Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2020, 11:30

МАШИНАМ АРТЫНА СЫҒЫП БАҪТЫМ ДА…

…Ун өс йыл руль артынан төшмәй тиерлек йөрөп, инде дүртенсе автомобилемде “иләүемә” ҡарамаҫтан, бындай хәлгә тарығаным юҡ ине әле. Машинамды туҡтатып, артына сығып баҫтым да, ысын-ысынлап асҡан ауыҙымды ябырға оноттом.

…Ун өс йыл руль артынан төшмәй тиерлек йөрөп, инде дүртенсе автомобилемде “иләүемә” ҡарамаҫтан, бындай хәлгә тарығаным юҡ ине әле. Машинамды туҡтатып, артына сығып баҫтым да, ысын-ысынлап асҡан ауыҙымды ябырға оноттом.
Ней иларға, ней көлөргә белмәй, бер нисә минут шаҡ ҡатып торҙом. Хәйер, миңә тимәһә, үкермәйеңме, оломайыңмы – эргәмдә бер йән эйәһе юҡ, бер кем дә ишетмәйәсәк. Сит районда, япа-яңғыҙ… Унан тиҙ генә күңелемдән был райондың әле генә үҙем үтеп киткән ауылы тирәһендә таныштарым, таныштарымдың таныштары юҡмы икәнлеген барлай башланым… Шулай күпме телефонға текләп торғанмындыр, яныма машина туҡтаған тауышты аңғарып, башымды күтәрҙем.
Руль артында башҡорт егете. Эргәһендә йәш ҡатын-ҡыҙ. Кәләшелер, күрәһең. Артта әйберҙәре, бер бала күҙгә ташланды булһа кәрәк.
…Ҡыҫҡаһы, ошо минуттан ҡапыл тынысландым. Аһ-аһ, япа-яңғыҙ түгелмен икән дә, эргәмдә кешеләр бар икән дә баһа, тигән тыныслыҡ килде күңелгә.
Хәйер, баштан башлайым әле. Юғиһә, был ҡайҙа китеп барған икән, ниндәй районда, нимә булған икән, тигәнерәк һорауҙар менән башығыҙ ҡайнай башлағандыр.
Июлдең башынан отпуск алдым. Тик пландарҙың байтағына тәбиғәт үҙ коррективаһын индерҙе: отпуск башланыу менән урман-ҡырҙарҙы гиҙеп емеш-еләк йыйырмын, баҡсала мәж килермен, тигәнерәктәре “ҡыҫҡартыуға” эләкте. Берҙән, ямғыр булмағас, емеш-еләк уңманы, икенсенән, тышта йөрөрлөк түгел, эҫе. Ярай әле, йылдағыса, өй ышығындағы ағас еләге, баҡсаларын даими һуғарып торған уңған күршеләремдең баҡсаһында өлгөргән еләк, ҡарағат, ҡоролоҡҡа бирешмәй, уңышы менән һөйөндөргән сейә туңдырғыстың емеш-еләк өсөн тәғәйен бүлемен буш итмәне.
Быларҙың теге юлдағы шаҡ ҡатыуыңа ни ҡыҫылышы бар, тимәй тороғоҙ әле. Ошо арала гәзиттән ситләшеп торғас, ҡәҙерле дуҫтар, бер рәхәтләнеп эсте бушатып алғы килә.
Бына шундай көндәрҙең береһендә ватсаптағы Өфөлә бергә белем алған курсташтар төркөмө уғата йәнләнеп китте. Былтыр Инйәрҙә осрашҡанда Баймаҡ ҡыҙҙары икенсе йылға үҙҙәренә саҡырып ҡайтҡайны. Әйткән һүҙҙәрен атҡан уҡ иткәндәр икән - йәмле Талҡаҫ буйҙарына саҡыралар. Ял итергә барған туристар өсөн махсус төҙөлгән йорттарҙың береһен ҡуртымға алып ҡуйғандар. Уныһы күлгә терәлеп үк тора, тип ҡыҙыҡтыралар. Аптырап ҡалдым. Үтә эҫе бит.
Бер нисә көндө ике ут араһында янып үткәрҙем: барырғамы, бармаҫҡамы?
Иртәгә - осрашыу көнө. Ә мин һаман теүәл генә ҡарарға килә алмай йонсойом. Ҡыҙҙар саҡыра, осрашайыҡ, кил, тиҙәр. Айырыуса Өфөлә йәшәүсе әхирәтем Гүзәлиә, һине күрергә китеп барам, килмәһәң, ныҡ үпкәләйем, тип үк ебәрә…
Таң атты. Теүәл ҡарарға килә алмай йөрөп ҡалдым, барһам, бергә барырбыҙ, юлда нимә булмаҫ, тип уйлаған иптәшемде ҡустым бесәнгә лә алып китте. Телефонымды тотоп бер гилке курсташтарҙың яҙмаларын уҡып ултырҙым да, юҡ, барайым әле, тип һикереп тороп әҙерләнә башланым. Хәйер, “бәлки” тигән уй менән әллә ҡасан уҡ йыйылған кәрәкле әйберҙәр теҙелеп ятып бөткән, бары юл сумкаһына ғына сумырға ҡалған ине уларға. Минең ҡарарҙы ғына көтөп ятҡан әйберҙәр күҙ асып йомғансы елле сумкаға инеп тә яттылар.
Бүтән ваҡыттағы һымаҡ, машинаны йыуып ҡына ҡуй әле, тип иркәләнергә атаһы юҡ – ҡара тиргә батып бесән эшләй. Һатып алғанға бер йыл тулһа ла, быныһы бейек, башына буй етмәй, тигәнерәк шилмалау һылтауы менән бер тапҡыр ҙа үҙем йыуып ҡарамаған машинаны ла ялт иттереп йыуа һалып алдым. Буй ҙа етте лә ҡуйҙысы... Аҙаҡ, юлға сыҡҡас ҡына, машинам ҡаршыға туҡтауһыҙ ағылған машиналарҙың саңына сума торғас, бер рәхәтләнеп үҙемдән көлөп алырға сәбәп булды был. Бөрйән менән Темәс араһындағы юлдың ниндәй икәнен уйлап та тормағанмын, күрәһең.
Бер машина булып китеп барам шулай. Магнитоланан йырҙар тыңлайым, үҙем дә йырлап ебәрәм. Ҡыҫҡаһы, артыҡ мажараларһыҙ күңелле генә үтте республикабыҙҙың тәүге башҡалаһына тиклемге юлым. Темәстең арғы башындағы күпере ябылған булып сыҡты, йәнәшәһенән ваҡытлыса ғына күпер әтмәләнгән. Теге яҡ ярҙағы автомобилдәрҙе көттөрмәҫкә булыпмы, арлы-бирле һалынған күпер ишаратын да дөбөр-шатыр “текә” генә үтеп киттем. Бөрйән-Темәс юлынан һуң был ғына шүтнә, йәнәһе. Ныҡ ҡына һикереп тә алдым.
Асфальт буйлап елдерәм генә. Туҡтарға уй ҙа юҡ һымаҡ ине. Тик яғыулыҡ станцияһына етәрәк, рулде уңға тарттым. Туҡтағас, үҙем ниңә туҡтағанымды аңлай алмайыраҡ ултырҙым. Унан Өфөнән килә ятҡандарҙың бер төркөмөнә шылтыратып ебәрҙем.
Биш минуттай туҡтап торғас, юлымды дауам итергә булдым. АЗС-ты үтеп тә киттем. Туҡта, руль нимә эшләй һуң ул? Шул минутта, аҡылым команда биргәнде лә көтмәй, ҡулдарым үҙҙәренән-үҙҙәре рулде йәнә уңға борҙо, ахыры. Туҡтаным. Ипләп кенә сыҡтым. Бәй-й, үҙемдең яҡтағы тәгәрмәсем бушаған да баһа… Һе, юл насар булды шул, тип ҡуйҙым да, эшлекле ҡиәфәттә багажникка үрелдем. Әле заводтан сыҡҡаны бирле бер тапҡыр ҙа тотонолмаған өр-яңы ғына запасканы сығарған булып, кемдеңдер туҡтап, яңғыҙы мәшәҡәтләнеп йөрөгән ҡатын-ҡыҙға ярҙамлашып, тәгәрмәсемде алмаштырышып китеүен өмөт итеүем инде. Ә тишелгәнен иһә Түбә ҡасабаһындағы берәй шиномонтаж нөктәһендә яматып алырмын. Тә-әк, тигән булып, багажник ишегенә үрелдем. Аһ, багажнигым бейек кенә була торғайны, ҡалай тәпәшәйеп киткән, тип кенә уйланым да... һағыҙаҡ саҡҡан һымаҡ һикерә генә яҙҙым. Уф… Нисек инде улай? Былай буламы икән һуң ул? Хатта был хәлдең өндәме, төштәме икәнлеге буталды. Баштан әллә күпме яуапһыҙ һорауҙар үтеп китте. …Икенсе артҡы тәгәрмәсем дә бөршәйгән ине. Ә запаска… берәү генә… Нисек улай килеп сыҡты һуң ул? Ҡайҙа? Аңым буталды. Үҙемде кешеләр мыжғып торған оло донъяла иң бәхетһеҙ кеше итеп тойҙом… Апайыма шылтыраттым, ике туған ҡустыларыма, теге юлда килә ятҡан курсташтарға. Ҡустылар бесәндә шул. Ҡыҙым менән кейәүемдең был көндө Магнитогорскийға киткәне иҫкә килеп төшкәс, ҡыҙымды, ошо яҡтан ҡайтырыһығыҙ, бәлки, тип иҫкәртеп ҡуйырға ла онотманым…
…Бына теге автомобиль килеп туҡтаған мәлгә лә килеп еттек, ниһайәт.
-Апай, һеҙҙең тәгәрмәстәрегеҙ 16-ға икән, минеке 14-ле шул. Запаскамды бирер ҙә китер инем, - ти теге нурлы ғына ҡарашлы башҡорт егете.
Мин ҡайҙа китеп барыуымды әйткәс, беҙ ҙә Талҡаҫҡа китеп барабыҙ, әйҙәгеҙ, машинағыҙҙы ҡалдырып тороғоҙ ҙа, беҙгә ултырып барығыҙ, тип тә тәҡдим итеп ҡараны.
-Ярай, туҡтағанығыҙ, ярҙам тәҡдим итергә тырышҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Машинамды ҡалдырмайым, - тип тороп ҡалдым. Уның ҡарауы тулыһынса тынысландым. Донъяла яҡшы кешеләр булыуына ҡыуаныуым тыныслыҡ бирҙе. Инде был халәтем үҙемә ҡыҙыҡ булып китте – минең был мажарам нимә менән тамамланыр икән, тигән журналист ҡыҙыҡһыныуы ла өҫтәлгәс, донъям, түп-түңәрәккә үк әйләнмәһә лә, буйтым теүәл бер рәүешкә инде. Аң үҙ урынына ҡайтты.
Ул арала икенсе машина килеп туҡтаны. Йәш кенә егет килеп төштө.
-Мин теге яҡҡа китеп барғанда тәгәрмәсегеҙҙең тишелгәнен, автомобилегеҙ янында яңғыҙығыҙ ғына торғанығыҙҙы аңғарып үткәйнем, шуға әйләнеп килдем, - тип киң йылмая илгәҙәк урыҫ егете. Тиҙ генә тын тултырғыс ҡоролмаһын сығарып, тәгәрмәстәремә тын да тултыра башланы үҙе. Унан мине саҡырып, тишеген күрһәтте.
-Мәлендә туҡтағанығыҙ, оҙағыраҡ барһағыҙ, тәгәрмәсегеҙ эштән сығыр ине. Бына, ишетәһегеҙме, пышылдап тын сыға, - тип һөйләнә-һөйләнә икенсеһен тултыра башланы.
-Һеҙ бер урында тишкәнһегеҙ икеһен дә. Икеһенең дә тишеге бер төрлө. Әйҙәгеҙ, мин тынды тултырам да, һеҙ тиҙ генә Темәскә елдерегеҙ. Шәп барһағыҙ, тәгәрмәстәрегеҙ бушағансы, шиномонтажкаға барып етә алаһығыҙ, - ти был.
-Юҡ-юҡ, ярай, юлығыҙҙы дауам итегеҙ. Рәхмәт туҡтағанығыҙ өсөн, - тип ярҙамсыл егетте оҙатыуым да булды, эргәмә йәнә бер иномарка килеп туҡтаны. Ур-ра, Өфө яғынан килеүсе курсташтарымдың бер төркөмө ултырған такси! Беҙ гөрләшеп ҡосаҡлашҡан арала автомобиль водителе бер ҡараштан хәлде аңлап алды, күрәһең, тиҙ генә ниндәйҙер инструменттарын, ҡумтаһын һөйрәп сығарҙы ла эшкә лә тотондо. Ул арала машинамдың алғы яғына бер-бер артлы ике машина туҡтаны. Улар ҙа беҙҙекеләр! Иглиндан килә ятҡан йылмаяҡ коллегам (Иглин гәзите мөхәррире) Радигыбыҙ һәм уның улы, кейәүе ғаиләләре менән!
Машинам тирәһендә эш бермә-бер йәнләнде. Кемдер тәгәрмәс ямай, кемдер икенсе тәгәрмәсте ысҡындырып, саңдарын ҡаға. Ҡыҫҡаһы, мәж киләләр ир-егеттәр! Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, ситтә сырҡ-сырҡ киләбеҙ, көлөшәбеҙ, студент йылдарындағы ҡыҙыҡ хәлдәрҙе барлайбыҙ... Ямап, тын тултырып, тәгәрмәстәремде кире ҡуйып, теге кәрәге теймәгән яңы запаскамды кире урынына һалып, багажнигымды ябып уҡ ҡуйҙы ир-егеттәр.
-Был тәгәрмәстәрҙе шиномонтажға барып етерлек кенә итеп әтмәләп торғанһығыҙҙыр, ивет, - тейем, теге айырыуса тырышҡан Баймаҡ таксисына аҡса һуҙып.
-Нишләп? Тәгәрмәстәреңдең һүрәттәре юйылып бөткәнсе торасаҡ был ямау. Шиномонтажка кәрәкмәй. Юҡ, юлда нимә генә булмай, аҡса ла кәрәкмәй…
Тик… Бик һәйбәт булһа ла, ямаулы булыуы шулай ҙа эсте бошора биреп тора. Был үҙенән-үҙе яңы тәгәрмәстәр тураһында уйлата ла башланы инде
-Уй, шулай ҙа ямаулы тәгәрмәстә йөрөйөм тигән уй үҙе үк эсте бошора бит әле, - тейем.
-Аҡсаң сығып барһа, алаһың инде яңыһын. Ләкин былар туҙып бөткәнсе йөрөй ала әле, - тип көлә таксист.
Миңә бары машинаға ултырып юлды дауам итергә генә ҡалды. Инде эргәмә әхирәтем Гүзәлиәне күсереп ултыртып, Талҡаҫҡа юл тоттоҡ…
Шөкөр, сәйәхәтемдең арғы яғы бик күңелле дауам итте: курсташтар менән Талҡаҫта туйғансы һыу индек, күл буйынса табын ҡорҙоҡ… Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй, йәнә осрашырға һүҙ ҡуйышып айырылыштыҡ.
Ә тәгәрмәс мажараһы теге Темәстең ваҡытлыса һалынған күперенә барып төртөләлер, тип уйлайым. Шул тирәлә елле генә һикереп алғайным.
Хәйер, инде уныһы мөһим түгел. Был ваҡиға миңә йәнә бер нисә һабаҡ бирҙе.
Беренсенән, бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Донъяла яҡшы кешеләр ныҡ күп!
Икенсенән, бик ауыр хәлгә тарығанда ла өмөттө өҙөп, үҙеңде өҙгөләргә ярамай. Бәлки, Хоҙай был ауырлыҡты һине һынар өсөн ебәргәндер!
Өсөнсөнән, бик ашыҡҡанда ла артыҡ ҡабаланырға ярамай!
Дүртенсенән, Хоҙай әҙәм балаһын бәләнән ҡурсаларға тырыша, тик уны мәлендә аңлай һәм тоя белергә генә кәрәк. Мин дә бит әгәр асфальт юлға төшкәс туҡтамай елдергән булһам (сер түгел, тигеҙ юлда ҡыуырға яратам), аҙағы нимә менән бөтөрө хаҡында уйлауы ла ҡурҡыныс. Нимә туҡтарға мәжбүр иткәндер, әммә үҙем дә аңламай, нимәгәлер буйһоноп туҡтап алыу бәләнән ҡотҡарҙы. Ҡуҙғалып китә башлау менән рулдең борғолана башлауын тойоп ҡалыу бәләне мәлендә иҫкәртергә ярҙам итте.
…Икенсе көнөнә ҡайтыу юлында инде теге күперҙе ипле генә үттем.
Шулай ҙа… эстән генә, их, ярҙам иртәрәк килде, тип бошона биреберәк тә ҡуйҙым әле хатта. Ярҙам итергә теләп тә ярҙам итә алмаған кешеләрҙе күреп, үҙем ҡыуаныр, рәхмәттәрем менән уларҙы ҡыуандырыр инем… Бына шунан аңла һин әҙәм балаһын…
Ә теге тәгәрмәстәр, шөкөр, һин дә мин хеҙмәт итеп йөрөйҙәр. Баймаҡ таксисына рәхмәттәр генә уҡыйым. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тиҙәр бит. Һәр ваҡыт юлда йөрөгән кешегә был айырыуса кәрәктер.
...Уҡытыусы булған саҡта һәр каникулдан һуң балаларҙан “Каникулымдың иң иҫтә ҡалған көнө” йәки “Минең йәйге ялым” тигәнерәк темаларға инша яҙҙыра торғайным. Бына тормош үҙемдән дә “каникулым” тураһында инша яҙҙырҙы. Ҡыҫҡаһы, минең быйылғы ялымдың иң иҫтә ҡалған ваҡиғаһы тап ошо хәл булды, ахыры...
Читайте нас: