Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2020, 18:00

Балалы кеше – бай кеше

Балалы кеше – бай кеше, тип белмәй әйтмәгән халыҡ.

Балалы кеше – бай кеше, тип белмәй әйтмәгән халыҡ.
Яңы Усманда йәшәүсе Моталовтарға ла ҡағыла был мәҡәл – Темәс һылыуы Наилә менән ауыл уҙаманы Илдарҙың татыу ғаиләһендә береһенән–береһе матур биш бала үҫә.
Моталовтарҙың ғаилә ҡороп ике ярсыҡтан бер бөтөн булып йәшәүҙәренә 14 йыл да булып киткән. Йәшлек таңдарында, СиБДУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡып йөрөгән дәртле студент йылдарында яҙмыш юлдары киҫешкән ике йәш йөрәктең.
Наилә Яңы Усман мәктәбендә 14 йыл балаларға белем һәм тәрбиә бирһә, уҡытыусылыҡ эшен ташлап, Себер тарафтарында йөрөп ҡайтҡан Илдар әле өйҙә. Ауыл донъяһының да эше йырып сыҡҡыһыҙ.
Мәктәп ҡаршыһында ҙур итеп өй һалып, уға төкәтмә төкөтөп тә ебәргәндәр – балалар ишле, уларҙың ихтыяжы ҙур.
- Үҙем ике генә балалы ғаиләлә тәрбиәләнгәс, башта уҡ ишле балалар табып үҫтерермен, тип ниәт иттем. Һәр бала үҙ өлөшө, бәхете менән тыуа бит. Илдар ҙа, мин дә – сәхнә кешеләре. Илдар ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән театр түңәрәгенең әүҙем ағзаһы булһа, мин йыр, бейеү буйынса һәр сарала ҡатнашам.
Беҙҙән күреп, балалар ҙа сәнғәткә ынтыла: Зәлиә, Нәзифәбеҙ матур йырлаһа, Нәзирә бейергә оҫта, Зариф атаһы һымаҡ сәнғәткә, сәхнәгә ғашиҡ, - ти Наилә.
Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тип ерле-юҡҡа әйтелмәй – Моталовтар балаларын үҙҙәренең шәхси өлгөһөндә активист, сәнғәткә ғашиҡ кеше, матурлыҡты һөйөүсе, уны таратыусы шәхес итеп тәрбиәләй икән, уларҙан изгелеккә, зауыҡҡа ынтылыусы, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫтәй кеше сығыуына өмөт ныҡ.
Читайте нас: