Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июль 2020, 14:00

ҺЫУ ИНГӘНДӘ ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ

Көтөп алған йәй миҙгеле күңелле, иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәр менән бер рәттән хәүефле хәл-ваҡиғаларҙы ла үҙ эсенә ала.

Көтөп алған йәй миҙгеле күңелле, иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәр менән бер рәттән хәүефле хәл-ваҡиғаларҙы ла үҙ эсенә ала.
Көндәр эҫе торһа, барлыҡ халыҡ йылға буйҙарында, төрлө һыу ятҡылыҡтарында ял итә.
Быйылғы эҫе йәйҙә һыуға батып үлеү осраҡтары бик күп - республика буйынса 140-тан ашыу кеше һыу ҡорбаны булған. Был элекке күрһәткестәрҙән ике тапҡырға күберәк.
Иҫкәртеү төркөмдәре даими рәүештә рейдтар үткәреп тора, махсус урындарҙа ғына һыу инергә рөхсәт ителә. Ләкин бәғзе бер ял итеүселәр кеше күп булмаған, аулаҡ урындарҙа ял итеүҙе хуп күрә һәм бының менән улар үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Бер яҡтан уларҙы аңлап та була, сөнки быйылғы йәйҙә һыу объекттарында кеше өс тапҡырға күберәк, ә һыу инеү урындары (пляждар) етмәй.
Һуңғы мәлдәрҙә республикала балалар ғүмерен һаҡлау проблемаһына иғтибар уғата көсәйҙе. Шуға күрә иҫкәртеү талаптарын тағы ла яҙып үтеү артыҡ булмаҫ.
Балалар өлкәндәр ҡарауы аҫтында булырға тейеш. Был ҡағиҙә бөтә йәштәге балаларға ла ҡағыла. Биш йәшкә тиклемге балаларҙы янығыҙҙа ғына тотоғоҙ. Әгәр бала олораҡ булып, хатта йөҙә белһә лә, уның менән һәр саҡ бергә булырға һәм бергә һыуға инергә иренмәгеҙ. Өлкәнерәк йәштәге баланы алдан ҡағиҙәләр менән таныштырығыҙ, үҙеңде һыуҙа нисек тоторға кәрәклеген, ниндәй уйын төрҙәре рөхсәт ителә, ә нимәләр юҡ икәнен асыҡлағыҙ.
Үҙегеҙ менән һыу буйына торт, майлы ит, газлы һыу, әсе тәмләткестәр алмағыҙ. Йәшелсә һәм емеш-еләктәр, етерлек күләмдә һыу алырға кәрәк. Һыу буйында иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартығыҙ. Һауа температураһы юғары булғанда, иҫерткес эсемлектәр хәлдең насарайыуына, ҡан баҫымының күтәрелеүенә, хроник йөрәк-ҡан системаһы, ашҡаҙан-эсәк тракты сирҙәренең киҫкенләшеүенә килтерергә мөмкин. Һыуҙа бәләгә осраған һәр икенсе кеше эскән булған.
Ҡояшта ҡыҙыныу, әлбиттә, файҙалы, тик сама булырға тейеш. Табиптар сикләнгән ваҡытта ғына ҡояшта ҡыҙынырға кәңәш итә: иртәнге 8.00 сәғәттән 11.00-гә тиклем һәм 16.00 сәғәттән 19.00-ға тиклем.
Йылға-күл буйҙарында бик иғтибарлы булырға, талаптарҙы етди үтәргә кәрәк. Һыу буйҙары ял итеү урыны ғына түгел, ә хәүеф сығанағы ла икәнлекте оноторға ярамай.
Читайте нас: