Йәйге янғын хәүефе көсәйгән осорҙа тәбиғи янғындар һаны арта.
Район буйынса ҡайҙа урман янғындары теркәлгән, ут сығыу сәбәптәре хаҡында БР “Урмансылыҡтар идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының “Бөрйән урмансылығы” бүлегенең урманды һаҡлау һәм яҡлау буйынса инженеры Камил Ҡурамшин һөйләй.
- Район буйынса 14 июлдән 16 июлгә тиклем 7 урман янғыны теркәлгән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Бөрйән урман хужалығының Көньяҡ Үҙән урмансылығында 4 урында, Бетерә урмансылығында - 2, Нөгөш урмансылығында, Алағуян тамағында (Алағуян Ағиҙелгә ҡойған ерҙә) урмандар яна.
Килдеғол ауылынан бер һәм 3-6 саҡырым алыҫлыҡтағы Көньяҡ Үҙән урмансылығындағы ике урман янғыны һүндерелгән. Ике янғын сығыу урыны теркәлгән. Унда 20 гектар тирәһе урман яна. Бетерә урмансылығында (Яңы Усмандан 9 саҡырым алыҫлыҡта) шулай уҡ 20 гектар тирәһе урман яна. Нөгөш урмансылығында 24 гектар урман өс көн яна. Баҙал тауы башындағы янғындарҙы һүндереү өсөн техниканың барып етә алмауы ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
Урман янғындарын һүндереүгә Бөрйән участкаһының урман янғындары станцияһынан, БР “Урмансылыҡтар идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының “Бөрйән урмансылығы” бүлегенән, Бөрйән урман хужалығынан барлығы 15 берәмек техника йәлеп ителгән.
Килдеғол ауылынан 10-15 кеше сығып ярҙам итте. КФХ етәкселәре үҙҙәренең тракторҙары, һабандары менән сығып, янғынды туҡтатыуға ҙур көс һалдылар.
Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте башлығы Фидан Баязитов үҙе лә трактор менән йөрөнө.
Көньяҡ Үҙән урмансылығындағы ике янғындың сәбәбе йәшен атыуҙан икәнлеге асыҡланды. Башҡаларының сәбәптәре әле асыҡланыу өҫтөндә.
Көндәрҙең эҫе тороуына бәйле районда юғары янғын хәүефе һаҡлана. Хөрмәтле райондаштар! Бесәндә, тәбиғәттә ял иткәндә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре хаҡында онотмағыҙ.
Берҙәм тырышлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлек иткән осраҡта ғына беҙ тәбиғәттәге янғындарға бәйле хәүефле хәлдәрҙе иҫкәртә алабыҙ.
Көндәр эҫе, ҡоро тора, шуға күрә ут менән һаҡ булығыҙ! Ҡарауһыҙ ҡалдырылған йәки һүндерелмәгән усаҡ тиҙ арала урман янғынына әйләнеп китеүе ихтимал. Иғтибарлы булайыҡ! Еребеҙҙең йәшел ҡалҡаны – урмандарыбыҙҙың имен булыуы беҙҙең ҡулда.