Таҙалаған ер түгел, бысратмаған ер таҙа, тиҙәр.
Раҫтыр. Таҙалап та таҙа тотоп булмаған ерҙәрҙе күҙҙән кисерһәң, ошо әйтемдең замана девизына күптән әйләнгәненә инанаһың. Мәғлүм булыуынса, районыбыҙҙа нисә йыл рәттән “Таҙа Ағиҙел” акцияһы иғлан ителеп, матур йола булып йәшәп килә. Быға “Таҙа йома”һы ла ҡушылып, районыбыҙҙа таҙалыҡ һәм тәртип булдырыуға ынтылыш ҙур икәнлекте күрһәтә.
Был сараларҙың төп “геройы” – район үҙәгендәге, ауылдарҙағы эшләп килгән төрлө ойошма-учреждениелар, әлбиттә. Күнегелгән, йәғни өҫтән төшкән күрһәтмә буйынса һәр кем үҙенә тәғәйен урынды йылына бер түгел икене (йомаларҙа аҙна һайын) сығып таҙалай, тәртипкә килтерә.
Был эштәр бик хуп, әлбиттә. Әммә баяғы әйтемгә әйләнеп ҡайтһаҡ, әлеге лә баяғы таҙалаған ер түгел, бысратмаған ер таҙа шул.
Мәҫәлән, беҙ, “Таң” дар йыл һайын Һибәт Ишкилдин урамын, Кейекбайҙан ары Ағиҙел буйын, үҙебеҙҙең бинаның тирә-яғын таҙалап киләбеҙ. Башҡалар – үҙенә тәғәйенен.
Иң әсендергәне – әлеге лә баяғы бюджет ойошмаларында эшләүселәр бөтөнләй сит-ят урамдарҙағы сүп-сарҙы йыйып, ғүмерҙә ҡулына тәмәке алмағандар кешенең тартып ташлап киткән төпсөктәрен йыйып йөрөй (төп эшенән ваҡыт бесеп), шул урамда йәшәүселәр беҙҙең “меҫкен хәл”де күреп, тәҙрә үтә тамаша ҡыла, берәү ҡуйығыҙ, беҙҙең урамды һеҙ бысратмайһығыҙ бит, үҙебеҙ йыйырбыҙ, тип әйтмәй. Был хәҙер ғәҙәти хәлгә әйләнде.
Ағиҙелгә килгәндә, быйыл теге ҡороғор вирус сәбәпле сит илдәргә юлдар ябылғас, бөтә Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең юлы Бөрйәнгә боролдо ла ҡуйҙы. Рәсәй гражданы булғас, һәр кем беҙҙең төбәккә ирекле килә, рәхәтләнеп ял итә, теләгәнсә ер-һыуҙы бысрата ала. Беҙҙең уларҙы килтермәҫ әмәл юҡ.
Тағы: аҡылы, тәртибе, иманы, саҡ ҡына ла мәҙәниәте, кешелеге булмаған кешенең мейеһенә ошоларҙы ярып һалып булмай. Күптәр ҡырағай турист булып килә, яр буйҙарында рәхәтләнеп палаткалар ҡороп ял итә, әле үрҙә әйтелгән сифаттарҙан мәхрүмдәре Алланан да, бәндәнән дә ҡурҡмағандары тирә-йүн менән ни ҡыланғанын белмәй китә: бысрата, тәләфләй, киләсәген уйламай.
Йәй буйы бесән, донъя көтөү хәстәре менән янған беҙҙең халыҡ Иҙел буйына барып бер баҡырса сәй ҡайнатып эсә алмаған, бер балыҡ тоторға ваҡыт бесә алмаған мәлдә, сит-ят хозурлыҡтан йәм тирә, тәбиғәткә үҙ “мисәтен” һуғып та китә.
Бында гел ситтәрҙе, туристарҙы ғына ғәйепләп тә булмай. Үҙебеҙҙекеләр ҙә хәҙер тәбиғәткә “Минең ыҙмам ситтән” тип, ситләтеп, ҡыйырһытып, мыҫҡыл итеп ҡарай. Ололарҙың, кеше күрмәгәндә, тип, сүп-сарын урман-ҡырға быраҡтырып китеүен, ашағандан һуң ултырған ерен тәртиптә һәм таҙалыҡта ҡалдырмауын йәш быуын – балалар күреп үҫә. Ошолай була, тип уйлай. Был – иң ҙур хата, оло гонаһ.
Ватансылыҡ, ерһөйәрлек, илһөйәрлек кескенәнән тәрбиәләнә. Тирә-йүнебеҙҙең ниндәй хәлдә булыуы, еребеҙҙең киләсәктә кем ҡулына һәм ниндәй хәлдә тапшырылыуына бөгөн нигеҙ һалына.
Ҡулдан алда башҡа аң бармай тороп, хәлде акциялар менән генә ҡырҡа яҡшы яҡҡа үҙгәртеү мөмкин түгел. Ошоно һәр кем аңлап, ниәттәребеҙҙе изге юҫыҡҡа юлландырып, күңел бизмәнендә ғәмәлдәребеҙҙе үлсәп, аҡылыбыҙға килмәһәк, сүп-сар эсендә батып ҡалыуыбыҙ ҙа ихтимал. Ошонан Алла һаҡлаһын!
Май тәпәне тышынан билдәле, ти халыҡ. Беҙҙең үҙ өйөбөҙҙө, биләмәбеҙҙе, йәшәгән, эшләгән урыныбыҙҙы ниндәй хәлдә тотоуыбыҙға ҡарап “бөрйәндәр шундай-шундай” тигән баһаны ҡуялар. Ошо тәңгәлдә лә һынатмаҫҡа ине.
Тәртип тупһанан башлана, ти йәнә халыҡ аҡылы. Һәр йортҡа, биләмәгә, эш урындарына, тәбиғәт мөйөштәренә мөнәсәбәтебеҙ нисек – беҙгә баһа шундай. Бөтәбеҙ ҙә бер ҡояш аҫтында, уйлаһаң. Бер Хөкөмдар алдына ҡасан да һәр ғәмәлебеҙ өсөн яуап тота барасаҡбыҙ. Бәндә күҙенән, хатта күҙәтеү камераларынан йәшереп булғанды Унан йәшереп булмай – ошоно гел иҫтә тотһаҡ ине...