Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июль 2020, 11:00

«БАЛАЛАРҘЫҢ БАТЫУЫНА ЮЛ ҠУЙМАЙЫҠ!»

Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың мөрәжәғәте

Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса
Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың мөрәжәғәте
Көн һайын һыу ятҡылыҡтарында һәм йылғаларҙа балалар юғалтабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2020 йыл башынан алып республиканың һыу объекттарында 17 бала һәләк булды. Улар 5-17 йәшлектәр ине. Был фажиғәләр Архангел, Ауырғазы, Бөрө, Борай, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Нуриман, Шишмә һәм Шаран райондарында, шулай уҡ Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында теркәлде.
Бәләләрҙең иң күбе Ағиҙел йылғаһында: унда 6 бала һәләк булды. Балалар менән бәхетһеҙ осраҡтар тағы Ашҡаҙар, Оло Әрметкә, Дим, Еҙем, Мәләкәс һәм Сәлдебаш йылғаларында, шулай уҡ һыуһаҡлағыстарҙа, күлдәрҙә һәм быуаларҙа теркәлде.
Хөрмәтле
ата-әсәләр, ололар!
Балалар фажиғәләренең 40 %-ы балалар янында һыу ингән ата-әсәләренең ғәзиздәрен ҡарап еткермәүе, 60 %-ы – балаларҙың йылға буйына үҙҙәре генә барыуы арҡаһында.
Ололар күп булған осраҡта балаларҙы бөтәһе лә ҡарап торған һымаҡ, шул уҡ ваҡытта, бер-береһенә ышанып, бер кем дә ҡарамай булып сыға. Шуға күрә бала, бигерәк тә кесе йәштәгеләр, һәр ваҡыт һыу ятҡылыҡтары янында бер өлкән кеше менән туранан-тура контакт зонаһында ҡалырға тейеш.
Балалар батып барғанда ярҙамға саҡыра алмай, улар шым һәм тиҙ генә, ғәҙәттә 30 секунд эсендә, бата.
Балалар менән ял итеү урыны итеп тәрән һыу ятҡылыҡтарын һәм көслө ағымлы йылға буйҙарын һайламағыҙ. Хатта киң булмаған йылға ла хәүефле булыуы мөмкин.
Балаларға тын тултырылған матрастарҙа һәм түңәрәктәрҙә алыҫҡа йөҙөп китергә рөхсәт итмәгеҙ.
Бер ҡасан да баланың яңғыҙын ғына һыу объекттарына ебәрмәгеҙ.
Иң мөһиме – балаларҙы йөҙөргә өйрәтегеҙ!
Хәтерҙә тотоғоҙ: сит бала булмай! Үҙегеҙҙекенә генә түгел, башҡа балаларға ла күҙ-ҡолаҡ булығыҙ!
Беҙ бергә булғанда ғына балаларҙы һыуҙағы фажиғәләрҙән һаҡлай алабыҙ!
Читайте нас: