Фельдшер-акушерлыҡ пункттары булмаған ауылдарҙы йәй көндәре күсмә автомобиль-ФАП хеҙмәтләндерә. Унда Һарғая ауылында йәшәүсе Миңзәлә Зәкирйән ҡыҙы Әлмөхәмәтова эшләй.
Миңзәлә күп йылдар фельдшер булып эшләп, льготалы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, кешеләрҙең һаулыҡ һағына уяу баҫып, яуаплы эшен дауам итә.
Ҡайһы ауылда булһа ла, ауырыуҙарҙың, ололарҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп эшләй.
Уның кешелекле-кеселекле мөғәмәләһе, күңел тынысландырғыс йылы һүҙҙәре, матур кәңәштәре үҙе дауа. Һәр бер ауырыуға үҙенең күп йыллыҡ тәжрибәһенән сығып диагноз ҡуя, дауа билдәләй, системалар ҡуя, уколдар һала. Халыҡ медицинаһын да ҡулланып, йылы һүҙҙәре, кәңәштәре менән йән өрә. Беҙ фельдшер Миңзәләнең эшенән бик тә ҡәнәғәтбеҙ. Ул - ике балаға әсәй. Булмышы менән йыр-моңға әүәҫ кеше, оҫта хужабикә лә ул. Аш-һыуға ла маһир. Уның ҡул эштәре бихисап, үҙе бәйләп кейгән кофта күлдәктәре һис тә һатыуҙыҡынан ҡайтыш түгел. Моңло тауышы йәшәргә дәрт уята, үҙе яҙған шиғырҙары эске кисерештәрен, уй-хыялдарын асыҡ сағылдыра. Уға эшендә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ. Түбәндәге шиғырҙары ла уның эске донъяһын сағылдыра.
Аҡ халатым
Аҡ халатым -
ғүмер юлдашым -
Ап-аҡ күңел сафлығым.
Йөрәгемдән сыҡҡан изгелек
Арттырһасы кеше шатлығын.
Юҡтыр асыу,
нәфрәт йәнемдә,
Тик үҙемсә үтер һуҡмағым.
Ярҙам ҡулы һуҙып кешегә
Хәлен еңеләйтер бер сағым.
Тәҡдир
Сәхнә түгел, тормош юлы -
Кәкерсәкле-бормалы.
Берсә күңелем талпынды,
Берсә йөрәк һыҙланы.
Юлдарыма буран һала -
Бирешергә юҡ самам.
Изге ниәт, доғам, Ҡөрьән
Күңел тигән муҡсала...