Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2020, 11:00

ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛЫУҘА ЯҢЫЛЫҠ

Ир һәм ҡатын – бер үлсәм: халыҡ иҫәбен алыу никахтарҙы нисек иҫәпкә аласаҡ?

Ир һәм ҡатын – бер үлсәм:
халыҡ иҫәбен алыу никахтарҙы нисек иҫәпкә аласаҡ?
Илдә ғаиләләр һаны күпме, ҡайҙа атай, ҡайҙа әсәй кеше балаларын яңғыҙ тәрбиәләй? Атай-әсәйҙе, уларҙың балаларын ғына түгел, өләсәй-олатайҙарҙы ла үҙ эсенә алған күп быуынлы ғаиләләр ни саҡлы? Ошо мәғлүмәттәрҙе фәҡәт халыҡ иҫәбен алып ҡына белеп була.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу никахтарҙы ла иҫәпкә аласаҡ. Һәм ни өсөн ошо иҫәп алыуҙар буйынса үҙҙәрен кейәүҙә тип һанаусы ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен өйләндем, тип иҫәпләгән ир-аттан күп килә лә сыға һуң?
Рәсәйҙәге ғаиләләр составын деталләп өйрәнеү фәҡәт халыҡ иҫәбен алыуға нигеҙләнә лә инде. Административ сығанаҡтар йәмғиәттәге ғаилә-никах мөнәсәбәттәре тураһында аныҡ һөҙөмтә бирә алмай, сөнки улар икенсе маҡсатта формалашҡан.
2010 йылда үткән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре шуны күрһәтте: 16 йәшлек һәм унан өлкәндәр 119,7 млн. кеше иҫәпләнә, шулар иҫәбендә 65,5 млн. ҡатын-ҡыҙ һәм 54,2 млн. ир-ат.
2010 йылда теркәлгән һәм теркәлмәгән никахтарҙа 33,2 млн. ир-ат һәм 33,3 млн. ҡатын-ҡыҙ торған. 13,2 млн. ир-ат һәм 10,8 млн. ҡатын-ҡыҙ бер ваҡытта ла никахта тормаған. Рәсми рәүештә айырылышҡан ир-ат – 4 млн. һәм ҡатын-ҡыҙ – 7,6 млн.
2021 йылдың апрелендә үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа никах хәленең 6 категорияһы билдәләнгән:
-теркәлгән никахта торам;
-теркәлмәгән ир-ҡатын союзындамын;
-рәсми рәүештә айырылғанмын (никах тарҡалыу теркәлгән);
-бергә тора алманым (айырылдым, айырҙым);
- ирем (ҡатыным) мәрхүм;
- бер ҡасан да никахта , ир-ҡатын союзында торманым.
Теркәлмәгән никахтар буйынса мәғлүмәттәрҙе халыҡ иҫәбен алып ҡына белеп була, сөнки улар үткәрелгәндә никахтың юридик яҡтан нығытылыуы тураһында һорамайҙар, ә фактик алғанда ниндәй никахта йәшәп ятыуыңды белешәләр.
Шуныһы ҡыҙыҡ: партнер мөнәсәбәттәре менән йәшәп ятыусы ҡатын-ҡыҙ үҙен кейәүгә сыҡтым, тип иҫәпләй, ә ошондай бәйләнештә көн иткән ирҙәр үҙҙәрен буйҙаҡ һанай. Был феномен халыҡ иҫәбен алыуҙа күп илдәрҙә асыҡланған. Эксперттар был хәлде ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ психологияһының төрлө булыуынан, ә бәлки, логикаһынан күрә.
Рәсәй ғаиләләре даими үҙгәрә, әммә теркәлмәгән никахтар артыу тенденцияһы күҙәтелһә лә, халыҡтың төп өлөшө рәсми рәүештә никахҡа инеп йәшәүҙе хуп күрә.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса ир-ҡатын парҙары (теркәлгәне, теркәлмәгәне) 33 млн. Дөйөм парҙарҙың теркәлмәгән никахта йәшәгәне 4,4 млн., йәки 13%.
Дәүләт социаль программалар, льготаларҙың типтары һәм күләмдәре халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһенә бәйле. Мәҫәлән, балалы ғаиләләрҙе әсәлек капиталы ярҙамында күтәрмәләү дәүләт программаһы 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен анализлауҙан һуң барлыҡҡа килде.
Алдараҡ бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың төп этабы 2020 йылдың 1-31 октябренәсә үтә, тип планлаштырылғайны. Эпидемиологик ситуацияға бәйле, Росстат халыҡ иҫәбен алыуҙы 2021 йылға күсереү кәрәклеге хаҡында тәҡдим менән сығыш яһаны.
27 июндә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе М. Мишустин халыҡ иҫәбен алыуҙың датаһы 2021 йылдың апреленә күсеүе хаҡында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Был кампания 2021 йылдың 1 апреленән 30 апреленәсә цифралы технологияларҙы ҡулланып үтәсәк. Алда торған халыҡ иҫәбен алыуҙағы төп яңылыҡ – Рәсәй граждандары Дәүләт хеҙмәттәре (Gosuslugi .ru) порталында иҫәп алыу битен үҙаллы тултыра аласаҡ. Торлаҡ биналар буйлап йөрөгәндә халыҡ иҫәбен алыусылар махсус программа менән тәьмин ителгән программалы планшеттар алып йөрөйәсәк. Шулай уҡ иҫәп алыу пункттарында, шул иҫәптән “Минең документтарым” дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәрҙең биналарында иҫәпләнергә була.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – 2020-нең медиаофисы: media@strana2020/ru
[email protected]; +7 (495) 933-31-94
https:// www.facebook. Com/ strana2020
https:// vk .com/ strana2020
https ://ok.ru /strana2020
https: www. Instagram.com /strana2020 youtube.com
Читайте нас: