Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2020, 13:35

МӘСЕТ МАНАРАЛЫ БУЛДЫ!

Аллаға шөкөр, район үҙәгендә төҙөлөп ятҡан «Фурҡан» мәсетенең манараһы күтәреп ҡуйылды. Районыбыҙ йылъяҙмаһында мөһим тарихи ваҡиға булып уйылып ҡаласаҡ сара тотош халыҡ байрамына әйләнде.

Аллаға шөкөр, район үҙәгендә төҙөлөп ятҡан «Фурҡан» мәсетенең манараһы күтәреп ҡуйылды. Районыбыҙ йылъяҙмаһында мөһим тарихи ваҡиға булып уйылып ҡаласаҡ сара тотош халыҡ байрамына әйләнде.
халыҡ иртә менән “Фурҡан” мәсете биләмәһенә йыйылды.
Ағиҙел йылғаһының яр буйын ғына түгел, тотош район үҙәген күркәмләп торған бина бына-бына мосолманлыҡ атрибутына эйә буласаҡ – шуға күптәр тарихи моментты мәңгеләштереү маҡсатында фотоаппараттарын, кеҫә телефондарын алып килгән.
Бөрйән халҡының үҙәк мәсетенең манараһы күтәрелеү шатлығын уртаҡлашырға күрше-тирә райондарҙың имам –мөхтәсибтәре, имамдары ла - Әғләметдин хәҙрәт (Сибай), Исмәғил хәҙрәт (Белорет) килгән.
Һәр кемдең йөҙөндә шатлыҡ-ҡыуаныс балҡый. Бәй, шатланмаҫлыҡ та түгел шул: фәҡәт халыҡтың үҙ көсө менән төҙөлөп ятҡан таш мәсет бит ул – киләсәк быуындар өсөн дә хеҙмәт итеп, иман нуры таратып торасаҡ Аллаһ йорто!
Тажвирус арҡаһында байтаҡ үҙ өйөндә генә бикләнеп йәшәүгә дусар булыу сәбәпле аралашыуға, байрамға сарсаған халыҡ манара күтәреүҙе тамаша ҡылырға килгән.
Манара күтәреү тантанаһында мәсет эше өсөн янып-көйөп йөрөүсе мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә, изге эштә ярышыусыларға рәхмәт һүҙҙәре лә еткерелде.
Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов төҙөүселәргә, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүселәргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын, бүләктәр тапшырҙы.
“Хөрмәтле райондаштар, бөгөн район халҡының хәләл көсө менән тапҡан аҡсаһына төҙөлгән мәсеткә манара ҡуйыла. Һеҙҙең исемдән “Өфөгидромаш” ойошмаһы етәксеһе, районыбыҙ кейәүе Әнүәр Шәрәфулла улы һәм уның ҡатыны, Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы Фәниә Фәрит ҡыҙы Йәнбирҙиндарға сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм. Уларҙың ғаиләһе ошо манараны эшләтеп, районға бүләк итте”, - тине һәм Әнүәр Йәнбирҙинға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Әйткәндәй, Йәнбирҙиндар быға тиклем Белореттағы Исмәғил хәҙрәт етәкләгән мәсеткә лә манара эшләтеп бүләк иткән булған икән. Башлыҡ ҡулынан Рәхмәт хаттарын Артур Марс улы Юлбарыҫов (төҙөүселәрҙе ҡунаҡхана менән тәьмин итеүсе) менән Вадим Вәли улы Собханғоловтар (төҙөүсе-конструктор) ҙа алды.
Райондың имам-мөхтәсибе Хәсән Зарипов: “Бөгөн, ысынбарлыҡта, тарихи мәл – манараны күтәреүгә еттек. Ошо мәсеттән үҙебеҙгә лә, балаларыбыҙға ла дини тәғлимәтте еткерергә яҙһын. Бында киләсәк тәрбиәләнәсәк. Бөгөн районда мәсеттәр төҙөлә икән – был да мәллек кенә изге эштәр, сөнки ошондай биналар быуатҡа бер генә төҙөлә. Ошо төҙөлөштәрҙә ҡатнашыу бәхете беҙгә яҙған, башҡаларға түгел. Шуға мәсет төҙөлөшөнә хәлдән килгәнсе ярҙам итәйек, изге эштәрҙә ярышайыҡ, сауапҡа ирешәйек. Мәсет төҙөлөшөнә ярҙам итеү – джәриә саҙаҡаһы рәтенән. Беҙ үлгәс тә үҙебеҙгә сауаптары барып торасаҡ. Бәлки, киләсәктә саҙаҡа бирер урын да булмаҫ.
Тарихтан билдәле: ниндәй көслө ҡәүемдәр юҡҡа сыҡҡан. Башҡорт халҡы нәҡ иманлы булғаны өсөн йәшәп килә – Аллаһ рәхмәтендә, ата-бабаларҙың доғаһы бәрәкәтендә.
Мәсет төҙөлөшөнә иғәнә кереткән һәр кемгә рәхмәт!” - тине.
Райондың почетлы имам-мөхтәсибе, ошо мәсет төҙөү эшенең инициаторы, әлегәсә төҙөлөш эштәре уң булһын тип сабып йөрөүсе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәдйәнов: “Мосолмандарға саҡ ҡына йыйылырға форсат сыҡһа, улар йыйылыша һала. Аллаһы Тәғәлә итәғәт ҡылығыҙ, ти. Беҙ ошоғаса, итәғәт итеп, йыйылмай торҙоҡ, сөнки тажвирус таралыу алған мәлдәрҙе кисерҙек.
Мәсеттәрҙең манараһы ни өсөн бейек - сөнки Аллаһ һүҙе барыһынан юғары булырға тейеш. Ситтән килгәндәр, ошо манараны күреп, бында мосолмандар йәшәгәнгә инана. Диндә булған нәмәне күтәрмәләү тәҡүәлеккә инә.
Әнүәр ағай, бер Бөрйәнгә килгәнендә, мәсеткә манара эшләтеп бирәм, тип нәҙер әйтте һәм бына нәҙерен үтәне – Аллаһ риза булһын!
Мәсетте 2014 йылда эшләй башланыҡ. Эшҡыуар Радик Ғабдулхаҡовтың ярҙамы ҙур булды. Йыл һайын күмәк көс, ярҙам менән ниндәйҙер күләмле эш атҡарыла килде. Шөкөр, мәсетебеҙ камил рәүешкә инеп бара. Халыҡҡа, мәсет өсөн иғәнә индергән һәр береһенә рәхмәт”, - тине Рәсүл Ғәли улы һәм мөхтәсибәт исеменән яҡташыбыҙ Фәниә Фәрит ҡыҙына башҡорт милли кейеменең аҫыл атрибуты – сәйләнле–тәңкәле селтәр бүләк итте.
Төҙөүселәр һуңғы эштәр менән булып, манараның иң осона ҡояшҡа төҫтәш айҙы беркеткән арала имам-мөхтәсибтәр, имамдар артына рәт-рәт булып теҙелеп зекер әйтеп Аллаһты данларға, маҡтарға ла онотманы йәмәғәт – яйлап ҡына үҙенең тәғәйен урынына үрләп күтәрелә башлаған айлы манара менән бергә зекерҙәр ҙә, Раббыбыҙға дан, рәхмәт, шөкөр һүҙҙәре лә күккә олғашты!
Мөғжизә лә эргәлә: күтәрелеп барған манараны тамаша ҡылырға ҡамасаулаған ҡояшты, манараны өҫтәге урын еренә тәңгәлдәп тоҫҡаған саҡта, болот киҫәге берауыҡҡа ҡаплап торҙо!
Эйе, манаралы булды мәсетебеҙ – унан киләсәктә аҙан тауыштары яңғырап, халҡыбыҙҙы намаҙға, берләшергә, изге эштәргә өндәп торһон!
Әйткәндәй, ҡыҙыл кирбестән булған ике ҡатлы таш мәсет 18х12 метр ҙурлыҡта. Манараһының дөйөм бейеклеге – 27,5 метр. Йәнбирҙиндар эшләтеп алып килеп бүләк иткән манараның оҙонлоғо – 8,5 метр (үҙе 6 метр, айҙың оҙонлоғо – 2,5 метр).
Артабан халыҡ “Әбделмән” мәсетенә ағылды. Унда ауыл ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, мәсет активисы Клара апай Сафина етәкселегендәге мөслимәләр район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов Аллаһ ризалығы өсөн салдырған ҡорбан итенән тәмле аш, мөслимәләр бешереп килтергән аш-һыуҙан, мәсеттәге һәр сараға аҙыҡ-түлек, емеш-еләге менән ярҙам итергә әҙер шәхси эшҡыуарҙар Илзидә Мырҙағолова, Гөлүзә Кәримоваларҙан килгән ниғмәттәрҙән һыйлы табын әҙерләп көтә ине.
Манара ҡалҡты, ауылға ҡот өҫтәлде. Ошо күркәм бина тиҙерәк төҙөлөп бөтөп, уның эсендә халҡыбыҙға ғибәҙәттәрен үтәргә, Аллаһҡа яҡынайырға, тәҡүәлек, дини ғилем арттырырға яҙһын!
Иң мөһиме, илебеҙгә, Бөрйәнебеҙгә иман, нур, бәрәкәт ҡайтһын!
Читайте нас: