Рәзилә Ҡолһарина Яңы Собханғол ауылында Ирек һәм Хөббөниса Мырҙабаевтарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килә.
Ғаиләләге 4 ҡыҙ һәм 2 малай араһындағы 3-сө бала Рәзилә эшһөйәр, уңған, тырыш ҡыҙ булып үҫә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы Ирек Ғәлемырҙа улы йәшләй генә фани донъяларҙан китеп бара. Әсәһе ғүмер буйы мәктәптә эшләй. 35 йәшендә генә 6 бала менән тол ҡалған (иң бәләкәйҙәренә 7 ай ғына тулып ҡала) Хөббөниса инәй яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, балаларының барыһына ла матур тәрбиә биреп, тормош юлдарына сығара. Бер туғандар бер-береһен ҡарашып, әсәйҙәренә ярҙамлашып, дуҫ-татыу үҫәләр. Тап ошо мәлдәрҙә уларҙа туғандар яҡынлығы, ярҙамлашыу, хеҙмәткә һөйөү кеүек матур сифаттар һалына.
10-сы класты тамамлағас, яҡшы уҡығандарҙы төрлө ауылдарға уҡытырға ебәрәләр. Элекке заманда ололарға уҡыу эләкмәй, шуға күрә киске мәктәптәр булдырыла. Рәзилә Миңлегөл исемле ҡыҙ менән Кейекбай ауылындағы киске мәктәптә ололарҙы уҡыта.
Тиҙҙән 19 йәшлек кенә ҡыҙ Зәйләғи Зәйнәғәле улы менән тормошон бәйләй. Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы - әсә булыуҙа. Рәзилә апай ҙа Иҫке Собханғолда төпләнеп, Айҙар, Гөлгөнә, Азат исемле балалар тәрбиәләп үҫтерә. Бала саҡтарында һәйбәт уҡыйҙар, Айҙар менән Гөлгөнә мәктәпте көмөш миҙалға тамамлайҙар. Ул балаларына өгөтләп түгел, ә матур ҡылыҡтары, күркәм һыҙаттары, үҙ өлгөһө менән матур тәрбиә бирә, барына шөкөр итеп, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмай, сабыр булырға, һәр бер атҡан көндөң ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәтә.
Хәҙер уларҙың барыһы ла тормошта үҙ юлдарын тапҡан, үҙ аллы матур донъя көтәләр. Улдары районда төпләнһә, ҡыҙҙары Сибайҙа йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәре каникулдарҙа өләсәйҙәре янына ҡайтырға ашҡынып торалар. Уның 4 ейәне, 4 ейәнсәре бар.
Рәзилә апай ҡәйнәһе Шәмиғолова Шәкирә Фәттәх ҡыҙы менән әсәле-ҡыҙлы кеүек 30 йыл татыу ғүмер итә. Ҡәйнәһе балаларын да ҡараша. Әммә тормош уға ҙур һынау ҡуя. Тормош иптәше вафат булып ҡала.
Әммә Рәзилә Ирек ҡыҙы бирешә торған заттарҙан түгел, ауырлыҡтарға баш эймәй, балаларын уҡытып, аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар көсөн һала, ҡайһы бер ваҡыттарҙа ике-өс урында эшләргә тура килә уға.
Икмәк бешереүсе, элекке ашханала кассир, аҙыҡ-түлек магазинында һатыусы булып эшләй. Ашхана, склад мөдире вазифаларын башҡара. Райпо системаһында барлығы 34 йыл хеҙмәт итә, ә дөйөм эш стажы 40 йыл тәшкил итә. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, тик ултырыуҙы белмәй, магазинда һатыусы булып тора.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, яҡшы коллективҡа эләгә. Үҙен хөрмәт итәләр, быны бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары ла иҫбат итә. Ул - хеҙмәт ветераны. “Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһенә лайыҡ.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 24 июль һанында уҡығыҙ.