Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2020, 19:05

НӨКТӘ

Балды алмаштырғанда теге ир ҡыҙарырмы икән тигәйнем, ҡыҙарманы... Балды ғына түгел, кешеләрҙе сортҡа бүлергә өйрәнеп бөткән, күрәһең...

Балды алмаштырғанда теге ир ҡыҙарырмы икән тигәйнем, ҡыҙарманы... Балды ғына түгел, кешеләрҙе сортҡа бүлергә өйрәнеп бөткән, күрәһең...
Нөктә тигәс тә, беҙҙең күрер күҙгә күренер-күренмәҫ төрткө генә түгел икән дә баһа!
Нөктә менән 1-се класҡа бармаҫ борон танышһаҡ та, уның аңлатмаһын нәҡ шул беренселә мейегә һеңдергәндәрҙер, барыбер.
Нөктә, тигәндәй. Бер остаз ҙур аҡ ҡағыҙ битенә бер нөктә ҡуя ла, уҡыусыларынан һорай:” Нимә күрәһегеҙ?”. Күпселек: “ Нөктә!”-тип яр һала. Шым ғына ултырыусы бер уҡыусы ғына:” Ҙур аҡ майҙан төшөрөлгән”, -ти, тыйнаҡ ҡына. “Бына бит, уҡыусылар, һеҙҙең күбегеҙ ошо ҙур аҡ яҫылыҡтағы бәләкәй генә нөктәне күрә алды, ә ошо нөктәне уратҡан ҙур аҡ майҙанды шәйләмәне лә”, -ти остаз.
Уйлыға – уй инде, уйлай китһәң. Теге халыҡ мәҡәле лә бушҡа:” Кеше күҙендәге сүпте күргәнсе, үҙ күҙеңдәге бүрәнәне күр”, -тимәй. Бында ла аҡыллыға – ишара.
Нөктә, тигәндәй. Бер йылы баҙарҙан сифатлы ғына Бөрйән балы эҙләп йөрөйөм. Ҡырға посылка итеп һалырға. Алыҫтағы таныштарға кемдер ҡайҙалыр Бөрйән балын ауыҙ иттергән дә, былар Бөрйән балын дауайлай.
Баҙарға инмәҫ борон (урамда уҡ) машиналар теҙелгән, бәғзеләренең капотына уҡ 3 литрлыҡ банкалар менән бал ҡунаҡлаған. Ишеткән-уҡыған бар: “ Ҡалаҡ менән һоҫоп алғанда өҙөлмәй һуҙылып, өҫтө күбекләнгән кеүек кескенә ҡыуыҡтар менән “биҙәлгән” бал яҡшы була”. Капот өҫтөндәгеһе тап шундай ине. Теге бал һатыусы ир, минең алырымды белгәс, машинаһына йомолдо. “Юҡ, миңә ошо капот өҫтөндәген бирегеҙ”, -тип ныҡышһам да, ундағын бирмәне, барыбер, бер үк бит ул, тиеп , эстән алып бирҙе.
Ҡайтышлай Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙынан инеп тағы бер 3 литрлыҡ менән бал алдым. Өйҙә тегеләрҙе тәмләп ҡарайбыҙ – Хәҙисә апайҙан алған бал менән теге баҙарҙан алғандың айырмаһы ер менән күк араһы шул! Эс бошто, барыбер, етмәһә, икеһенең дә хаҡы бер иш.
Төшкө аш мәле ине – редакциянан шылтыраталар: “ Тиҙ генә баҙарҙан алған балыңды кире алып төш, яңылыш биргәндәр!”
Нисек инде яңылыш, тип уйланым да, таксист кейәүҙе саҡыртып, теге бал һатыусы ир эргәһенә төштөм. “Мин һиңә яңылыш биргәмен бит балды, бына бит, ҡапҡасына нөктә төртөлгән”, -тимәһенме был. Баҡтиһәң, капрон ҡапҡасына нөктә төртөлгәне насарыраҡ (сифатһыҙ, тейем микән) бал икән, ә нөктә төртөлмәгәне яҡшы бал икән.
...Мин бал алып киткәс, кемдер теге бал һатыусыға мине Таңһылыу менән бутап:” Был теге редакцияла эшләүсе Таңһылыу Баһауетдинова бит”, -тигән. Шунан теге ирҙең намыҫы ҡуҙғалғанмы, башҡа сәбәптәнме, редакцияға Таңһылыуҙы эҙләп шылтыратҡан, балыңды алмаштырып бирәм, тигән.
Таңһылыу, билдәле, минең бал алып йөрөүемде белгәс, миңә шылтыратҡан.
Ҡалай ҙа булһа ла, журналист булыуымдың үҙ ғүмеремдә бер файҙаһы тейҙе – сифатһыҙ, йәғни “икенсе сорт” балды яҡшыһына алмаштырып бирҙеләр.
Балды алмаштырғанда теге ир ҡыҙарырмы икән тигәйнем, ҡыҙарманы... Балды ғына түгел, кешеләрҙе сортҡа бүлергә өйрәнеп бөткән, күрәһең...
Нөктәгә бәйле икенсе тарих ошо.
Бөтә нәмә нөктәнән баш алып, нөктә менән бөтә икән, нөктәгә ҡарап балын да, кешеһен дә айыралар, хаҡын да ҡайыралар икән.
Ошоно уҡыған теге балсы, үҙен танып, балдарын нөктәләүен генә түгел, кеше алдауына ла нөктә ҡуйһасы, тимен... Намыҫы уянып китеп...
Бал, тигәндән. Былтыр Өфөлә йәшәүсе бер танышым һөйләп торҙо: “ Былтыр фәлән-фәләндән әллә күпме бал алғайным, быйыл инһәм, бал өйөнөң ике яҡ стенаһы буйлап баллы банкалар теҙгән. Ни эшләп былай итеп ҡуйҙың, тиһәм, был яҡтағылары – түрә-ғара, икенсе яҡтағылары шәләй-үәләйҙәр өсөн, тип күҙен дә йоммай һөйләп тора, шуға, йәнем көйөп, быйыл унан бал алманым”, -ти. Бынағайыш, тиергә генә ҡала инде был хәлгә.
Эйе, бал сезоны етте. Нөктә ҡуймай, түрә-ғара менән шәләй-үәләйҙәргә бүлмәй генә һатһалар ине, тигән теләк уяна. Һәр хәлдә, хаҡтар сифатҡа тура килергә тейеш, тип нөктә ҡуям.
Читайте нас: