Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2020, 18:00

ТЕРЕГӨМӨШ КЕҮЕК УЛ

Бала сағынан бик шуҡ, шаян ҡыҙ булып үҫә ул. Үҙе тирәһендәгеләргә лә күңелһеҙләнеп, эшһеҙ ултырырға ирек бирмәй.

Бала сағынан бик шуҡ, шаян ҡыҙ булып үҫә ул. Үҙе тирәһендәгеләргә лә күңелһеҙләнеп, эшһеҙ ултырырға ирек бирмәй.
Мәрйәм Ғәбдрәхим ҡыҙы Юлсурина 1950 йылда Учалы районының Ахун ауылында тыуған.
Бала сағынан бик шуҡ, шаян ҡыҙ булып үҫә ул. Үҙе тирәһендәгеләргә лә күңелһеҙләнеп, эшһеҙ ултырырға ирек бирмәй.
Еңел атлетика менән шөғөлләнә, саңғы менән дуҫ була. Күрше балалар менән бергә төрлө хәрәкәтле уйындар, ярыштар ойоштороп үҫәләр.
Спорт менән дуҫ ҡыҙ киләсәк тормошон да спорт менән бәйләргә теләй һәм 9-сы кластан һуң физкультура техникумына уҡырға инә. Өфөнән ҡайтҡас, һөнәре буйынса тыуған ауылында эшкә төшә.
Үткән замандарҙа студенттарҙы практика үтеү өсөн колхоз эшенә йәлеп иткәндәр. Тап шул ваҡытта яҙмыш уны “Ҡыҙыл партизан” колхозына практика үтергә килгән Әхәт исемле Бөрйән егете менән осраштыра. 1971 йылда йәштәр өйләнешеп тә ҡуялар.
Мәрйәм Ғәбдрәхим ҡыҙы яңынан белемен камиллаштырып, математика уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Тәүҙә йәштәр Байназарҙа, артабан Иҫке Собханғолда йәшәйҙәр.
8-се класта уҡыған сағында сираттағы саңғы шыуыуға сыҡҡанда күрше дуҫ ҡыҙы менән тирә-яҡты байҡап торалар ҙа, Мәрйәм апай: “Эх, бында урман, тауҙар юҡ, тирә-яғын урман, бейек тауҙар уратып алған, ҡаялары булған, эргәлә ҙур йылғаһы ағып ятҡан ерҙә йәшәһәң ине”, - тип хыяллана. Күрәһең, әйткәне фәрештәнең амин тигән сағына тура килгәндер. Мәрйәм апайға урман, тау, ҡаяларҙың тап уртаһында – Бөрйән районында, йәмле Ағиҙел буйында йәшәргә насип була.
Мәрйәм Ғәбдрәхим ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы Иҫке Собханғол урта мәктәбендә балаларға белем бирә.
Ул бар күңелен, көсөн һалып эшләй. Үҙе тура һүҙле, ғәҙел. Заманында партком секретары эшенә лә, үҙенә лә үтә талапсан була, партия таралғансы ихлас эшләй. Уҡыу-уҡытыу мөдире вазифаһын да атҡара. Әйткән һүҙенә тоғро, эшләгән эшенә яуаплы ҡарай.
Мәктәптә эшләү дәүерендә бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Йәмәғәт эштәрендә бик әүҙем ҡатнаша, ғаиләһе менән конкурстарҙа үҙҙәрен һынап ҡарайҙар.
Уҡытыусы ғаиләһе бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәт менән йәшәй. Эшләйем тигән кеше нисек тә ваҡытын таба, тигәндәй, егәрле Мәрйәм апай баҡсаһын да үҫтерә, малын да ҡарай. Уның ғаиләһе йылҡы малы ла көтә. Йәйҙәрен бергәләшеп бесән эшләйҙәр. Хатта бәләкәй ҡыҙы Зөлфиәгә 3 ай ғына сағында эшкә сығырға йөрьәт итә Мәрйәм Ғәбдрәхим ҡыҙы. Ә Зөлфиәне бер ағаһы төшкә тиклем, икенсе ағаһы төштән һуң көтә. Әсәйҙәренең төнөн дәфтәрҙәр тикшереп, дәрестәргә әҙерләнеп ултырған саҡтарын әле лә иҫләй улар.
Уның иңендә тағы класс етәкселеге лә була.
“Класс етәксеһе” тип әйтеүе генә анһат. Был һүҙ эсендә әллә күпме хеҙмәт ята: һәр бала, ата-әсә менән уртаҡ тел таба белеү, төрлө хәлдәрҙән сығыу юлдарын табыу, уҡыусыларыңды контролдә тотоу, талап итеү, әсәйҙәрсә тәрбиәләү, яратыу.
Мәрйәм Ғәбдрәхим ҡыҙының уҡыусылары олимпиадаларҙа, конкурстарҙа йыш ҡатнаша. Намыҫлы, ғәҙел хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, уҡыусыларының, коллективының ихтирамын яулай ул. Ваҡыт үтһә лә, уҡыусыларына һаман да үрнәк булып тора. Күптән түгел һуңғы сығарылыш уҡыусылары бүләк, торт тотоп килеп, ҡотлап та киткәндәр.
Мәктәптә генә түгел, өйҙә лә талапсан Мәрйәм апай балаларын йәштән маҡсатлы булырға, эш һөйөргә өйрәтә. Кескәй генә саҡтарынан мал, баҡса ҡарарға, һыйыр һауырға белеп үҫә балалары. Ғөмүмән, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, донъя көтөүгә кәрәкле бар нәмәне өйрәтергә тырыша уларға.
Балалары өсөһө лә бөгөн шәхси эшҡыуарҙар. Әсхәт – Өфөлә, Айнур район үҙәгендә йәшәйҙәр, Зөлфиә Төркиәлә үҙ эшен йәйелдергән. Әлегә ваҡытлыса Бөрйәндә.
6 ейән-ейәнсәре Мәрйәм апайҙы йомшаҡ күңелле өләсәй тип беләләр.
Тормош иптәше Әхәт Азат улы ауыл хужалығы өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыға. Тик 2014 йылда ул яҡты донъяларҙан китеп бара. Мәрйәм апай был юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Әммә һығылып төшмәй, артабан йәшәргә көс таба. Эшкә йөрөргә кәрәк, шуға күрә аптырап тормай, 55 йәшендә рул артына ултыра. Хаҡлы ялға сыҡҡандан алып әлегә тиклем ҡыҙы Зөлфиәнең магазинында һатыусы булып тора.
Уңғанлығы бөтә булмышында Мәрйәм апайҙың: ҡыҙы Төркиәгә сығып киткән ваҡытта, ере буш ятмаһын, тип, ҡыҙының да баҡсаһын гөл итеп тота. Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит – уның һүҙҙәре.
Ошо көндәрҙә Мәрйәм Ғәбдрәхим ҡыҙы оло юбилейын билдәләй. 70 йәше тулһа ла, Мәрйәм ханым йәштәргә алыштырғыһыҙ, бынамын итеп көтә донъяһын. Тынғыһыҙ эшендә ҡайнарға ла, ваҡытын табып, диңгеҙгә барып ял итергә лә өлгөрә ул.
Ул ныҡышмаллығы, тырышлығы менән үҙенә тормошта юл ярған, күтәрелгән. Донъялағы иң ҡәҙерлеләре уның өсөн өҙөлөп, яратып торалар, ихтирам итәләр икән, уның йәш быуынға ҡалдырыр эше, хеҙмәте, иҫтәлеге бар икән, тимәк, ул бушҡа йәшәмәй. Терегөмөш кеүек Мәрйәм Ғәбдрәхим ҡыҙына киләсәктә лә иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле тормош насип булһын.
Читайте нас: