Таш төшкән ерендә ауыр, тип белмәй әйтмәйҙәр. Кешенең дә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы тыуған еренән бигерәк торған, йәғни килен булып төшкән еренә бәйле – ошо ер уны йә аҫылташ, йә күҙгә эленмәҫ, хаҡ-баһаһы ла булмаҫ ҡом бөртөгө итә...
Әбйәлил ҡыҙы Тәнзилә апайҙы үҙ бәхете, хәләле, өлөшө, ейер ризығы, атҡараһы эштәре, үтер ғүмер йылдары, юлдары ла нәҡ Бөрйәндә көтөп торған.
Бөгөнгө көндә Иҫке Собханғолдоң ғына түгел, тотош район ҡатын-ҡыҙҙары араһында бер тигән ағинәй, өлгөлө әсәй, уңған ҡатын, бар яҡтан килгән өләсәй, район мәҙәниәт һарайы янында эшләп килгән “Мираҫ” өлгөлө фольклор ансамбле ағзаһы, дөйөм алғанда, бәхет тәхетенең өҫтөндә ныҡ ултырған ханым ул Тәнзилә Йәрмөхәмәт ҡыҙы.
1945 йылдың 29 июлендә Әбйәлил районы Абҙаҡ (хәҙерге Белорет районы) ауылында тыуған ул. Бала сағында өс исем йөрөтә: Йәзилә, Миңзәлә (әсәһе ҡушҡан исем), Тәнзилә.
Һуғыштан һуң илдең миктәгән сағы. Ул осор бәләкәй балаларға паек биргәндәр. Белорет ҡалаһында хеҙмәт армияһында эшләгән атаһы, баланы яҙҙыртҡан ваҡытта, күршеләге бер ҡыҙ баланың исеме Тәнзилә икәнлеген иҫләп, әйҙә, минеке лә тәнзилә булһын, тип яҙҙыртҡан да, рәсми исеме шулай булып киткән һәм ғүмерлеккә йәбешеп ҡалған.
Белорет районы Абҙаҡ ауылында 8 класты тамамлағас, Белорет педагогия училищеһында уҡый, уны тамамлағас, Яуымбай ауылына уҡытыусы булып эшкә килә йәш белгес.
Был ауылда уны ғүмер буйы тоғролоҡ һаҡлаған эше генә түгел, ғүмерлек йәре лә – Фәрит әҙеһәм улы Бәшәров та көтөп торған булып сыға.
1968 йыл була был хәл. Берауыҡтан, 1973 йылда, район үҙәгенә күсеп килә йәш ғаилә. Фәрит ағай 30 йылдан ашыу район гәзитендә эшләп хаҡлы ялға сыға. Биш балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтыралар Бәшәровтар.
Тәнзилә апай тәүге йылдарҙа балалар уҡыта, аҙаҡ - балалар баҡсаһында тәрбиәсе, мәғариф бүлегендә методист, хаҡлы ялға сығырҙан алда йәнә тәрбиәсе булып эшләй.
Ҡайҙа эшләһә лә, гел маҡтауға лайыҡ була. Хаҡлы рәүештә “Рәсәй мәктәптәренең мәғариф отличнигы” исемен йөрөтә. Хеҙмәт ветераны. Хаҡлы ялдамын, тип тормай, ауыл, район тормошонда ҡайнап йәшәй. “Мираҫ” халыҡ фольклор ансамбле составында районда үткән мәҙәни сараларҙа ҡатнаша.
Һәр ата-әсә өсөн балаларының уңыуы – оло бәхет. Бәшәровтарҙың ул-ҡыҙҙары ла һынатмай, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй йәшәй һәм эшләй.
Бөгөн барыһы ла үҙаллы донъя көтә. Оло улдары Фәнил быйыл 50 йәшен билдәләне. Әлеге көндә ғаиләһе менән Сорғот ҡалаһында йәшәй. Рәмил, Наил ғаиләләре менән районда төпләнгән. Бәшәровтарҙың иң ҙур ҡыуанысы – бөтә балалары иманлы, тәүфиҡлы. Ата-әсә өсөн ошонан да ҙур ниғмәттең булыуы мөмкинме?
Тәнзилә апай ауылдың ысын ағинәйе булырлыҡ бихисап матур сифаттарға эйә.
Ҡунаҡсыл: ҡасан барма, өйө тулы кеше - ейәндәре, ауылдан килгән тыуған- тумасалары, күрше инәйҙәр. Әйткәндәй, ул 11 ейән-ейәнсәргә, 1 бүләсәргә өләсәй. Бала-сағаһы менән мәж килеп, уларҙы һәр яҡлап күтәрмәләп йәшәй.
Өҫтәле һәр саҡ хәләл ризыҡ менән тулы: тәмле талҡан, яңы ғына бешкән йылы икмәк, буҙа, төрлө-төрлө ҡайнатмалар - телеңде йоторлоҡ.
Ҡапҡа, йорт эсе лә һәр ваҡыт йыйыштырыулы, баҡсаһы гел ҡараулы, сәскә-гөлгә күмелгән. Йыл һайын мул уңыш биреп һөйөндөрә.
Ағасты – япраҡ, кешене кейем биҙәй, тигәндәй, Тәнзилә апай һәр саҡ бик матур, ҡупшы, бөхтә кейенә.
Ҡул эшенә лә бик оҫта. Һәр ваҡыт ҡулында орсоҡ менән йөн йә берәй төрлө бәйләм.
Эйе, бәхет күктән яумай, уны һәр кем үҙенсә булдыра. Иҫке Собханғолдоң алтын аҡыллы ағинәйе, бөгөн күркәм 75-ен тултырасаҡ Тәнзилә апай бәхетте күркәм холҡо, сабыр аҡылы, тырыш хеҙмәте, балалары, ғаиләһе хаҡына фиҙакәрлеге менән әүәләй.
Бер-береңде аңлауға, күңелдәрҙе аяуға, ихтирам-яратыуға ҡоролғанға ла ошо бәхет һәр саҡ бөтөн, камил, ҡәҙерле һәм ымһындырғыс, һоҡланғыс. Ошонан айырмаһын!