Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2020, 12:00

БӘХЕТТӘРЕ БЕР ҒӘСКӘР

Ике һыңар пар килһә, донъя ырай ҙа китә бит ул. Бынау Яңы Усман уңғандары Ғәскәр менән Гөлниса Ғизәтуллиндарҙы ғына алайыҡ.

Ике һыңар пар килһә, донъя ырай ҙа китә бит ул. Бынау Яңы Усман уңғандары Ғәскәр менән Гөлниса Ғизәтуллиндарҙы ғына алайыҡ.
Донъялары бөтөн, эштәре лә, аштары ла, тормош йәме булған балалары ла күп. Ошо камил бәхеттән - ҡыуаныс, Аллаһтың һәр ниғмәтенән йыуаныс табып, күптәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәп ятыуҙары.
Шәрәфулла Ҡолһариндың КФХ-һында пилорамала рамсы булып эшләүсе ғаилә башлығының үҙ ғәскәре өсөн яуаплылығы ҙур – аҫҡы ҡатын 8х8, өҫ яғын 6х8 итеп тороп өй һалған, кәртә-ҡураһы төҙөк, өй алдындағы баҡса йәме булып умарталар һаны ишәйә.
Әйткәндәй, ҡайнағаһы Хәбир бүләк итеп биргән бер баш умартанан шулай үрсегән дә киткән даланлы кешенең күс баштары.
Мәһәҙей һылыуы Гөлнисаның тырышлығы менән дә арта ырыҫ – гөл яратыусы ханымдың тәҙрә төбө һайын аллы-гөллө сәскәләр, мөйөш һайын ят-ят гөлдәр. Ырғаҡ менән бәйләү оҫтаһы ла икән – диван, кресло япмалары хужабикә ҡулынан дан булып ята. Кәртә тулы мал, баҡса тулы гөл-сәскә лә йәшелсә. Елкәң булмаһа, хәҙерге заманда мал аҫырау ҙа еңелдән түгел. Әммә Ғизәтуллиндар, өҫтәлдәрен һыйлы итеү маҡсатында, малды күп тоталар: йылҡылары ла, һыйырҙары ла, һарыҡтары ла етәһе.
“Көтөрлөк бөтә нәмәне көтә”,- тиҙәр икән Гөлниса хаҡында - был уңған ҡатынға хаҡ баһа.
Шулай ҙа Ғизәтуллиндарҙың иң төп һәм баһаһыҙ байлығы – балалары. Өлкәндәре Фәймә Белорет педколледжын бөтөп, диплом алырға йөрөй, Заһит – 9-сы класты тамамлаған, уҡыу алдынғыһы, Алтынай яҡшы билдәләргә генә - 6-сыны, Батырша – 2-сене бөткән, уҡыу отличнигы. Өй биҙәге Айгүзәл әле балалар баҡсаһына йөрөй.
Эйе, Яңы Усман уҙаманы Ғәскәрҙең ғаиләһе лә, бәхет-байманлығы ла бер ғәскәр – ошонан айырмаһын ауыл уңғандарын!
Читайте нас: