙе кем уҡыта?” - ти. “Рәхмәтуллин”, - тиҙәр егеттәр, мин арттарында шым ғына тыңлап торам. “Һеҙ ағайығыҙға сәләм әйтегеҙ, ҡабат ул өйрәткән уҡыусыларҙы конкурсҡа ҡабул итмәйбеҙ, юғиһә бөтә призлы урындарҙы улар ала. Ағайығыҙ байраҡты юғары тотһон – ошолай тип Исмәғилев әйтте, тиегеҙ”, - тине лә, мине шәйләп ҡалып, килеп ҡосаҡланы.
“Музыкаль белемең бармы, ҡустым?” - тип һорай был. “Юҡ, көтөүсе, балта оҫтаһы мин”, - тейем. “Һин бит бөтә һөнәри уҡытыусыларға үрнәк – балаларыңды матур әҙерләйһең, афарин!” - тине.
Ябай көтөүсенән генә сығып, ҙур сәхнәләрҙе яулай алған ябай ауыл малайына ошонан ҙур баһаның булыуы мөмкинме? Юҡ, әлбиттә!
Ҡурайсы булған атаһы, ҡурайсылыр балаһы
Башҡортостандың халыҡ артисы исемен хаҡлы йөрөткән улы Айбулат хаҡында әллә ни сурытып һөйләп тороу кәрәкмәҫ – исеменә есеме тап килә.
Районыбыҙҙың тиңдәше тип әйтерлек аҡһаҡал, бөтә аңлы ғүмерен моңға, сәнғәткә бағышлаған ир-уҙаман, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Оҙон көй” республика конкурсында ике тапҡыр Гран-при яулаусы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә – Гран-при, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар конкурсында ла Гран-при яулап, райондың ғына түгел, Республиканың данын күтәреп йөрөүсе дан ҡурайсы, йыраусы Дәүләтбай Абдрахман улы Рәхмәтуллин рух бейеклегендә, күңел көрлөгөндә ғүмеренең алтын көҙөн билдәләй.
Ысын мәғәнәһендә алтын ул, сөнки уның ғүмере ҡара тир сығарыр хеҙмәттә, моң иленә, сәнғәт ғали йәнәптәренә, үҙе моңо, Аллаһ биргән таланты менән ҙурлаған алтындай халҡына хеҙмәт итеүҙә үткән. Бөгөн ауылының, районыбыҙҙың аҡһаҡалы оҙаҡ йылдар дауамында йыйған алтын аҡылын илгә һибер дәрәжәлә, әсе, һабаҡлы, мең нужалы булһа ла, үҙенә генә тәғәйен яҙмышынан риза, Раббыһына шөкөрлө халәттә. Ошонан да ҙур бәхет булыуы мөмкинме?
Читайте нас: